Эстәлеккә күсергә

Бурнево (Ленинград өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бурнево
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Приозерское городское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 18 кеше (2007)[2],
12 кеше (2010)[3],
12 кеше (2017)[4]
Почта индексы 188751
Map
 Бурнево Викимилектә

Бурнево (1948 йылға тиклем Норсниемь, фин. Norsniemi) — Рәсәй Федерацияһы Ленинград өлкәһенең Приозерский районы Приозерский ҡала биләмәһе ҡасабаһы.

Норсниемь һүҙе фин теленән туранан-тура тәржемәһе «фил мороно» тигәнде аңлата, ләкин, күберәк ышандырырлыҡ тәржемә варианты булып «корюшкин мороно» тигәне, был һүҙ norssi — «корюшка» һүҙенән алынған.

Район башҡарма комитеты 1948 йылдың ғинуар-февралендә Норсниеми ауылына Слоновый исемен бирә, был фин теленән туранан-тура калька. 1948 йылдың июлендә халыҡ талабы менән ауыл исемдәрен үҙгәртеү буйынса комиссия ҡарарына ярашлы ауылды Трудовой тип атайҙар. 1948 йылдың 5 авгусында тораҡ пункттар атамаһын үҙгәртеү буйынса комиссия өсөнсө тапҡыр ауыл исемен үҙгәртә һәм уны Бурнево тип атай.

1949 йылдың 13 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы ауылдың һуңғы исеме Бурнево тип раҫлана[5].

1917 йылдың мартынан алып Норсниеми ауылы Финляндия Республикаһы Выборг губернаһының Каукола улусы составында тора[6].

1940 йылдың ғинуарынан алып — Карел-Фин ССР-ы составында.

1941 йылдың 31 авгусынан алып 1944 йылдын 1 июленә тиклем фин оккупацияһында тора.

1944 йылдың 1 ноябренән алып Норсниеми ауылы Кексгольмский районының Норс-Йокский ауыл советы составында иҫәптә тора.

1948 йылдың 1 октябренән алып — Приозерский районының Ларионовский ауыл советы составында тора.

1949 йылдың 1 ғинуарынан Норсниеми ауылы Приозерский районы Ларионовский ауыл советының Бурнево ҡасабаһы тип иҫәпләнә.

1963 йылдың 1 февраленән алып — Выборг районы Ларионовский ауыл советы составында тора[6].

1965 йылдың 1 ғинуарынан — тағы Приозерский районы Ларионовский ауыл советы составында тора. 1965 йылда ҡасаба халҡы 168 кеше тәшкил итә[6].

1997 йылда Бурнево ҡасабаһында (Ларионовский улусы) 45 кеше йәшәй, 2002 йылда — 66 кеше (урыҫтар — 98 %)[7].

2007 йылда Бурнево ҡасабаһында 18 кеше, 2010 йылда — 12 кеше йәшәй[8][9].

Ҡасаба А121 «Сортавала» (Санкт-Петербург — Сортавала — автомобиль юлдары Р-21 «Кола») юлдарының төньяҡ өлөшөндә тора.

Административ үҙәктән ҡасабаға тиклем ара — 9 км[8].

Яҡындағы Приозерск тимер юл станцияһына тиклем — 14 км[10].

Ҡасаба Лебединый күленең төньяҡ ярында урынлашҡан.

Урман кварталы, Налимовка[11].

  1. 1,0 1,1 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. Административно-территориальное деление Ленинградской области. 2007 год (урыҫ) — 2007. — 281 с.
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Ленинградская область (урыҫ)
  4. Административно-территориальное деление Ленинградской области 2017 г. (урыҫ)
  5. ИКО «Карелия». Посёлки Приозерского района // Балашов Е. А. «Карельский перешеек — земля неизведанная»
  6. 6,0 6,1 6,2 Справочник истории административно-территориального деления Ленинградской области. Дата обращения: 30 апрель 2019. Архивировано 17 август 2016 года. 2016 йыл 17 август архивланған.
  7. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — СПб. 1997. ISBN 5-86153-055-6. С. 102
  8. 8,0 8,1 Административно-территориальное деление Ленинградской области. — СПб. 2007. С. 124 2017 йыл 20 июль архивланған.
  9. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Ленинградская область. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 15 июнь 2018 года. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
  10. Административно-территориальное деление Ленинградской области / Сост. Т. А. Бадина. — Справочник. — Л.: Лениздат, 1966. — С. 72. — 197 с. — 8000 экз.
  11. Система «Налоговая справка». Справочник почтовых индексов. Приозерский район Ленинградская область(недоступная ссылка)