Бурыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бурыш
Бурыш
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡылыс һыртлы балыҡтар
Отряд: Сазан балыҡтар
Ғаилә: Сазандар
Ырыу: Бурыштар
Төр: Бурыш
Латинса исеме
Chondrostoma nasus
(Linnaeus, 1758)
ITIS 639383
NCBI 52619

Бурыш, борож, түбән ауыҙ, һалбыр ауыҙ (лат. Chondrostoma nasus, рус. подуст) — саҙандар төркөмөнә кергән йылға балығы. Һырты һоро, йә иһә ҡарағусҡыл, туше менән ян-яҡтары аҡ төҫтә. Ҡойроҡ йөҙгөстәре буҙ, ҡарағусҡыл төҫтә. Ҡалған өлөштәре — һарғылт йә иһә ҡыҙғылтыраҡ төҫтә була. Бурыштың ауырлығы кәм тигәндә бер килограмға етә, оҙонлоғо 50 см.

Тереклек итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәҡәт тәрән һыу төбөндә йәшәй. Йылғалар тамағында, таҙа, ҡомло һәм таллы урындарҙа осрай. Яр ситенә бик яҡын килмәй. Ярҙан, шаршыларҙан файҙаланып та ҡармаҡларга була. Уның ыуылдырыҡ сәскән мәле май айына тура килә. Таҙа һыуҙа йөҙөргә ярата. Ҡояшлы көн оҙоно яҡшы сиртә. Уға селәүсен, себен һәм ҡыҙыл ҡортто ем итеп файҙаланалар. Бурышты шулай уҡ үҫемлек емдәргә лә ҡармаҡларға мөмкин.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]