Эстәлеккә күсергә

Бүҫер үләне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүҫер үләне
Бүҫер үләне
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Herniaria glabra L. 1753, Sp. Pl.:218 typus


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  20299
NCBI  115624
EOL  582001
GRIN  t:310830
IPNI  434799-1

Бүҫер үләне (рус. Гры́жник гла́дкий, грыжник го́лый, лат. Herniária glábra) — ҡәнәферҙәр ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 5-15 см. Май-август айҙарында һарғылт сәскә ата.

35-ләп төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяк һәм Көньяк Африкала киң таралған. Йыраҡ Төньяҡтан тыш бөтә Европа өлөшө, Көнбайыш Себер, Кесе һәм Урта Азия, Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда Белорет, Дыуан, Йылыйыр, Салауат райондарында күпләп осрай. Йылға буйҙарында, туғайҙарҙа, ҡоро һәм дымлы яландарҙа үҫә.

5-20 см оҙонлоҡтағы күп йыллыҡ үҫемлек. Үҙәк тамырлы. Һабағы киң тармаҡлы. Япраҡтары ҡара-ҡаршы, ваҡ, эллипс формаһында. Сәскәләре ваҡ, күҙгә ташланмай, япраҡ ҡуйынтығына урынлашҡан. Емештәре — һәр береһендә берәр орлоғо булған асылмай торған тартмасыҡтар. Май-август айҙарында сәскә ата. Емештәре июль-августта өлгөрә. Орлоҡтарҙан үрсей. Үҫемлектең ер өҫтөндәге өлөшөндә сапониннар, флавоноидлар, кумарин, май бар. Халыҡ медицинаһында үләндән яһалған төнәтмәһе бөйөр һәм бәүел юлдары ауырыуҙары ялҡынһынған ваҡытта файҙаланыла. Ағыулы үҫемлек.

Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация
  • Все о цветах лесов, полей и рек / Выпуск. ред. С. Ю. Раделов — СПб: ООО «СЗКЭО», 2008. — С. 208. — 224 с. — ISBN 978-5-9603-0092-6.
  • Сорные растения СССР / Под ред. Б. А. Келлера — Л.: Изд-во АН СССР, 1934. — Т. 2. — С. 183—184.
  • Лазьков Г. А. Семейство гвоздичные (Caryophylleae) во флоре Кыргызстана. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 99—70. — ISBN 5-87317-319-2.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1