Бөйөк Александр I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөйөк Александр I
ალექსანდრე I დიდი
Бөйөк Александр I
Грузия батшаһы
1412 — 1442
Алдан килеүсе: Константин I
Дауамсы: Вахтанг IV
 
Дине: Православ, грузин сиркәүе
Тыуған: 1390({{padleft:1390|4|0}})
Үлгән: 26 август 1445 йәки 7 март 1446
Ерләнгән: Светицховели
Нәҫел: Багратиондар
Атаһы: Константин I
Әсәһе: Натия
Ҡатыны: 1) Дуландухт
2) Тамара
Балалары: 1-се никахтан
улдары: Вахтанг IV һәм Деметре;
2-се никахтан
улдары: Георгий VIII, Давид
ҡыҙы: Заал
 
Автограф: Alexander I signature.svg

Бөйөк Александр I (груз. ალექსანდრე I დიდი, 1389—1443) — Грузия батшаһы (1412—1442). Батша Константин I һәм Натия Амиреджибиның улы. Багратиондар династияһынан.

Өләсәһе Русудан тәрбиәләп үҫтергән.

Илде яңынан төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хакимлек иткеүҙең тәүге йылдарында төрөкмәндәр яуында ҡатнашырға мәжбүр була. 1415 йылда тыныслыҡ урынлашҡас ҡына, Тамерлан яуынан ҡалған емеректәрҙе төҙәтә башлай. Бушаған ҡазнаны тулыларндырыу өсөн 1425 йылда һәр йорт башына һалым индерелә (1440 йылда бөтөрөлө). Алынған килемгә Свеицховели, Руиси, һәм башҡа монастырь һәм крепостар төҙөкләндерелә.

Грузияны элекке сиктәренә кире ҡайтарыу өсөн тырышлыҡтар була. 1431 йылда Лоре тигән әрмән ҡәлғәһен Грузияға ҡуша, төркмәндәр власында ҡалған Лоре үҙәнен баҫып ала. Был ерҙәр иҫәбенә Грузия армияһы 6000 мең ғаиләгә арта. Сюниктан әрмән ҡасҡындарына киренән Грузияға ҡайтарырға булышлыҡ итә.

Һуғыштар ваҡытында ҡаҡшаған Грузин сиркәүе ер биләүселеген кире ҡайтара, сит илдәрҙәге грузин монастырҙарын яңырта.

Эске сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр I Хакимлек итеүҙең тәүге йылдарында уҡ (1412—1415) Дадиани, Шарвашидзе, атабаг Самцхе кеүек фетнә күтәреүсе кенәздәрҙе баҫтыра. Ҡайһы бер төбәктәрҙең башлыҡтарын алыштыра, уларҙың урынына улдарын —Вахтангды, Дмитрийҙы һәм Георгийҙы тәғәйенләй. Тик был кире һөҙөмтә бирә. Илдең сәйәми тормошонда уларҙың роле күтәрелә. Аталары иҫән ваҡытта уҡ уларҙы батша тип йөрөтәләр, улырҙың төп маҡсаты — феодалдарҙың мәнфәғәтенә лоббирлыҡ итеү.

Батшалыҡ иткән дәүерҙә батша улдарының һәм ғаиләһенең башҡа вәкилдәренең теләктәрен иҫәпкә алырға мәжбүр була. Батша документтары батша исеменән генә түгел, ғаиләһе исеменән иғлан ителә. Был үҙәк властың өаөшауына килтерә.

Был ҡатмарлы хәлдән сығыу өсөн Александр I тәхетән баш тарта һәм сәсен ҡырҙырып алдырып монах Афанасий булып йөрөй (1442).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе никахта Бешкен кенәзе Орбелян ҡыҙына өйләнгән була. Никахта тыуған балалары:

  • ҡыҙы (1412—1438 йылдан һуңыраҡ), батша ҡыҙы. Трапезунд императоры .Иоанном IV-сегә (Калоиоанн) кейәүгә сыға.
  • Вахтанг IV (1413—1446), Грузия батшаһы (1442—1446)
  • Деметр (1413—1453), «провинция батшаһы».

Икенсе никахта Көнбайыш Грузия батшаһы ҡыҙы Тамараға өйләнә. Никахта тыуған балалары:

  • Георгий VIII (1415/17 — 1476) Грузия батшаһы (1446—1466), 1466—1476 йылдарҙа Кахети батшаһы Георгий I.
  • Давид II (1417—1457) Грузияның католик-Патриархы (1426—1430).
  • Заал (1428—1442 йылдан һуңыраҡ), батша улы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]