Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Британия (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Британия
Рәсем
Ҡушамат Blighty, Albion һәм Britannia
Кем хөрмәтенә аталған Британия[d], Брут Троянский[d] һәм британцы[d]
Этнохороним Brit
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Бөйөк Британия
Сәғәт бүлкәте ECG[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Төньяҡ диңгеҙ, Ирландия диңгеҙе, Кельтское море[d] һәм Гебридское море[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Британия утрауҙары[d]
Территория перекрывается с Бөйөк Британия
Иң юғары нөктә Бен-Невис[d]
Халыҡ һаны 65 121 000 кеше (2021)[1]
Майҙан 228 938 км²[2][3][4]
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Карта
 Бөйөк Британия Викимилектә

Бөйөк Британия (ингл. Great Britain, валл. Prydain Fawr, гэльск. Breetainn, корнск. Breten Veur, скотс. Great Breetain) — Европалағы иң ҙур һәм донъяла майҙаны буйынса етенсе урын биләгән утрау. Уның майҙаны — 229 946 кв. км, Хонсю утрауынан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Утрауҙың төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — 1440 км тирәһе. Халҡының һаны (67 млн кеше) буйынса ул донъяла Ява һәм Хонсю утрауҙарынан ҡала өсөнсө урынды биләй. Британия утрауҙары составына инә. Берләшкән Короллек территорияһының 95 проценты, атап әйткәндә, Англия, Шотландия һәм Уэльстың төп территориялары утрауҙа урынлашҡан[5].

Сиктәре:

Утрау Атлантик океан һыуҙары менән уратып алынған. Норвегия һәм Даниянан һай һыулы Төньяҡ диңгеҙ, Франциянан тар Ла-Манш һәм Па-де-Кале боғаҙҙары, Ирландия диңгеҙе, Ирландия утрауынан Изге Георг боғаҙы һәм Төньяҡ боғаҙ менән айырыла. Уның хәҙерге яр буйы һыҙаттары сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килгән; ул ҡултыҡтар менән ныҡ йырғысланған: төньяҡта фьордтар һәм көньяҡта йылға эстуарҙары[6].

Көньяҡта утрауҙың рельефы күбеһенсә тигеҙ. Уэльста бейеклеге 1085 метрға тиклем еткән Кембрий тауҙары урынлашҡан. Англияның төньяғында Пенна тауҙары (893 м тиклем, Кросс-Фелл), көнбайышта Камберленд тауҙары (978 м тиклем, Пайк) һәм төньяҡта Көньяҡ Шотландия ҡалҡыулығына (843 м тиклем, Меррик) күсә. Һуңғыһы Төньяҡ-Шотланд ҡалҡыулығынан Урта Шотландия уйһыулығы менән айырыла, унда илдең иң бейек тауҙары Бен-Невис (1344 м) һәм Бен-Макдуи (1309 м)[6] урынлашҡан.

Бөйөк Британияның иң оҙон йылғалары — Северн (354 км) һәм Темза (334 км), иң ҙур күлдәр — Лох-Ломонд (71 км2) һәм Лох-Несс (56 км2), иң ҙур ярымутрауҙар — Уэльс һәм Корнуолл[6].

  • Бөйөк Британия географияһы
  • Британия утрауҙары исемлеге
  • Майҙаны буйынса утрауҙар исемлеге
  1. https://www.ons.gov.uk/peoplepopulationandcommunity/populationandmigration/populationestimates/bulletins/annualmidyearpopulationestimates/latest
  2. Great Britain // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Great Britain // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Great Britain // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Great Britain | island, Europe | Britannica (ингл.). www.britannica.com. Дата обращения: 7 октябрь 2022. Архивировано 8 октябрь 2022 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 ВЕЛИКОБРИТА́НИЯ // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.