Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мордовия яугирҙәре мемориалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мордовия яугирҙәре мемориалы
Нигеҙләү датаһы 1970
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Саранск
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Saransk[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться площадь Победы
Карта
 Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мордовия яугирҙәре мемориалы Викимилектә

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мордовия яугирҙәре мемориалыСаранск ҡалаһы үҙәгендә Еңеү майҙанындағы мемориаль комплекс

Мемориаль комплекс ҡоролмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл яугир, бөйөк ватан һуғышында һәләк булған

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мордовия яугирҙәое һәйкәле 1970 йылдың 9 майында асыла. Скульптура улы-һалдатҡа Мордовия-Әсәнең ҡылыс тапшырыуын һүрәтләй. Һәйкәл янында торған 18 метрлыҡ гранит пилонда яҙыуҙар: "1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет иленең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булған яугирҙәргә мәңгелек дан. Һеҙ тормоштан тормошто ҡотҡарыу өсөн киттегеҙ. Һеҙҙең батырлығығыҙ, һеҙҙең исемдәрегеҙ халыҡ йөрәгендә мәңге һаҡланыр"'[2]. Һәйкәлдең авторы скульптор Н. В. Томский, архитекторы А. Н. Душкин. Һәйкәл янында Мәңгелек ут яна.

20042005 йылдарҙа һәйкәлдең көньяҡ яғында мемориаль стена (архитекторҙары В.А.Бродовский һәм И.В.Соловьев) — 54 метр оҙонлоғондағы ҡоролма ҡуйыла[3] колонналарҙың ике рәте араһында ҡара шымартылған таш менән көпләнгән 10 пилон урынлаша, унда Саранск ҡалаһында тыуған яугирҙарҙың, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған.

Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы музейы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдың ың 6 майында һәйкәл янында 1941—1945 йылдарҙағы хәрби һәм хеҙмәт батырлығы музейы асыла (архитекторҙары Р. Г. Кананин, А В. Костин). Музей менән йәнәш асыҡ һауала хәрби бронетанк һәм артиллерия техникаһы экспозицияһы ойошторолған.

Яугир-интернационалистар һәйкәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1985 йылда музейҙың көнбайыш яғынан алһыу гранит менән көпләнгән биш стеланан торған мемориаль композиция урынлашҡан, уларҙа 5 меңгә яҡын яугирҙың — Саранскта тыуып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған. Әммә был композиция тиҙ емерелә һәм бер нисә тапҡыр йүнәтергә тырышыуҙарҙан һуң һүтеп алына. 2005 йылда уның урынына локаль һуғыштарҙа һәм конфликттарҙа һәләк булған яугир-интернационалистар һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр һәйкәле ҡуйыла (Скульпторы Н. М.Филатов, архитекторы В.А. Бродовский)[3]Градостроительные ориентиры российских столиц: Саранск: монография / В. Ф. Вавилин, В. А. Моисеенко, В. В. Вавилин; под общ. ред. В. Ф. Вавилина. — Саранск: Изд-во Мордов. ун-та, 2009. — С. 150—171. — 604 с. — ISBN 978-5-7103-2133-1.</ref>. Һәйкәл ҡулына автомат тотоп атакаға ташланған һалдат фигураһын һүрәтләй.

«Тамуҡтан ҡасыу» обелискыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙың көнсығыш яғында Мордовиянан М.П. Девятаев етәкселегендә фашист концлагерынан ҡасҡан бер төркөм совет хәрби әсирҙәренә арналған һәйкәл урынлашҡан.

Еңеү майҙанының көнбайыш өлөшөндә 2000 йылда Изге кенәз Александр Невскийға бағышланған сиркәү төҙөлгән. Сиркәүҙең бинаһы (В.И. Бабаков проекты) һигеҙ мөйөшлө, диаметры 4,5 м, бейеклеге 6 метр тәшкил итә, ҡыҙыл һәм аҡ кирбестән һалынған. Һигеҙ ҡырлы сатыр ҡыйығын алтынға ялатылған тәре менән көмбәҙ ослай, тағы бер көмбәҙ инеү урыны өҫтөндә урынлашҡан. Сиркәүҙең дөйөм бейеклеге 20 метр тәшкил итә[3].

  • Һәләк булған яугирҙәр һәйкәле урынында элек А.И.Полежаев һәйкәле булған, әммә ул оҙаҡҡа сыҙамай торған материалдан төҙөлгән һәм туҙған, аҙаҡ һүтеп алынған[3].
  • XIX быуатта төҙөлгән музей артындағы өс ҡатлы йорт төрмә замогы булған. Шул ваҡытта уҡ ул бейек диуарҙар менән уратып алынған була[3]. Бында 1860 йылда рус яҙыусыһы П. Н. Горский һөргөндә булған[4]. Хәҙерге ваҡытта бинала ҡала хакимиәте хеҙмәте урынлашҡан.
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. Площади Саранска: Площадь Победы
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Градостроительные ориентиры российских столиц: Саранск: монография / В. Ф. Вавилин, В. А. Моисеенко, В. В. Вавилин; под общ. ред. В. Ф. Вавилина. — Саранск: Изд-во Мордов. ун-та, 2009. — С. 150—171. — 604 с. — ISBN 978-5-7103-2133-1.
  4. Куклин В. Н. Биографии саранских улиц. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1983. — С. 69. — 160 с.
  • / сост. Н. С. Крутов, Е. М. Голубчик, С. С. Маркова. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 2005. — С. 168. — ISBN 5-7595-1662-0.