Эстәлеккә күсергә

Бөртөклө есем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бөртөклө матдә битенән йүнәлтелде)
Бөртөклө есем
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә granular mechanics[d]
Коллаж
 Бөртөклө есем Викимилектә

Бөртөклө есем — тоташ мөхиттең бер төрө, бер-береһе менән үҙ-ара контактлы мөнәсәбәттә механик энергияһын юғалтыусан күп күләмдәге айырым макроскопик ҡаты киҫәксәләрҙән тора.

Бөртөклө есемдәр физикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡариҙел йылғаһы ярындағы ҡырсынташ

Бөртөклө есемдәрҙең физикаһы йомшаҡ матдә физикаһына ҡарай, статика һәм бөртөклө мөхиттәр динамикаһы мәсьәләрен тикшерә. Ғәмәлдә был ҡом, тупраҡ, иген культуралары, цемент һ. б.осраҡтарға ҡағылырға мөмкин.

Физика йәһәтенән бөртөклө есемдәрҙең үҙенсәлектәре һәм уларҙың көсөргәнешле торошо ҡарала.Ғәмәли планда был ошондай иҫәп-хисаптар эшләргә мөмкинлек бирә:

  • ҡоролма нигеҙҙәре ныҡлығы,
  • юл өйөмдәре (откос) тотороҡлоғо,
  • бөртөклө есемдәрҙең баҫымын билдәләү:
  • терәк диуарҙарға,
  • һаҡлағыс диуарҙарына,
  • ергә ҡаҙып ултыртылған ҡоролмаларға һ.б.

Ғәмәли иҫәп-хисап үткәреүҙе еңеләйтеү өсөн ярҙамсы таблицалар һәм графиктар ҡулланыла.

Бөртөклө төҙөлөш материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иретмәләр, бетондар өсөн һибелмә төҙөлөш материалдары ҡулланыла, улар мәғдән булмаған есемдәр тип атала. Шулай уҡ һибелмә материалдар территорияларҙы төҙөкләндереү, төҙөлөштә, һәм башҡа шундай маҡсаттарҙа файҙаланыла, башлыса, йәбешкәк төҙөлөш материалдары менән ҡулланыла. Төҙөлөштә бөртөклө материалдар – йыйылма атама: ваҡ таш, керамзит, ҡом, ҡырсын, бут ташы, термолит һәм башҡалар [1].


Тышҡы рәсемдәр
Приложимость закона Архимеда к песку находит себе применение в технике
Тышҡы рәсемдәр
Опыты В. Брэгга с центробежной машиной

Бөртөклө иген культуралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кешенең төп икмәге - бойҙай баҫыуы

Был культураларҙың орлоҡтары аҙыҡ-түлек һәм мал аҙығы булараҡ ҡулланыла, он тартыу, ярма ярыу, ҡатнаш аҙыҡ сәнәғәте өсөн сеймал булып тора. Икмәк бешереүҙә, макарон һәм ҡамыр аштары, аҙыҡ концентраттары, консервалар, шулай уҡ һыра ҡайнатыу һәм спирт етештереүҙә ҡулланыла.

Бөртөклө иген культураларына ошолар инә: икмәк культуралары — арыш, бойҙай; мал аҙығы — арпа, һоло, кукуруз, сорго һәм башҡалар; ҡуҙаҡлылар — борсаҡ, нут, соя, фасоль һәм башҡалар; ярма культуралары — ҡарабойҙай, тары һәм башҡалар.

  1. Какие есть сыпучие строительные материалы[1]