Эстәлеккә күсергә

Бөтә Рәсәй дәүләт юстиция университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә Рәсәй дәүләт юстиция университеты
Нигеҙләү датаһы 1970
Рәсми атамаһы Всероссийский государственный университет юстиции
Ҡыҫҡаса атамаһы ВГУ юстиции
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Уҡыусылар һаны 20 000
Рәсми сайт rpa-mu.ru
Карта

Бөтә Рәсәй дәүләт юстиция университеты (2015 йылдың майына тиклем — Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығының Рәсәй хоҡуҡи академияһы [РПА Минюста России]) — юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы. Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығының Мәскәүҙә урынлашҡан белем биреү һәм ғилми учреждениеһы, төрлө ҡалаларҙа 15 филиалы бар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм юридик хеҙмәттәр өсөн белгестәр әҙерләүсе, тар йүнәлешле махсуслаштырылған юридик юғары уҡыу йорто.

Университетты ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте. Ойоштороусы функцияларын һәм вәкәләттәрен Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы тормошҡа ашыра.

1970 йылда КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының ҡарары менән Бөтә Союз юридик фәндәр институты Бөтә Союз юстиция хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институты (ВИУРЮ) тип үҙгәртелә. СССР Министрҙар Советының 1990 йылдың 6 мартындағы 250-се ҡарары менән ВИУРЯ һәм элекке Бөтә Союз совет закондар сығарыу ғилми-тикшеренеү институтының хоҡуҡи мәғлүмәт ғилми үҙәге һәм ғилми бүлектәре (ВНИИСЗ) базаһында СССР Юстиция министрлығының Хоҡуҡи академияһы ойошторола[2].

РСФСР Хөкүмәтенең 1991 йылдың 2 декабрендәге 28-се ҡарары менән Бөтә Союз юстиция хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институты СССР Юстиция министрлығының Хоҡуҡи академияһы итеп үҙгәртелә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1992 йылдың 8 майындағы 295-се ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Рәсәй академияһы ойошторола.

1998 йылдан, юридик факультет булдырылғандан һуң, юғары уҡыу йорто квалификация күтәреү менән генә шөғөлләнмәй, ә белгестәр әҙерләй. 2010 йылда академия өҫтәмә һынауҙар үткәреү хоҡуғы бирелгән 11 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә.

Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының 2015 йылдың 25 февралдәге «юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының «Рәсәй хоҡуҡи академияһы»ның һәм уның филиалдарының исемен үҙгәртеү тураһында» 41-се бойороғо менән, Академия юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Бөтә Рәсәй дәүләт юстиция университеты (РПА Минюста России)» тип үҙгәртелә[3].

Белем биреү эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет түбәндәге белеме биреү программалары буйынса әҙерлек алып бара:

  • Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү;
  • Урта профессиональ белем биреү (колледж)
  • «Юриспруденция» һөнәре буйынса юғары белем биреү (махсуслашыуҙар: дәүләт-хоҡуҡи, гражданлыҡ-хоҡуҡи, енәйәт-хоҡуҡи, халыҡ-ара-хоҡуҡи);
  • Магистратура
  • Аспирантура, докторантура;
  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү;
  • Икенсе юғары белем.

Университет янында фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге (ЦНИ)[4], ике диссертация советы эшләй[5].

  • Социаль-хоҡуҡи факультет
  • Юридик факультет (милли именлекте хоҡуҡи тәьмин итеү, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге)
  • Магистратура факультеты
  • Юғары квалификациялы ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү факультеты (аспирантура, докторантура)
  • Квалификацияны күтәреү факультеты
  • Административ һәм финанс хоҡуғы
  • Хәрби кафедра[6]
  • Граждандар хоҡуғы
  • Сит телдәр
  • Мәғлүмәт хоҡуғы, информатика һәм математика
  • Конституцион һәм халыҡ-ара хоҡуҡ
  • Халыҡ-ара хоҡуҡ, адвокатура һәм нотариат
  • Суд приставтары хеҙмәтен һәм башҡарма производствоны ойоштороу
  • Эшҡыуарлыҡ хоҡуғы, граждандар һәм арбитраж процесы
  • Рус теле, риторика һәм профессиональ мәҙәниәт
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы һәм философия
  • Хеҙмәт хоҡуҡтары һәм социаль тәьминәт хоҡуғы
  • Енәйәт хоҡуғы һәм криминология
  • Енәйәт-процессуаль хоҡуҡ һәм криминалистика
  • Физик культура һәм махсус әҙерлек
  • Дубровинский, Борис Михайлович — директор вазифаһын башҡарыусы. 1970—1976 йй.
  • Соколов Николай Яковлевич — 1976—1980 йй., директор.
  • Халдеев, Лев Семенович — директор. 1980—1990 йй.
  • Самощенко, Иван Сергеевич — ректор, 1990—1991 йй.
  • Шәрәфетдинов, Нуриман Фәйзрахман улы — президент 1991—1995 йй.
  • Ершов, Валентин Валентинович — президент 1995—2001 йй.
  • Гейхман, Владимир Львович — ректор, 2001—2004 йй.
  • Звечаровский, Игорь Эдуардович — 2004—2006 йй. ректор
  • Смирнов Александр Федорович — ректор 2006—2008 йй.
  • Россинский, Борис Вульфович — ректор вазифаһын башҡарыусы, 2008—2009 йй.
  • Герасимов, Сергей Иванович — ректор 2009—2014 йй.
  • Россинский, Борис Вульфович — ректоры 2014 й.
  • Александрова, Ольга Ивановна — ректор 12.11.2014 й. башлап

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхәмәтшин, Фәрит Мөбәрәк улы
  • Попов, Денис Геннадьевич
  • Төньяҡ юридик институты (филиал) (Петрозаводск ҡалаһы, Онега флотилияһы урамы, й. 51)
  • Санкт-Петербург юридик институты (филиал) (Санкт-Петербург, Васильевский утрауы, 10-сы линия, й. 19, литер А)
  • Калуга юридик институты (филиал) (Калуга өлкәһе, Калуга ҡалаһы, Мәскәү урамы, 256А)
  • Ростов юридик институты (филиалы) (Дондағы Ростов ҡалаһы, 14 линия урамы, 50)
  • Тула юридик институты (филиалы) (Тула өлкәһе, Тула ҡалаһы, Ленин просп., 104)
  • Волга буйы юридик институты (филиалы) (Һарытау ҡалаһы, Радищев урамы, 55)
  • Төньяҡ-Кавказ юридик институты (филиалы) (Дағстан Республикаһы, Махачкала ҡалаһы, Акушинский урамы, й.7)
  • Ҡазан юридик институты (филиалы) (Татарстан Республикаһы, Ҡазан ҡалаһы, Фатых Амирхан урамы, 12А, к1)
  • Көнбайыш-Себер өҫтәмә профессиональ белем биреү институты (филиалы) (Алтай крайы, Барнаул ҡалаһы, Ленин просп., 81)
  • Урта-Иҙел юридик институты (филиалы) (Саранск ҡалаһы, Федосеенко урамы, й. 6)
  • Урал юридик өҫтәмә профессиональ белем биреү институты (филиалы) (Екатеринбург ҡалаһы, Ҡыҙыл Армия урамы, 78а)
  • Ижевск юридик институты (филиалы) (Ижевск ҡалаһы, Заречное шоссе урамы, й. 23)
  • Иркутск юридик институты (филиалы) (Иркутск ҡалаһы, Некрасов урамы, й. 4)
  • Алыҫ Көнсығыш юридик институты (филиалы) (Хабаровск ҡалаһы, Герасимов урамы, й. 31)
  • Сочи юридик институты (филиалы) (Краснодар крайы, Сочи ҡалаһы, Дагомысская урамы, 42)

Нәшриәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта университеттың 15 институты (филиалы) бар]:

Бөтә Рәсәй дәүләт юстиция университеты хоҡуҡи тематикалы «Вестник Российской правовой академии» һәм «Правовая культура» журналы баҫтыра. Ике баҫма ла ВАК исемлегенә ингән.

Юридик клиниканың төп тәғәйенләнеше булып[7] социаль ярҙамға мохтаж граждандарға, академия студенттарының даими эшләүсе базаһын ойоштороуҙа, шулай уҡ «Халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү» дисциплинаһы буйынса практик дәрестәр үткәреүҙә түләүһеҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү тора.

Хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү университеттың уҡытыусылары һәм өлкән курс студенттары тарафынан бары тик бушлай тормошҡа ашырыла.