Эстәлеккә күсергә

Вагиф Солтанлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вагиф Солтанлы
әзерб. Vaqif Soltan oğlu Verdiyev
Тыуған көнө

26 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (66 йәш)

Вагиф Солтанлы (әзерб. Vaqif Soltan oğlu Verdiyev, 1958 йылдың 26 мартында Әзербайжандың Күрдәмир районының Шаһсевән ауылында тыуған) – әзербайджан языусыһы, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе һәм публицист, филология фәндәре докторы, профессор[1].

Вагиф Солтанлы 1958 йылдың 26 мартында Азербайжан Республикаһы Күрдәмир районының Шаһсәвән ауылында тыуған. Көһнебазар ауылында урта мәктәпте тамамлай (1964-1974). Ул бер үк ваҡытта Күрдәмир районындағы музыка мәктәбендә уҡый (1970-1975). Бер ни тиклем ваҡыт Күрдәмир районының электрҙар селтәрендә эшләй (1974-1976).

Баҡы дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай (1981).

Хеҙмәт юлын Исмайыллы районының Галаджыг ауылда әзербайжан теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһында башлай, унда йүнәлтмә буйынса тәғәйенләнә. Һуңынан АДУ-ла Хәҙерге Әзербайжан әҙәбиәте кафедраһы аспирантураһында белем ала.

1984 йылда «Әзербайжан драматургияһында характер проблемаһы (1970-1980)» тигән темаға кандидатлыҡ, 1997 йылда – «Мәммәд Әмин Рәсүлзаденең тормошо һәм әҙәби эшмәкәрлеге» тигән темаға докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1999 йылдан алып Баҡы дәүләт университетының әзербайжан әҙәбиәте тарихы кафедраһы профессоры.

Даими рәүештә йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. 1991 йылда Бөтә донъя Әзербайжанды өйрәнеүселәр ассоциацияһын ойоштора һәм уның предстедателе итеп һайлана.

Американың «Азатлыҡ» һәм «Азат Европа» радиостанцияларындағы Әзербайжан редакцияһында әҙәби тапшырыуҙар буйынса хәбәрсе булып эшләй (1995-1998). Поляктарҙың – «Худафәрин» (1995), шведтарҙың – «Араз» (1996-1997) һәм американдарҙың «Бөтә донъя әзербайжандары» (2000-2012) исемле баҫмаларының баш мөхәррире була[2].

Төркиәләге Кипр-Балкандар-Евразия Төрки Әҙәбиәте Ойошмаһының (KIBATEK) Кавказ бюроһы етәксеһе вазиваһын башҡара. 1999 йылдың июненән октябргә тиклем Бөйөк Британияның Эдинбург университетында «Инглиз филологияһы һәм көнбайыш мәҙәниәте» тигән йүнәлеш буйынса фәнни практика үтә. Гасан бей Зардаби исемендәге премияға (1995), төрки телдәре үҫешенә индергән хеҙмәте өсөн Кипр-Балкандар-Евразия төрки әҙәбиәте ойошмаһының (KIBATEK) (2003) халыҡ-ара наградаһына, Мысыр мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһына (2014), төрки телдәрҙе тергеҙеү хеҙмәте түңәрәктәрен йәнләдергәне өсөн наградаға лайыҡ була (2017).

Швецияла (2001), Голландияла (2002), Германияла (2004), Бельгияла (2008) һәм Бөйөк Британияла (2010) үткәрелгән Бөтә донъя әзербайжандар конгресы (ДӘК) симпозиумдары идараһы ағзаһы булып һайланыла. 2012 йылда ойошторолған, үҙәк офисы Пекинда урынлашҡан эпосты өйрәнеүсе Халыҡ-ара ойошманың ағзаһы булып тора (Epic for The International Studies Society). 2018 йылда АҠШ-та урынлашҡан Халыҡ-ара яҙыусылар ассоциацияһы ағзаһы итеп һайланыла. Уның әҫәрҙәре АҠШ-та, Англияла, Төркиәлә, Данияла, Мысырҙа, Иранда, Рәсәйҙә, Украина һ. б. баҫылып сыға. Төрлө илдәрҙә үткәрелгән Халыҡ-ара симпозиумдарҙа, конференцияларҙа, семинарҙарҙа һәм форумдарҙа ҡатнашып, Әзербайжан әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен донъяға таныта. Өйләнгән, ике балаһы бар.

Әҙәби эшмәкәрлеге уның иртә йәштән башланһа ла тәүге «Әрем еҫе» хикәйәһе 1980 йылда ғына «Әзербайжан ҡатын-ҡыҙы» журналында донъя күрә. Шунан бирле уның матбуғатта даими рәүештә хикәйәләре, тәржемә һәм фәнни-публицистик мәҡәләләре баҫылып тора.

Авторҙың «Онотолған төш» (1982) повесә иғтибарға лайыҡ әҫәрҙәрҙенең береһе булып тора. Юл төҙөү аркаһында зыяратты күсереүеҙе һүрәтләгәндә ауыл халҡының мораль-этик сифаттары асыҡлана. Был йәмғиәттә уткән ауыр замандар тураһында уйланыуҙар тыуҙыра. Повеста һүрәтләнеүнсә бульдозер йөрөтөүсенең үҙен үҙе ултереү менән бөтә. Автор рухи-этик мәҫьәлә күтәреп, хәҙерге йәмғиәттең әхлаҡи һәлен күрһәтә. Роман «Кеше дингеҙе» (1992) реаль күренеште шартлы-метафорик стиль менән бәйләй һәм был күренеш автор ижадында айырым урын алып тора. Романда ХХ быуатты 80-се йылдында барған ваҡиғаларҙы әҫәр геройы үлем язаһынан ҡотолоп, сит ҡалала йәшәүсе аша, йәмғиәттең рухи һәм әхлаҡи торошо сағылдырыла. «Сүлдәге һуғыш» романы (2010), үҙенең үҙенсәлекле нарратив стиле менән айырыла. Романдың геройы ваҡыт төшөнсәhенең бүленеүе арҡаhында хәҙерге замандан киләсәк заманға йүнәлтелеүе һүрәтләнә. Ваҡиғаларҙың ошо юҫыҡта барыуы аша автор үҙенең әҫәрендә кеше һәм донъяуи фәлсәфә куҙлегенән тасуирлай. «Сүлдәге һуғыш» романы донъялағы барлыҡҡа килгән ғәмһиҙлекте, үҙ эсеңдә ситтә ҡалыуҙы, үҙенең кәрәк булмауыңды күрһәтеүе бик отошло әҫәр.

Вагиф Солтанлының «Аҡ юл», «Иртәнге томан», «Япраҡһыҙ ботаҡтарҙың йәшел йыры», «Илгиҙәр», «Мәмерйә», «Поляр төн», «Тыуған илем», «Утрау», «Марево», «Кире ағым», «Телһеҙ балдаҡ», «Көл ситлек», «Шаҡмаҡлы оя», «Арҡылы күләгә», «Балсыҡлы сихыр» кеүек хикәйәләре тел-стиль үҙенсәлектәре йәһәтенән үҙенсәлекле. Шулай уҡ авторҙың «Осрашыу урыны», «Наваи-Гумру», «Хумаюн» һ. б.кеүек тарихи хикәйәләре лә бар. Шулай уҡ ул лирик-романтик стилдә яҙылған күп кенә миниатюралар авторы ла.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Художестволы ижад менән бер рәттән, автор шулай уҡ сәнғәтең теоретик һәм эстетик мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме менән бәйле эҙләнеүҙәре «Мәммәд Әмин Рәсүлзаденең әҙәби донъяһы» (1993), «Ауыр юл юлсыһы» (1996), «Азатлыҡ офоҡтары» (1997), «Әзербайжан эмиграция әҙәбиәте» (1998), «Әҙәби-теоретик иллюстрациялар» (2000), «Ғүмерҙе ҡотҡарыу яры» (2004), «Әҙәби тәнҡитте уҡытыу мәсьәләләре» (2007), «Әзербайжан әҙәби тәнҡите» (2012), «Бойондороҡһоҙлоҡҡа мөхәббәт» (2014), «Әзербайжан әҙәби тәнҡите» (2019) һ.б. китаптарында сағылдырылған. Әзербайжан эмиграция әҙәбиәте менән бәйле тикшеренеүҙәре авторҙың әҙәбиәт ғилеме эшмәкәрлегендә айырым урын биләй. Вагиф Солтанлы әҙәби процесс һәм тәнҡит менән бәйле күп кенә публицистик, фәнни-публицистик мәҡәләләр авторы. Халыҡ-ара конференцияларҙа, симпозиумдарҙа, семинарҙарҙа, форумдарҙа уҡыған докладтары уның ғилми ижадының мөһим өлөшөн тәшкил итә[3].

Шулай уҡ Вагиф Солтанлы тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Әзербайжан теленә Нури Решат Гюнтекиндең «Япраҡ ҡойолоуы» һәм «Тирмән» романдарын, Сергей Житомирскийҙың «Сиракуз ғалимы: Архимед» тарихи повесын, Эрвин Штритматтер, Ярослав Гашек, Вейо Мери, Густав Стопки һәм башҡаларҙың хикәйәләрен тәржемә итеп баҫтырып сығара. Рус теленән (берлектә) Мәммәд Әмин Расулзаденең «Пантуранизм хаҡында» әҫәрен тәржемә итә.

  • Һүнгән йондоҙҙар (повесть һәм хикәйәләр) – 1988
  • Кеше диңгеҙе (роман) – 1992
  • Мәммәд Әмин Рәсүлзаденең әҙәби донъяһы (уҡыу әсбабы) – 1993
  • Ауыр юл юлсыһы (монография) – 1996
  • Азатлыҡ офоҡтары (мәҡәләләр йыйынтығы) – 1997
  • Әзербайжан эмиграция әҙәбиәте (уҡыу әсбабы) – 1998
  • Ҡолдар баҙары (хикәйәләр, миниатюралар, эссе) – 1999
  • Әҙәби-теоретик иллюстрациялар (теоретик фрагменттар) – 2000
  • Онотолған төш (роман, хикәйәләр һәм эссе) – 2002
  • Ғүмерҙе ҡотҡарыу яры (диалог-монография) – 2004
  • Әҙәби тәнҡитте уҡытыу мәсьәләләре (уҡыу әсбабы) – 2007
  • Әзербайжан әҙәби тәнҡите (уҡыу әсбабы) – 2009
  • Яраҡһыҙ үҙән (роман һәм хикәйәләр) – 2010
  • Әзербайжан әҙәби тәнҡите – Төҙәтелгән II баҫма (уҡыу әсбабы) – 2012
  • Бойондороҡһоҙлоҡҡа мөхәббәт (монография) – 2014
  • Сүлдәге алыш (роман) – 2015
  • Әзербайжан әҙәби тәнҡите – Төҙәтелгән III баҫма (дәреслек) – 2019