Эстәлеккә күсергә

Важня (Бөйөк Новгород)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Важня
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород, часть 1[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Сенная площадь, 1
Карта
 Важня Викимилектә

Важня — Бөйөк Новгородтағы тарихи бина, ул ҡаланың Сенный майҙанында XIX быуат башында төҙөлгән. Важня бинһы Новгород ҡалаһының үлсәүҙәрен урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Важня (баш һүҙ «ваг» — үлсәү) 1829 йылда архитектор И. И. Рерберг 2-сенең проекты буйынса төҙөлгән булған. XIX быуат аҙағында бинала үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә: ошо эштәр барышында ике үткәүелгә нигеҙ һалынған, бинала яңы ишек һәм тәҙрә булдырылған. ХХ быуат урталарында Важня йортон торлаҡ бинаһы итеп үҙгәртеп ҡорғанғандар һәм был саҡта башҡа үткәүелдәр барлыҡҡа килгән, шул уҡ ваҡытта бинаның ҡаттары араһында ағас бүлкәләр ойошторолған. 1950 йылда бинаны ремонтлаған саҡта декор деталдәре бәреп төшөрөлгән. Бина 1971—1972 йылдарҙа Л. М. Шуляк етәкселегендә өлөшләтә тикшерелгән һәм реставрацияланған. Г. М. Штендер етәкселегендә 1984 йылда йорт тәүге проекты буйынса тергеҙелә һәм Новгород музей-ҡурсаулығының диспетчер пункты итеп яраҡлаштырыла. Был саҡта бүлмәләр араһындағы бүлкәләр һүтелә һәм бина ҡаттарының араһындағы ҡаплауҙары, йорттоң асамайҙары һүтеп алмаштырыла, йорт фасадының декоры тергеҙелә, бөтә яҡтан да йортҡа инерлек итеп юлдар асыла. XХI быуат башында бинала сувенирҙар магазины урынлаша, хәҙер бында — мәғлүмәт үҙәге тора[2].

Важня йорто — планда һигеҙ мөйөшлө ҡаралты, уның өҫтө һөҙәк сатырлы ҡыйыҡ менән ябылған. Бинаға дүрт яҡтан да инеп йөрөү юлы бар, инеү урындары ике яҡҡа асылмалы ҡапҡанан ғибәрәт. Элек ошо ҡапҡалар аша бинаның ихатаһына бесән тейәлгән йөктәр үткән. Инеү урындары араһындағы стеналарҙың тар ғына тәҙрәләре бар, уларҙың өҫтө ярымтүңәрәк формала тамамланған. Бинаның фасады бөтә яҡтан да үҙ-ара сиратлашып торған триглифлы һәм модульонлы Фриз менән осланып тора (улар 1980 йылдағы реставрациялау барышында тергеҙелгән). Шулай уҡ һуңғы реставрация ваҡытында бина диуарына терәтеп өҫтәлмә монолит терәү стенаһы төҙөлгән, стеналарының өҫтөнә уларҙы беркетеп тороусы тимер-бетон билбау һалынған. Хәҙерге көндә йорттоң стеналары бер аҙ ауышыраҡ булып тора[2].

  1. Распоряжение Исполнительного комитета Новгородского областного Совета народных депутатов № 31-р от 31.01.1966
  2. 2,0 2,1 Л. А. Секретарь. Губернские Присутственные места // Архитектурное наследие Великого Новгорода и Новгородской области / Мильчик М. И. (составитель). — СПб.: Спас, Лики России, 2008. — С. 186—187. — 656 с. — 2500 экз. — ISBN 978-5-903672-3-5.