Штендер Григорий Михайлович
Штендер Григорий Михайлович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 25 май 1927 |
Тыуған урыны | СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Киев |
Вафат булған көнө | 17 август 1992 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Бөйөк Новгород |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эш биреүсе | Ярослав Мудрый исемендәге Новгород дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | Киевский национальный университет строительства и архитектуры[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | архитектура фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Статус авторского права как автора | работы защищены авторским правом[d] |
Штендер Григорий Михайлович (25 май 1927 йыл — 17 август 1992 йыл) — совет һәм Рәсәй архитектор-реставраторы, архитектура тарихсыһы, рәссам. Архитектура кандидаты (1985), Новгород университеты профессоры (1989). Новгород реставрация мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Реставрация теорияһы һәм практикаһы буйынса күп хеҙмәт авторы (60-тан ашыу).
РСФСР Рәссамдар союзы һәм Архитекторҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (үлгәндән һуң, 1996).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Штендер Григорий Михайлович 1927 йылдың 25 майында Киевта тыуа. 1953 йылда, Киев инженер-төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң, ҡатыны И. А. Спивак менән йүнәлтмә буйынса Новгородҡа киләләр, һуңынан инде яҙмыштарын үҙенсәлекле боронғо рус архитектура һәйкәлдәре менән бәйләп, бында ғүмерлеккә ҡалалар.
1950—1990 йылдарҙа Г. М. Штендер Новгород, Чернигов, Смоленск, Псков, Иҫке Ладога, Киев, Полоцк һәм СССР-ҙың башҡа элекке ҡалаларының архитектура һәйкәлдәрен өйрәнә һәм тергеҙә. Новгородтың үҙендә ул 30-ҙан ашыуы ҡорам, монастырь ҡоролмалары, граждандар төҙөлөшөн, улар араһында София соборы, Новгород кремле стенаһының бер өлөшө лә була.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балалары: Штендер Вадим Грицевич , Штендер Ирина Грицевна
1992 йылдың 17 авгусында Новгородта вафат була. Раштыуа зыяратында ерләнә.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1993 йылда Новгородта Г. М. Штендер иҫтәлегенә арналған беренсе фәнни-ғәмәли конференция үтә.
2003 йылдың 15-18 апрелендә Бөйөк Новгородта архитектор-реставратор Г. М. Штендерға арналған икенсе фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә[1].
2007 йылдың 18 майында Новгород ерҙәре художество мәҙәниәте дәүләт музейында Григорий Михайлович Штендерҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла[2].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Штендер Г. М. Новгородское зодчество. Работы Новгородской реставрационной мастерской за 20 лет // Древнерусское искусство. Художественная культура Новгорода — М.: Наука, 1968. — 368 б. — (Древнерусское искусство). — 6300 экз. (в пер., суперобл.)
- Штендер Г. М. К вопросу о галереях Софии Новгородской (по материалам археологического исследования северо-западной части здания) // Реставрация и исследования памятников культуры. Вып. 2 — М.: Наука, 1982.
- Западные камеры собора Мирожского монастыря во Пскове // Древнерусское искусство. Художественная культура Х — первой половины XIII в., 1988.
- Новое о композиционном замысле Софийского собора в Киеве // Древнерусское искусство. Художественная культура Х — первой половины XIII в., 1988.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Конференция «Проблемы изучения и реставрации памятников древнерусской архитектуры и монументального искусства». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 сентябрь 2008. 20 октябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Григорий Михайлович Штендер (1927—1992) — Новгородская организация Союза художников России.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Архитектурное наследие Великого Новгорода и Новгородской области: Каталог / Составитель и научный редактор М. И. Мильчик — СПб.: Фонд содействия реставрации памятников истории и культуры «Спас» : Информационно-издательская фирма «Лики России», 2009. — 656 б. — 500 экз. — ISBN 978-5-87417-314-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Штендер Григорий Михайлович — Правительство Новгородской области: официальный сайт
- Храм Спаса Преображения на Нередице
- Церковь Св. Петра и Павла в Кожевниках
- Церковь Петра и Павла на Сильнище: заброшенный древний памятник
- Прощание новгородских воинов перед битвой с тевтонами. Автор Г. М. Штендер, 1980.
- «Это было недавно, это было давно…»: выставка памяти новгородских художников — Официальный сайт Министерства культуры Российской Федерации
- 25 майҙа тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Киевта тыуғандар
- 17 августа вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- СССР рәссамдары
- СССР архитекторҙары
- Архитектура кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр