Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы
Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1939 |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 апрель 2005 (66 йәш) |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (25 ғинуар 1939 йыл — 21 апрель 2005 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981, 1986) һәм Почёт Билдәһе (1976) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина 1939 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ольховка ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә Вазифа — иң кесеһе, йәғни унынсыһы, була[1]. Әсәһе ауылда абруйлы кешеләрҙән һанала, ауыл Советына ла һайлана[1]. Старатель булып эшләгән атаһы, ҡыҙ беренсе класта уҡый башлағас, вафат булып ҡала. Рудник ҡасабаһының Ольховка ауылында дүрт класс тамамлағандан һуң, Баймаҡта урта белем ала.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (1962), ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен (1966), Свердловск партия мәктәбен (1971) тамамлай[2].
1962—1965 йылдарҙа БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр урта мәктәп-интернатында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1965 йылда ВЛКСМ-дың Баймаҡ райкомына секретарь вазифаһына тәҡдим ителә. Ике йылдан Өфөгә, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары итеп үрләтелә (1966—1971). 1971—1976 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Артабан партия органдарында эшләй: 1976—1977 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1977—1982 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары. 1977 йылдан алып РСФСР-ҙың «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы идараһеның президиумы ағзаһы (1985 йылға тиклем), 1980—1985 йылдарҙа — БАССР-ҙың X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1982 йылдан 1990 йылға тиклем — БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары. 1985—1990 йылдарҙа — БАССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1990—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай секретариатында ойоштороу бүлеге мөдиренең урынбаҫары[2].
Бер нисә йыл Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы була.
Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина 2005 йылдың 21 апрелендә вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981, 1986)
- Почёт Билдәһе (1976)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Вазифа Байтурина никогда не сидела без дел…(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 http://urgaza.ru/persons/171/1398/Байтурина(недоступная ссылка) Вазифа Хамитовна
- ↑ БАЙТУРИНА — ВИДНЫЙ ГОСУДАРСТВЕННЫЙ ДЕЯТЕЛЬ НАШЕЙ РЕСПУБЛИКИ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вазифа Хамитовна(недоступная ссылка)
- БАЙТУРИНА — ВИДНЫЙ ГОСУДАРСТВЕННЫЙ ДЕЯТЕЛЬ НАШЕЙ РЕСПУБЛИКИ
- Вазифа Байтурина никогда не сидела без дел…(недоступная ссылка)