Валелағы сиркәү
Валелағы сиркәү | |
груз. ვალეს ღვთისმშობლის ეკლესია | |
Нигеҙләү датаһы | XVI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Вале[d] |
Урын | Самцхе-Джавахети[d] |
Епархия | Ахалцихская, Тао-Кларджетская и Лазская епархия[d] |
Башланыу датаһы | X быуат |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Валелағы сиркәү Викимилектә |
Валелағы Санта Мария сиркәүе (грузинса:ვალეს ღვთისმშობლის ეკლესია - Грузияның көньяғында Самцхе-Джавахети төбәгендәге Вале ҡалаһында урта быуаттарҙа төҙөлгән грузин православ сиркәүе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ун алтынсы быуат ҡомартҡыһы булып һаналған, Санта Марияға (Мәрйәм Инәгә) бағышланған ғибәҙәтхана. Уны унынсы быуаттың ахырындағы көмбәҙле сиркәүҙән реконструкциялап эшләгәндәр. Бинаның өс нефлы базиликаһы бар, унынсы быуаттан зиннәтле биҙәктәр - ябай кешеләрҙең, руханиҙарҙың һәм һыбайлы изгеләрҙең рельефлы һындары, шулай уҡ кәрниз һәм тәҙрә рамдары һаҡланып ҡалған.
Ҡыйыҡтағы ҡыңғырауҙар ҡуйылған урын 18-се йә 19-сы быуаттарҙа өҫтәп һалынған.
Ун алтынсы быуаттағы грузин яҙмаһы сиркәү Самцхе Кенәзлеге принцессаһы, кенәз ҡатыны Дедисимеди тарафынан яңынан төҙөтөлгән булыуын бәйән итә. Вале ҡалаһы ул саҡта ошо кенәзлеккә ингән булған [1] [2].
2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы сиркәү Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелә [3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Туманишвили, Дмитрий (2010). Памятники культурного наследия Грузии . Тбилиси: Национальное агентство по сохранению культурного наследия Грузии. р. 245. ISBN 978-9941-0-2725-3
- ↑ istoriisa da eTnologiis institutis Sromebi IX THE PROCEEDINGS OF THE INSTITUTE OF HISTORY AND ETHNOLOGY IX
- ↑ https://matsne.gov.ge/ka/document/view/99220?publication=0 2020 йыл 30 октябрь архивланған. ,,კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ“ грузинса