Гуров Валерий Николаевич
Гуров Валерий Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Маяҡ, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | педагогика һәм социология |
Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ставрополь дәүләт университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры |
Ғилми исеме | профессор[d][1] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гуров Валерий Николаевич (5 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1998). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001). К. Д. Ушинский миҙалы кавалеры (2015).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерий Николаевич Гуров 1949 йылдың 5 ғинуарында БАССР-ҙың Миәкә районы Миәкә совхозының Маяҡ ҡасабаһында (хәҙер шул уҡ Миәкә районының Маяҡ ауылы) тыуған.
1972 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетын тамамлаған (Бөрө ҡалаһы).
1974—1978 йылдарҙа — Бәләбәй ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә директор урынбаҫары, 1978—1983 йылдарҙа — директоры, 1983—1984 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 117-се мәктәбе директоры, 1984—1986 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы Октябрьский районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.
1986—1988 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы. 1988 йылдан өлкә комитеттағы эшен Башҡорт дәүләт педагогия институтында педагогик эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта башҡара (Ѳфѳ).
1990—2010 йылдарҙа Ставрополь крайында йәшәй. 1990—1993 йылдарҙа — Ставрополь крайы мәғариф хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институтында фән буйынса проректор һәм социаль педагогика һәм социаль эш кафедраһы мөдире. 1993—2011 — Ставрополь дәүләт университетының мәғариф менән идара итеү практикаһы һәм теорияһы кафедраһы мөдире. 2005 йылдан — бер үк ваҡытта Ставрополь дәүләт университетында квалификация күтәреү факультетының деканы. 2001 йылдан алып В. Н. Гуров ғаилә һәм тәрбиә буйынса Дәүләт ғилми-тикшеренеү институтының Ставрополь филиалы директоры, 2001 йылдан алып педагогик белем биреү буйынса халыҡ-ара педагогик фәндәр академияһының Ставрополь филиалы рәйесе, 2003 йылдан «Рәсәйҙең педагогия йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһының Ставрополь бүлексәһе рәйесе.
2011—2014 йылдар осоронда Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының педагогика институты менән етәкселек итә.
2014 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының мәғариф менән идара итеү теорияһы һәм практикаһы кафедраһы мөдире.
«Ғаилә менән социаль эш теорияһы һәм методикаһы» монографияһы өсөн мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2001)
Социальная работа дошкольных образовательных учреждений с семьей" (2002), «Социальная работа школы с семьей» (2003), "Социальная работа «образовательных учреждений с семьей» (2005, 2006) китаптары авторы.
280-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән, «Инновации в образовании», «Высшее образование в России», «Педагогика», «Социология образования», «Воспитание школьников», «Народное образование», «Педагогическая наука и образование» журналдарында баҫтырып сығара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» Почёт билдәһе (1982);
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы (2001);
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (2004, 2010);
- «3-сө дәрәжә фиҙакәр хеҙмәте өсөн» Ставрополь крайы миҙалы (2006);
- «Формирование современной личности в поликультурной среде» (Москва, ВВЦ, 2005) уҡыу әсбабы өсөн V Мәскәү халыҡ-ара инновациялар һәм инвестициялар салоны дипломы;
- «Формирование современной личности в поликультурной среде» һәм «Ребенок в поликультурной среде: практика работы образовательных учреждений» (Москва, ВВЦ, 2006) уҡыу-уҡытыу комплексы өсөн VI Мәскәү халыҡ-ара инновациялар салонының көмөш миҙалы;
- «Формирование толерантной личности в полиэтнической образовательной среде», «Ребенок в поликультурной бреде: практика работы образовательных организаций» (Москва, ВВЦ, 2006) уҡыу-уҡытыу комплексы өсөн XI Мәскәү халыҡ-ара инновациялар һәм инвестициялар салонының бронза миҙалы;
- «Социальная работа образовательных учреждений с семьей» (2007) монографияһы өсөн VI Мәскәү халыҡ-ара инновациялар һәм инвестициялар салонының көмөш миҙалы;
- Ставрополь крайы мәғариф министрының Почёт грамотаһы (2003);
- Ставрополь крайы мәғариф министрының Почёт грамотаһы (2005);
- «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең Почётлы хеҙмәткәре» (2008);
- Ставрополь крайы губернаторының Почёт грамотаһы (2009);
- К. Д. Ушинский миҙалы (2015);
- «Атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре» маҡтаулы исеме (2015),
- «Рәсәйҙең алтын кафедраһы» дипломы (2015).
- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 2015 йылдың 26 мартындағы 470-се һанлы приказы менән Валерий Николаевич Гуровҡа рәхмәт белдерелә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://крк-интеграл.рф/sites/default/files/InspiroB/Gurov.pdf 2019 йыл 13 июль архивланған.
- http://www.famous-scientists.ru/14379/
- http://elibrary.ru/author_items.asp?authorid=662482
- http://www.anrb.ru/blog/article/3609
- http://ugppk.ru/node/14511.htm 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://nauka-pedagogika.com/pedagogika-13-00-06/dissertaciya-teoriya-i-metodika-sotsialnoy-raboty-shkoly-s-semiey
- http://www.irorb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=98:2010-05-28-06-59-07&catid=50:divisions&Itemid=137
- http://distolimp.bspu.ru/template/guest/global/page.php?p=structure
- http://gcpi.neftekamsk.ru/ 2018 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.