Варваци йорттары
Варваци йорттары— үҙ ваҡытында грек милләтле рәсәй дворяны Иван Андреевич һәм уның ғаиләһенең Таганрогтағы йорттары .
Комнино-Варваци ғаиләһе төрлө ваҡытта Таганрог ҡалаһындағы төрлө йорттарҙа ошо адрестар буйынса: Петр, 46; Грек, 62; Грек, 59; Итальян тыҡырығы, 58; Николаев, 53, һ. б.-йәшәгәндәр. Ҡайһы бер йортто ғаилә ағзалары һатып алып ,үҙҙәренә уңайлап төҙөгәндәр, ҡайһы берҙәре уларҙың ҡатнашлығында төҙөлгән. Иван Андреевич Варваци (ысын фамилияһы ― Леонтидис) Таганрогта 1814 йылдан алып йәшәгән.
Варваци фамилияһы уның менән бергә төрөктәргә ҡаршы көрәшкән дуҫтары биргән «Варвакис» ҡушаматынан килеп сыҡҡан. Варваци ҡыйыу көрәшсе генә булып ҡалмаған, ә хеҙмәт һөйөүсән, намыҫлы эшҡыуар булараҡ та дан ҡаҙанған. Ул мәрхәмәтлек яһауы менән дә бик данлыҡлы кеше булған. Уның аҡсаларына Иерусалимский грек е монастыры төҙөлгән, уны төҙөү өсөн Варваци 600 мең һум аҡса, эсен йыһазландырыу өсөн тағы 60 мең бүләк иткән. Уның аҡсаһына Таганрогтағы ярлылар өсөн 12 койкалыҡ йорт һәм 8 кешегә иҫәпләнгән мәрхәмәтлек йорто эшләгән.
Ваҡыт менән урамдарҙағы Варваци йорттарының адрестары үҙгәргән.
- Грек урамы,7 йәки Шмидт урамы,19. Был йортто Ҡырым һуғышы сағында стеналарына дошман пулялары һәм снаряд ярсыҡтары инеп тороп ҡалғанлыҡтан һәм ҡаланы обороналаусылар иҫтәлегенә шулай тип атағандар. Йорт йәнәшәһендә Грек урамына сығып торған баҡса булған[1]. 1903 йыл — 1910 йылдарҙа йортта Коммерция училищеһы урынлашҡан булған. Хәҙер был йорт юҡ.
- Петр урамы, 153-сө йорт . 1812 йылда йортто ере менән И. А. Варваци алпауыт ҡатын Екатерина Федоровна Шауфустан һатып алған. 1820 йылда, Грецияға китер алдынан был йортон ул ҡалаға ҡала больницаһы һәм мәрхәмәтлек йорто итеп хәйергә тапшырған. Йорт янында ун биш дисәтинә ер булып, унда емеш-еләк баҡсаһы, тирмән һәм ҡоҙоҡ торған. 1837 йылдың 18 октябрендә йортта дауахана асҡандар[2]. Дауахана комплексының адресы йыш ҡына үҙгәреп торған. Бында бер юлы 100 ауырыу кеше өсөн палаталар булған, унан тыш йоғошло сирлеләр өсөн 70 кешелек 2 ирҙәр палатаһы һәм 30 урынға иҫәпләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 2 палата булдырылған. 1935 йылдан алып дауахана ҡатын-кыҙҙар дауаханаһы һәм бала табыу йортона әйләндерелгән.
- Петр, 87-се йорт. Өс ҡатлы был йорт 1830-сы йылдарҙа сауҙагәр Петрококино тарафынан төҙөлгән. 1880 йылдар аҙағында уны алпауыт Т. Н. Комнено-Варваци һатып алып, үҙенсә үҙгәртеп төҙөткән. 1907-1920 йылдарҙа йортта ҡала идаралығы булған. 1909—1914 йылдарҙа йорттоң бер бүлмәһендә картиналар галереяһы торған музей эшләгән. 1918 йылда йортто Таганрог ҡалаһы эшсе депутаттар Советы биләп торған. 1918 йылда ҡаланы немецтар, ә һуңынан Деникин ғәскәрҙәре баҫып алға, бинаға ҡаланың Управаһы ҡабат әйләнеп ҡайтҡан. Совет власы төҙөлгәс, йортта 1920 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡаланың төп органы булған ҡала хакимиәте Хәрби революцион комитеты урынлашҡан. Шуның менән бергә бында төрлө ойошмалар биналары урынлашҡан—профсоюз клубы, Таганрог ҡалаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәре Йорто, Автомотоклуб урынлашҡан. 1935 йылдың аҙағында йортто ҡала Пионерҙар йортона (Таганрог) мәктәп уҡыусылары һәм пионерҙарына биргәндәр.
Әҙәбиәте
- Вся Донская область и Северный Кавказ на 1904 г. Ростов-на-Дону, 1904 г., стб.235
- Вся Донская область и Северный Кавказ на 1905 г. Ростов-на-Дону, 1905 г., стб. 202
- Вся Область Войска Донского на 1907 г. Ростов-на-Дону, 1907 г., стб. 218
- Вся Донская область и Северный Кавказ на 1909 г. Ростов-на-Дону, 1909. г.. стб 244
- Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. 624 с. ISBN 5-88040-017-4.
- Гаврюшкин О. В. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000 г., сс. 259—262.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Родильный дом 2017 йыл 29 ғинуар архивланған.
- Дом 87 2017 йыл 5 февраль архивланған.
- История Таганрога: Дом купчихи Анны Дикикаки 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дом 19 - Исторический Таганрог . sites.google.com. Дата обращения: 5 февраль 2017. 2017 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Дом 87 - Исторический Таганрог . sites.google.com. Дата обращения: 5 февраль 2017. 2017 йыл 5 февраль архивланған.