Варшава университетының төп корпусы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Элекке Дон (Варшава) университетының төп корпусы бинаһы
267x400px
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 33
Архитектура стиле модерн
Проект авторы И. Е. Черкесиан
Төҙөлөшө 19121914 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

1914

Элекке Дон (Варшава) университетының төп корпусы бинаһы — Дондағы Ростовтағы бина, 19121914 йылдарҙа архитектор И. Е. Черкесиан проекты буйынса төҙөлә[1]. Оло Баҡса урамы һәм Островский тыҡырығы мөйөшөндә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ федераль университет корпустарының береһе булып тора[2]. Модерн стилендә башҡарылған һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ статусына эйә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Революцияға тиклемге открыткала ҡаланың килемле йорто

XX быуат башында Почта тыҡырығы (хәҙерге Островский тыҡырығы) һәм Оло Баҡса урамы киҫелешендә 1-се гильдия сауҙагәре Н. И. Чурилиндың фабрика һәм заводының корпустары урынлаша. 1912 йылда ҡала думаһы бында килемле йорт төҙөргә ҡарар итә. Конкурс үткәрелеп, унда беренсе урыны Гражданлыҡ инженерҙар институты студенты И. Е. Черкесиан (Черкесов) проекты ала. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Киев инженеры И. Г. Торова һәм Ростов архитекторы Г. Н. Васильева яулай. Черкесиандың проекты, ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр индерелеп, раҫлана. Шул уҡ йылда бина төҙөлә башлай һәм 1914 йылда ул ҡаланың килемле йорто булараҡ асыла[4].

1915 йылда немец ғәскәрҙәре Варшаваға яҡнлаша һәм Варшава университетын Дондағы Ростоҡа күсерергә ҡарар ителә. Элекке килемле йорт университеттың төп корпусына әйләнә. Унда тарих-филология, физика-математика, юридик һәм медицина факультеттары, төрлө фәнни йәмғиәттәр, лабораториялар һәм клиникалар урынлаша. 1917 йылда университет Дон атамаһын ала. 1930 йылдар уртаһында Ростов университетының төп корпусы Кистовтың элекке килемле йортона күсә. Ә ҡаланың элекке килемле йортонда Ростов педагогия институты урынлаша.

1993 йылда Педагогия институты университетҡа әйләнә. 2006 йылда ул Көньяҡ федераль университет составына инә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бина модерн рухында, классик стиль элементтары ҡушып төҙөлгән[5]. Биш ҡатлы йорт ҡатмарлы конфигурацияға эйә. Юл сатына сығып торған көньяҡ-көнсығыш мөйөш йоморолана. Оло Баҡса урамына сығыусы төп фасад штукатурланған, әүәләнгән декор менән биҙәлгән. Инеү урынының өҫтөндәге үҙәк өлөштә дүрт колонналы портик айырылып тора, ул шыма ҡайма, кәрниз һәм аттик менән тамамлана. Тәүҙә колонналар портиклы киң балконды терәп торған кеүек күренә, 1970 йылдарҙа ул алына. Төп ишек йөҙлөк һәм кәрниздәр менән биҙәлә. Икенсе ҡаттағы уйымдарға декоратив вазалар ултыртыла. Дүртенсе ҡат балконы ҡойолған селтәрле ҡойма менән уратыла. Островский тыҡырығына сыҡҡан фасад уртаһында ике ҡатлы эркер айырылып тора. Йорт коридор системаһында планлаштырылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — Б. 25.
  2. Структура ЮФУ. dbs.sfedu.ru. 11 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  3. г. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). donland.ru. 7 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  4. Сергей Иваненко Доходный дом // Ростов официальный. — 2004. — № 22 (497).
  5. Кукушин B. C. Русский классицизм // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 б. — ISBN 5-88616-027-2.