Эстәлеккә күсергә

Васюк Григорий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Васюк Григорий Иванович (1 октябрь 1934 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1]. Милләте — украин.

Григорий Иванович Васюк 1934 йылдың 1 октябрендә БАССР-ҙың баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1961 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт юлын 1954 йылда башлаған.

1955 - 1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, лаборатория технигы, өлкән техник, инженер констуктор булып эшләгән.

1967 йылдан Өфө агрегат етештереү берекмәһендә төрлө вазифалар биләгән.

1986 - 1988 йылдарҙа Киев агрегат етештереү берекмәһендә констуктор бүлеге етәксеһе.

1988 йылдан Өфө агрегат етештереү берекмәһенең генераль директоры.

1955 - 1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, лаборатория технигы, өлкән техник, инженер констуктор булып эшләгән. Эшендә уңыштар ҡаҙанып, ул тиҙ үк коллективта абруй яулай һәм 1967 йылдан Өфө агрегат етештереү берекмәһендә төрлө вазифалар биләй.

1986 - 1988 йылдарҙа Киев агрегат етештереү берекмәһендә констуктор бүлеге етәксеһе.

1988 йылда тәжрибәле белгесте Өфөгә саҡырып алып, агрегат етештереү берекмәһенең генераль директоры итеп тәғәйенләйҙәр. . Предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – авиация техникаһы өсөн агрегаттар, етештереүгә тәғәйенләнеше тауарҙар, атом һәм газ сәнәғәте өсөн продукция сығарыу. Ул авиация сәнәғәте тармағының алдынғы предприятиеларының береһе булып тора. 1994 йылда машиналар эшләү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Өфө агрегат производство берекмәһе генераль директоры Григорий Иванович Васюкҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе" тигән маҡтаулы исем бирелә. [3]

Өйләнгән, ғаиләлә ул тәрбиәләп үҫтергәндәр

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почет Билдәһе» ордены
  1. 12 созыв (БАССР)
  2. Васюк Григорий Иванович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Новости России и мира
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.