Эстәлеккә күсергә

Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар
Ваҡ ҡолаҡ ярғанат (Pipistrellus nathusii)
Урман ваҡ ҡолаҡ ярғанаты (Pipistrellus nathusii)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pipistrellus Kaup, 1829

Синонимдар
  • Nannugo Kolenati, 1856[1]
Төр өлгөһө
Vespertilio pipistrellus Schreber, 1774
Подроды
  • Perimyotis Menu, 1984
  • Pipistrellus Kaup, 1829

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  180023
NCBI  27671
EOL  13970

Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар (лат. Pipistrellus, рус. Нетопыри) — ярғанаттар ярым отрядының шыма танаулылар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты.

Ваҡ ҡолаҡ ярғанатының кәүҙә оҙонлоғо 3,2—5,1 см, ауырлығы 3—8 г, ҡанаттары тар, ҡоласы 18–22 см. Арҡаһының төҫө көрән-ерәндән алып һоро-балауыҙ һарыға тиклем, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә. Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанатының кәүҙә оҙонлоғо 4,6—5,8 см, ауырлығы 5—12 г, ҡанаттарының ҡоласы 23—25 см. Арҡаһының төҫө көрән-балауыҙ һарынан алып ҡыҙғылт төҫмөрлө ерәнһыу-ҡуңырға тиклем, ҡорһағы ҡуңыр-һоро. Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, төптәре ҡара. Ҡолаҡтары ҙур түгел, осло. Ҡанатының ярыһы артҡы аяғының тышҡы бармағындағы аҫҡы өлөшөнә беркетелгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа.

Йөклөлөгө 40—60 көн дауам итә. Ғәҙәттә йылына 1 тапҡыр 1—2 бала тыуҙыра. 3—7, ҡайһы берҙә 16 йылға тиклем йәшәй.

Эңерҙә әүҙем. Төҙөлөштәрҙә, ағас ҡыуыштарында, ҡая ярыҡтарында йәшәй; Башҡортостанда ҡышламай, миҙгел һайын күсенеп йөрөй.

Нигеҙҙә бөжәктәр менән туҡлана, табышын һауала тота.

Яҡынса 40 төрө билдәле. Евразияның урта бүлкәтенән алып Көньяҡ Африкаға һәм Австралияға тиклем таралған. Башҡортостанда кәрлә ваҡ ҡолаҡ ярғанаты һәм Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанаты осрай. Башҡортостандың Урал алды көньяғында осрай. Ике төрө лә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

  1. Систематика и синонимия (ингл.). BioLib. Дата обращения: 14 ғинуар 2011.