Эстәлеккә күсергә

Великанованың айырым йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Великанованың айырым йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Серафимович урамы, 15
Проект авторы Дорошенко Николай Александрович, Н. М. Соколов
Төҙөлөшө 18841890 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100038000объект № 6100038000

1890

Великанованың айырым йорто — Дондағы Ростов ҡалаһындағы Серафимович урамында урынлашҡан 15-се йорт. Бина 18841890 йылдарҙа Ростов архитекторҙары Николай Александрович Дорошенко һәм Н. М. Соколов[1] проекты буйынса төҙөлә. Әлеге ваҡытта бинаны М. Б Греков исемендәге Ростов сәнғәт техникумы биләй. Великанованың айырым йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[2] статусына эйә.

18841890 йылдарҙа Ростов сауҙагәре Семён Иванович Великанов үҙенең ҡыҙы Пелагея өсөн Ҡазан урамында (хәҙер Серафимович урамы) айырым йорт төҙөтә. Был өйҙә ул үҙенең ире, ҡала Думаһы гласныйы, тау инженеры Матвей Кириллович Козлов менән йәшәй. Йорттоң 28 бүлмәһе, хеҙмәттәр өсөн подвалдары, ишек алдында фонтаны[3] була. Бинаның фасадтары неоклассик стилдә биҙәлгән.

Совет власы урынлашҡандан һуң бина дәүләт милегенә күсә. 1921 йылда унда Карл Маркс исемендәге Ростов дәүләт халыҡ китапханаһы урынлаша (хәҙер Дон асыҡ дәүләт китапханаһы). Был хаҡта журналист Борис Оленин «Молот» гәзитендә былай тип яҙған: «Великановтар династияһы йортонда ҡараңғы тышлы ҡалын мөһим томдар һәм революция башындағы янып торған, йәйғорҙоң бөтә төҫтәрендә балҡыған журналдар урын алды…»

1994 йылда китапхана Пушкин урамындағы яңы бинаға күсә, ә Великанова йортонда М. Б. Греков исемендәге Ростов сәнғәт училищеһы урынлаша.

  1. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 123. — ISBN 5-8456-0489-3.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  3. Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 65—66.