Вельвет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вельвет

Вельвет (ингл. velvet — «бәрхәт») — уң яғынан буй һыҙаттар итеп ҡуйы өбрөлө һырҙар һалып һуғылған кизе-мамыҡ туҡыма[1]. Йоҡалығы һәм йомшаҡ фактураһы буйынса вельвет бәрхәтте хәтерләтә. Кейем-һалым, аяҡ кейеме, сумка һәм башҡалар тегеү өсөн ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи рәүештә һүҙ лат. vellus һүҙенән килеп сыҡҡан; vellus «йөн» тигәнде аңлата, лат. villus — "«мамыҡ», «сәс шәлкеме», шул уҡ һүҙҙән «велюр»[2] тигәне лә килеп сыҡҡан. Был термин менән башта бөтә өбөрөлө туҡымалар аталған, уларҙы төрҙәргә бүлеү һуңыраҡ барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге вельвет тәбиғи кизе-мамыҡтан да, синтетика йәки ҡушымта ла булыуы мөмкин[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телле мөхиттә вельвет тип аталған туҡыма уның тибына ярашлы бер нисә исемгә эйә, ә туҡыма атамаһы инглизсә velvet — бәрхәт килеп сыҡҡан. Атама буйынса бер нисә фараз бар. Уларҙың береһе буйынса, бындай туҡыма беренсе тапҡыр Манчестерҙа күренгәнлектән, классик вельветты билдәләү өсөн «манчестер» исеме шаҡтай киң таралған. Ҡәҙимге француз вариацияһында әлеге туҡыманың исеме «corde du roi», йәки «король туҡымаһы» кеүек яңғырай, сөнки тәүге осорҙа был материал бик ҡиммәт тора, уны бары король ғаиләһе ағзалары һәм яҡындары ғына кейеү мөмкинлегенә эйә була.

Был төр туҡыма урта быуаттан билдәле булған һәм бәрхәт туҡымалар категорияһына ҡараған. Вельвет етештереү технологияһы сер итеп тотолған, ул быуындан-быуынға ғаилә мануфактураһында мираҫ итеп тапшырыла килгән [4].

Вельвет төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вельвет ике төп төргә — туҡымалағы өбөрө оҙонлоғо һәм ерлекте туҡыу ысулы буйынса бүленә .

Етештереүҙә вельвет өс төргә бүленә: корд, һырлы һәм фасонлы. Бөтә был төрҙәр үҙ-ара өбөрөһөнөң оҙонлоғо һәм һыҙаттарының киңлеге менән айырыла. Кордтың һыҙаты киң булған (5 мм) һәм өбөрөһө оҙон, һырлының һыҙаттары тарыраҡ (2-3 мм), өбөрөһө ҡыҫҡа. Фасонлы вельветта өбөрөләре төрлө оҙонлоҡта итеп эшләнеп, биҙәктәр барлыҡҡа килтерә[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Корд (ткань)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ткань вельвет: свойства, применение и уход  (рус.). Ткани (2014-09-08). 11 октябрь 2019 тикшерелгән.
  2. Hair // William S. Haubrich. Medical Meanings: A Glossary of Word Origins. ACP Press, 2003. (инг.) С. 104.
  3. Маринис, 1994
  4. Маринис, 1994, с. 26
  5. Татьяна Белоусова. Мужской костюм: Полное руководство по подбору и эксплуатации. Астрель, СПб., 2012. С. 49.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вельвет // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • De'Marinis, Fabrizio Velvet: history, techniques, fashions — Milan, Italy: Idea Books, 1994. — 201 б. — ISBN 88-7017-104-3.
  • Бархат — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / Ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.
  • Л. Кибалова. О. Гербенова. М. Ламарова. Иллюстрированная энциклопедия моды.. — Прага : Артия, 1988.
  • Кирсанова, Р. М. Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. : Опыт энциклопедии. — 1995.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • EdwART Вельвет // Энциклопедия моды и одежды — 2011. — Энциклопедия моды и одежды. EdwART. 2011.
  • Ирина Михайлова. Великолепный «косматый», «рытый», «петливатый»: бархат в средневековой Европе (рус.) // Теория моды. Одежда. Тело. Культура. — М.: Новое литературное обозрение, 2012. — Вып. 25, № 3. — ISBN 5-86793-472-1. Архивировано 19 января 2015 года.