Википедия:Азия айлығы 2021

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
HOME MEDIA 2021 2020 2019 2018 2017 2016 2015
Википедияла Азия айлығы 2021
Wikipedia Asian Month Logo.svg

Википедияла Азия айлығы — Википедияла Азия континенты тураһында мәҡәләләр яҙыу буйынса йыл һайын ойошторола торған конкурс. Ноябрь айында ҡатнашыусы һәр тел бүлеге Азия тураһында яңы мәҡәләләр яҙа һәм булған ҡыҫҡа мәҡәләләрҙе яҡшырта. Конкурста барлыҡ тел бүлектәре ҡатнаша ала, ҡатнашыусыларға үҙ иле тураһында яҙырға ярамай.

Конкурс 2015 йылда башланып китә һәм йылдан йыл ҡатнашыусылар һаны төрлөләнә һәм киңәйә бара, мәҡәләләр һаны арта. Һуңғы 6 йыл эсендә 2900 ҡатнашыусы тарафынан 60 телдә 37 500 яҡшы сифатлы мәҡәлә яҙылды.


Википедияла Азия берләшмәһенең дуҫлыҡ һәм мәҙәни алмашыу сиктәрендә дүрт һәм күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусы башҡа илдән почта открыткаһы аласаҡ.

Аптырап ҡалмағыҙ! Ниндәй илдән открытка киләсәген әлегә белмәйһегеҙ! Һәр Википедияла иң күп мәҡәләләр яҙған википедиясылар "Википедия илсеһе" исеме биреләсәк.

Asia (orthographic projection).svg

Мәҡәләне Фонтанда теркәргә

«Фонтан ҡоралын»да мәҡәләне теркәп булмаһа, проблеманы ошонда яҙығыҙ. Проблема хәл ителмәһә ошонда яҙығыҙ.

Башҡорт Википедияһы өсөн ҡағиҙәләр

Ҡыҫҡаса: Ноябрь айында Азия тураһында (халҡы, иҫтәлекле урындары, мәҙәниәте һәм башҡалар) мәҡәләләр яҙырға

    • Мәҡәлә тематик яҡтан Азияға ҡағылышлы булырға тейеш. Башҡорт Википедияһында Башҡортостанға ҡағылышлы яҙылған мәҡәләләр марафон иҫәбенә инмәй.
    • Булған ҡыҫҡа мәҡәләләргә 300 һүҙҙән артығыраҡ мәғлүмәт өҫтәргә мөмкин.
    • 2021 йылда тәҡдим ителгән мәҡәләләр исемленән мәҡәлә һайларға була. Был исемлектә мәҡәләләр барыһы ла Мириада исемлегенән.
    • Оҡшаған мәҡәләне үҙегеҙ ҙә һайлай алаһығыҙ. Яҙыласаҡ мәҡәлә русса мәҡәләнең фекер алышыу битендәге «Шкала Важности»ға ярашлы Высшая, Высокая, Средняя булырға тейеш. Низкая һәм шкала ҡуйылмаған мәҡәләне алмаҫҡа. Мәҫәлән, Хорезмийцы мәҡәләһенә « важность высшая» тип ҡуйылған, был мәҡәләне тәржемә итергә була.
    • Яңы мәҡәлә яҙғанда Рус Википедияһындағы мәҡәләне тулыһынса тәржемә итергә, мәҡәлә бик оҙон булһа 30 КВ-та түңәрәкләп ҡуйырға мөмкин.
    • Мәҡәләгә етешһеҙлектәрен күрһәткән {{орисс}}, {{НТЗ}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б. кеүек ҡалыптар ҡуйылһа, был мәҡәләне тыныс рәүештә төҙәтергә.

Теркәү

2021 йылда тәҡдим ителгән мәҡәләләр

2021 йылда тәҡдим ителгән мәҡәләләр

Ойоштороусылар

Үткәрелгән саралар

Файҙалы һылтанмалар

Affiliates