Эстәлеккә күсергә

Проект:Википедияла Азия айлығы — 2015

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
HOME MEDIA 2024 2022 2021 2020 2019 2018 2017 2016 2015
Викимарафон   Ҡатнашыусылар   Мәҡәләләр (тәҡдим ителгән)   Партнерҙар   Киң мәғлүмәт саралары   Ярҙам

Википедияла Азия айлығы — 2015 йылдың ноябрь айында үткәрелгән викимарафон. Википедияның төрлө тел бүлектәрендә Азия ҡитғаһына ҡағылышлы яңы мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу маҡсатында ойошторолған. Марафонға Википедияның төрлө бүлектәренән теләгән бер кеше ҡушыла ала.

Бер телдә биш һәм унан күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыға марафондың махсус открыткаһы тапшырыласаҡ. Ул марафонда ҡатнашыусы илдәрҙең береһенән почта аша ебәреләсәк.

Иң күп мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыларға Азияның Википедиялағы илсеһе (ингл. Wikipedia Asian Ambassador) исеме биреләсәк.

Башҡорт Википедияһының әүҙем марафонсылары өсөн махсус бүләктәр әҙерләнә.

  • Күп томлыҡ «Башҡорт теленең Академик һүҙлеге»нең нәшер ителгән алты томы (5 дана),
  • «Народы Башкортостана» энциклопедияһы (3 дана).
  • Салауат районында йәшәгән һәм викимарафонда иң күп мәҡәлә төҙөгән биш ҡатнашыусыға «Йүрүҙән» гәзитенә ярты йылға бушлай яҙылыу. (Бағыусы иҫәбенә. Кемдәр беренсе ярты йыллыҡҡа яҙылған, икенсе ярты йылллыҡа яҙҙырабыҙ).

Шулай уҡ бағыусыларҙан яңы тәҡдимдәр ҡабул ителә.

Марафон шарттары

  • Түбәндәге шарттарҙы үтәгән ҡатнашыусылар марафонға ҡабул ителә:
    • Башҡорт Википедияһында теркәлгән булырға тейеш.
  • Марафон иҫәбенә түбәндәге шарттарға тура килгән мәҡәләләр индерелә:
    • Мәҡәлә Азияға ҡағылышлы булырға тейеш. Башҡорт Википедияһында Башҡортостанға ҡағылышлы мәҡәләләр марафон иҫәбенә инмәй.
    • Азия илдәре тураһында ҡыҫҡа мәҡәләләрҙе тулыландырып ҡатнашырға була.
    • Мәҡәләлә кәмендә 300 һүҙ һәм кәмендә 3500 байт булырға тейеш.
    • Мәҡәлә эстәлеге әһәмиәтле булырға тейеш.
    • Мәҡәлә йөкмәткеле булырға тейеш.
    • Мәҡәләлә сығанаҡтар күрһәтелергә тейеш.
    • Мәҡәләлә етешһеҙлектәрен күрһәткән ҡалыптар булырға тейеш түгел (мәҫәлән, {{орисс}}, {{НТЗ}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.).
    • Мәҡәләнең исемлек булмауы шарт.

Урындағы ойоштороусылар

  1. Рөстәм Нурыев — төп ойоштороусы, барлыҡ йүнәлештәр буйынса яуаплы.
  2. Ochilov — глобаль ойоштороусы, башҡа глобаль ойоштороусылар менән бәйләнеш өсөн яуаплы.
  3. Ryanag — ойоштороусы, тәҡдим ителгән мәҡәләләр исемлеген төҙөү, яңы яҙылған мәҡәләләрҙе темаға тура килеү-килмәүен тикшереү һәм иҫәпкә алыу-алмау ҡарарын әҙерләү өсөн яуаплы.
  4. Саган — марафон өсөн яҙылған мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе һәм биҙәлеше өсөн яуаплы.

Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр

Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр исемлеген бында ҡарағыҙ.

Проекттың башҡа бүлектәре

Халыҡ-ара берләшмәләр

Марафонда ҡатнашыусы Википедия тел бүлектәре

Марафонды ойоштороусы бүлексәләр