Википедия:Тәүге аҙымдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Википедияла тәүге аҙымдар — вики-тамғалауҙы өйрәнеү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияның төрлө мөмкинлектәрен тикшереү һәм ҡулланып ҡарау өсөн махсус бит бар. Ул — «Һынау урыны» тип атала. Бында йәнегеҙ ни теләй, шуны эшләй алаһығыҙ: һеҙ бер кемгә лә ҡамасауламаясаҡһығыҙ, шулай уҡ бер кем дә һеҙгә ҡамасауламаясаҡ. Үҙегеҙҙең һәм википедияның мөмкинселектәрен ошонда һынай алаһығыҙ. "Һынау урыныбраузерҙың яңы тәҙрәһендә асығыҙ; шулай итеп был ҡулланманы уҡыған ваҡытта уҡ яҙылғандарҙы ғәмәлгә ашырасаҡһығыҙ! Һынауҙы башламаҫтан алда был биттең, йәғни «Тәүге аҙымдар»ҙың «Һынау урыны» булмауын белдерәбеҙ һәм тәүге аҙымдарығыҙҙы Һынау урынында яһауығыҙҙы үтенәбеҙ.

Текстты мөхәрирләү
Һеҙҙең хәрәкәттәрегеҙ
Үҙгәртеүҙәр
Биттең өҫкө өлөшөндә урынлашҡан «Үҙгәртергә» һылтанмаһына сиртегеҙ. Асылған яңы биттәге тәҙрәгә яңы тексттар яҙа һәм уларҙы үҙгәртә алаһығыҙ.

Был биттә текст булыуы мөмкин, уға иғтибар итмәгеҙ.

Бер нисә һөйләм яҙғандан һуң, биттең аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан «Ҡарап сығырға» төймәһенә сиртегеҙ. «Ҡарап сығыу» бите асыласаҡ һәм мөхәррирләү тәҙрәһе өҫтөндә үҙегеҙ яҙған текстты ҡарап сыға алаһығыҙ.
Бер нисә төҙәтеү яһағыҙ һәм тағы «Ҡарап сығырға» төймәһенә баҫығыҙ. Тәҙрәнең өҫтөндәге текст та үҙгәрәсәк.
Тағы ла бер нисә һөйләм яҙығыҙ. Буш юлдар ярҙамы менән яңы абзацҡа керегеҙ. Тәҙрәнең аҫтындағы «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһенә баҫығыҙ. Бит һаҡланасаҡ һәм уны ҡараусыларға һеҙгә күренгән рәүештә күренәсәк.
Яңы һылтанмалар һәм биттәр
Һеҙҙең хәрәкәттәрегеҙ
Үҙгәртеүҙәр
Тағы ла бер тапҡыр «Үҙгәртергә» төймәһенә баҫығыҙ һәм асылған тәҙрәлә икеле квадрат йәйәләр эсендә ниндәй ҙә булһа бер һүҙ яҙығыҙ. Мәҫәлән, [[Ҡурай]]. Шунан «Ҡарап сығырға» төймәһенә баҫығыҙ Тәҙрәнең өҫтөндә Ҡурай мәҡәләһенә һылтанма күрәсәкһегеҙ.
Һөйләмдең уртаһында бер ергә һылтанма ҡуйыу өсөн ошондай рәүештә яҙалар: «[[Ҡурай|Ҡурайҙа]] уйнау йолалары Башҡортостандың көньяҡ - көньяҡ-көнсығыш райондарында быуаттар буйынса һаҡланып килә».

«Ҡарап сығырға» төймәһенә баҫырға онотмағыҙ.

Хәҙер Һеҙ тәҙрәнең өҫтөндә һылтанмаһы булған һөйләм күрәһегеҙ: «Ҡурайҙа уйнау йолалары Башҡортостандың көньяҡ - көньяҡ-көнсығыш райондарында быуаттар буйынса һаҡланып килә». Йәғни йәйәләр эсендә тәүҙә мәҡәләгә һылтанма, шунан вертикаль һыҙыҡтан һуң һөйләмдең һүҙе яҙыла.
Икеле квадрат йәйәләр араһына [[Бындай бит төҙөлмәгән әле]] һөйләмен яҙығыҙ. Һеҙ Бындай бит төҙөлмәгән әле һылтанмаһын күрәсәкһегеҙ. Һылтанманын ҡыҙыл төҫтә булыуы, бындай исемле мәҡәләнең булмауын аңлата. Мәҡәлә яҙып тормағыҙ, һеҙҙән һуң килеүселәр өсөн дә ҡыҙыл булып ҡалһын.
Шул һылтанмаға сиртегеҙ. Яңы мәҡәлә өсөн яңы тәҙрә асыласаҡ.

Шулай итеп Һеҙ Википедия өсөн яңы мәҡәләләр яҙа алаһығыҙ. Тик башламаҫтан алда, мәҡәләне нисегерәк яҙғанда яҡшырыҡ булырын өйрәнер өсөн ҡағиҙә һәм күрһәтмәләрҙе уҡығыҙ. Мәҡәләгеҙҙе тағы ла матурыраҡ итеп форматлау өсөн ниндәй мөмкинселектәрҙең булыуын өйрәнеү өсөн белешмәне ҡарағыҙ.