Вики Холланд
Вики Холланд | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 12 ғинуар 1986 (35 йәш) |
Тыуған урыны | Бөйөк Британия, Англия, Юго-Западная Англия[d], Глостершир[d], Глостер[d], Глостер[d] |
Һөнәр төрө | триатлет |
Уҡыу йорто | Университет Лафборо[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | Poissy Triathlon[d] |
Ауырлығы | 58 килограмм |
Спорт төрө | триатлон[d] |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012, Триатлон на летних Олимпийских играх 2016[d], Игры Содружества 2018[d] һәм Игры Содружества 2014[d] |
Бейеклеге | 168 сантиметр |
![]() |
Вики Холланд (ингл. Vicky Holland; 12 ғинуар 1986, Глостер, Көньяҡ-Көнбайыш Англия) — британ триатлонисы, Олимпия уйындарының бронза призёры, ҡатнаш командала ике тапҡыр донъя чемпионы, 2018 йылда Донъя серияһы чемпионы.
Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вики Холланд 1986 йылдың 12 ғинуарында Глостерҙа тыуған[1].
2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса, спортсының буйы 168 см, ауырлығы 59 кг[1]. Вики Холландтың тренеры Смит Даррен була.
Мәктәптә уҡыған сағында Холланд милли кимәлдә йөҙөүсе була, һуңынан 1500 метрға йүгереп, еңел атлетикаға күсә[2]. Ул триатлонда Британия триатлон федерацияһы тәҡдиме буйынса Лафборо Университетының икенсе курсында ғына күнекмәләр ала башлай[1].
2010 йылда донъя Кубогында Холланд дөйөм зачетта һигеҙенсе урын биләй, һәм World Class Performance программаһы сиктәрендә Британия милли лотереяһында ҡатнашыу өсөн хоҡуҡ ала.
Сан-Диегола 2012 йылдың май айында донъя Кубогы этабында Холланд бишенсе урынды биләй, ә алтынды шул саҡта Хелен Дженкинс яулай[3] Һуңыраҡ шул уҡ айҙа Мадридта турнирҙа Холланд етенсе урынды яулай[4].
Холланд донъя Кубогы этаптарында ватандашы Лиз Блатчфордты ҡыуып үтә һәм Лондонда Олимпиада-2012 ҡатнашыу өсөн Бөйөк Британияның йыйылма командаһы составына инә. Викинан тыш ҡатын-ҡыҙҙар триатлонында Бөйөк Британиянан Хелен Дженкинс һәм Люси Холл сығыш яһай[5].
Олимпия триатлоны Гайд-паркта үтә, ә йөҙөү — Серпентинда була. Велосипедта уҙыш дүрт әйләнештән тора, уларҙың һәр береһе королева Елизавета ҡапҡаһы эргәһенән башлана, Веллингтон аркаһы аша үтә, артабан Конститьюшн-хилл буйлап бара Букингем һарайын урап үтә, шунан һуң спортсылар кире йүнәлешкә борола[6]. Холланд дистанцияны ике сәғәт, ике минут һәм 55 секундта үтеп, 26-сы урынды биләй[7].
Холланд 2014 йылда Дуҫлыҡ Уйындарында ағалы-ҡустылы Браунли һәм Джоди Стимпсондар менән бергә ҡатнаш командалы эстафетала алтын ала[8].
2015 йылдың апрелендә Кейптаунда Донъя серияһында этапта Холланд үҙенең тәүге еңеүен яулай[9]. Бынан һуң Эдмонтонда Донъя серияһында икенсе еңеү яулай[10] һәм Чикагола финалда өсөнсө урынды биләй[11]. Был уға рейтингта күтәрелергә һәм Рио-2016 ҡатнашыу өсөн Бөйөк Британияның олимпия йыйылмаһына эләгергә мөмкинлектән бирә[12].
2018 йылда үҙ карьераһында икенсе тапҡыр Эдмонтонда этапта еңеүсе була[10].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Vicky Holland: Team GB. British Olympic Association.
- ↑ Vicky Holland - Team GB. The Telegraph online.
- ↑ GB's Jonny Brownlee and Helen Jenkins win in San Diego, BBC Sport (13 May 2012). 13 июль 2012 тикшерелгән.
- ↑ Vicky Holland and Liz Blatchford face anxious London 2012 wait, BBC Sport (26 May 2012). 13 июль 2012 тикшерелгән.
- ↑ Williams. London 2012: British Olympic triathlon team revealed, BBC Sport (9 June 2011). 13 июль 2012 тикшерелгән.
- ↑ London Olympic events approved for Hyde Park Serpentine, BBC Sport (13 July 2012). 11 май 2011 тикшерелгән.
- ↑ Olympics-Gold medal results for the women's triathlon, Reuters (4 August 2012). 13 март 2021 тикшерелгән.
- ↑ Glasgow 2014: England power to triathlon team relay success, BBC Sport, BBC (26 July 2014). 26 июль 2014 тикшерелгән.
- ↑ World Triathlon Series: Vicky Holland records first win (25 April 2015).
- ↑ 10,0 10,1 JONES: Vicky Hollands wins her second Edmonton Triathlon (2018-07-27).
- ↑ Best of 2015: Vicky Holland's first WTS win (2016-01-06).
- ↑ Американка Гвен Йоргенсен завоевала золото Олимпиады в соревнованиях по триатлону (2016-08-20).