Вилли Смитс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вилли Смитс
Willie (W.T.M.) Smits
Willie Smits.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

лесовод, animal rights advocate, микробиолог

Тыуған көнө:

22 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны:

Нидерланд, Гелдерланд провинцияһы, Верт ҡалаһы

Гражданлығы:

Нидерланд, Индонезия

Ҡатыны:

индон. Syennie Watoelangkow

Вилли Смитс (нидерл. Willie (W.T.M.) Smits; 22 февраль 1957 йыл, Верт, Гелдерланд, Нидерланд) — Нидерланд һәм Индонезия ғалимы, микробиолог, эколог, йәмәғәт эшмәкәре, чиновник, социаль эшҡыуар һәм менеджер, урман һәм хайуандар хоҡуғын яҡлаусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Орангутанг Калимантан (Борнео) утрауында
Пальма майын йыйыу

Вилли Смитс 1957 йылдың 22 февралендә Нидерландтың көнсығышында урынлашҡан Гелдерланд провинцияһының Верт ҡалаһында тыуған.

1980 йылда тәүге тапҡыр Калимантан (Борнео) утрауына барып[1], унда Индонезия ҡатын-ҡыҙына (индон. Syennie Watoelangkow[2]) өйләнә[3].

1985 йылдан алып Индонезияның Көнсығыш Калимантан провинцияһы Баликпапан ҡалаһы янындағы урмандарҙы өйрәнеү буйынса тропик станцияла эшләй.

1989 йылда баҙар һатыусылары менән ташлап ҡалдырылған орангутанг балаһын таба һәм уны ҡарап үҫтерә[1]. Шунан бирле ошо хайуандарҙы яҡлау менән шөғөлләнә[1].

1990-сы йылдар башында Индонезия ауыл хужалығы министрлығының һәм Tropenbos International фондының уртаҡ проектының етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

1991 йылда Вилли Смитс Калиманан утрауында "Борнеола орангутандарҙы ҡотҡарыу фонды"н (ингл. Borneo Orangutan Survival Foundation, BOS) ойоштора. Һуңыраҡ был фонд юғалып барған төрҙәрҙе һаҡлау буынса иң ҙур ойошмаларҙың береһенә әүерелә.

1994 йылда Нидерландтағы Вагенинген университетында урман хужалығы һәм тупраҡ буйынса ғилем өлкәһендә доктор дәрәжәһен ала[4].

2001 йылда Индонезияның Төньяҡ Сулавеси провинцияһы Томохон (ингл. Tomohon) ҡалаһында ru:Masarang (индон. Yayasan Masarang) фондын теркәй[3]. Фонд социаль эшҡыуарлыҡ принциптары менән файҙаланып Индонезияның социаль һәм экологик мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында ойошторола[3][5].

В 2005 йылда дәүләт алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн Вилли Смитсҡа Индонезия гражданлығы бирелә[1].

2007 йылдың 14 ғинуарында Смитс фонды менән төҙөлгән Масаранг пальма шәкәр заводы (ингл. The Masarang Palm Sugar Factory) Индонезия президенты Сусило Бамбанг Юдойоно менән тантаналы рәүештә асыла[2]. Был завод үҙендә етештереүгә экологик мөнәсәбәтте, тирә-яҡ мөхиткә яуаплы ҡарашты һәм иҡтисади маҡсатҡа ярашлы булыуҙы берләштерә[3][6][7][8]. Шәкәр заводы проекты эш менән 6285 фермер ғаиләләрен эш менән тәьмин итергә һәм яҡынса 200 мең квадрат метр урмандарҙы һаҡлауға мөмкинлек бирә[9].

Ваҡыт үтеү менән Masarang фонды халыҡ-ара ойошмаға әүерелә: 2010 йылда Нидерландта (Masarang Internatiol Foundation) һәм 2011 йылда Гонконгта (ингл. Masarang HK Society Limited) офистар асыла[5].

Бүләктәре һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 The Flying Dutchman. Dr. Willie Smits, Founder of the BOS.  (инг.). schuetz-flechtwelten.de. 1 май 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Presiden SBY Resmikan Pabrik Gula Aren Masarang  (инг.). tomohononline.com (2007-01-14). 1 май 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Chad Lipton The Value of Sugar Palm in Indonesia  (инг.). National Geographic (2015-03-18). 1 май 2015 тикшерелгән.
  4. Smits WTM, 1994, Dipterocarpaceae: mycorrhizae and regeneration. Thesis. Tropenbos Series No. 9. Backhuys Publishers. Lead.
  5. 5,0 5,1 Masarang Internatiol Foundation (annual report)  (инг.). Masarang Internatiol Foundation (2011). 1 май 2015 тикшерелгән.
  6. Kafil Yamin INDONESIA: PALM SUGAR OFFERS SWEET HOPE FOR A FAR-FLUNG ISLE  (инг.). tmcnet.com (2006-01-30). 1 май 2015 тикшерелгән.
  7. Kafil Yamin INDONESIA: Palm Sugar Can Sweeten Economy and Environment  (инг.). IPS (2006-01-30). 1 май 2015 тикшерелгән.
  8. Tapping the Left o ver Steam from Geothermal Power Plant for Environment and Sugar Palm Farmers in Tomohon and Its Surroundings  (инг.) (2015-04-25). 1 май 2015 тикшерелгән.
  9. Programme three: World Challenge 2007 profiles two further initiatives in this year's global competition  (инг.). BBC (2007-10-18). 1 май 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]