Виница замогы
Виница замогы | |
Дәүләт | Словения |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Чрномель[d] |
Мираҫ статусы | словенский памятник локального значения[d][1] |
Виница замогы Викимилектә |
Виница замогы (слов. Grad Vinica) — Словенияла Чрномель общинаһында урынлашҡан урта быуат замогы. Словения мәҙәниәтенең милли ҡомартҡыһы булып тора.
Замок тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Замок тураһында тәүге тапҡыр 1082 йылда телгә алына. Ул Рим фортының емереклектәрендә төҙөлә. 1469 һәм 1471 йылдарҙа замокҡа төрөк ғәскәрҙәре һөжүм итә. 1520 йылда һарай Семенич ғаиләһе биләмәһендә була, һәм 17 быуат башына тиклем дауам итә[2]. 1555 йылда һарай янғында тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Оҙаҡ ваҡыт емерек тора, тик 14 быуатта төҙөлгән часовняһы ғына яҡшы һаҡланып ҡала. Һуңыраҡ һарай тағы ике тапҡыр — 1874 һәм 1878 йылдарҙа яна. 16-17 быуаттарҙа хужалары тураһындағы дөрөҫ мәғлүмәт булмай. 18 быуат уртаһында Виницаның хужалары Гузиковтар ғаиләһе була. 1856 йылда замокты Франк Фридо һатып ала, ә 1882 йылда ул уны «Alpe Montangesellschaft» компанияһына һата. 1888 йылда уның Хенрик Грюнвальд һатып ала. Һуңынан, һарай урындағы халыҡ тарафынан күп тапҡырҙар һатыла, оҙаҡ ваҡыт уның хужалары булып Миха һәм Петр Маличтар тора. 1925 йылда биналар комплексы хоҡуғына Франк Михелик эйә була, һәм шул ваҡыттан алып замок уның вариҫтарына ҡарай[3][4].
Виница һәм уның тирә-яғы боронғо ауылдар һәм ҡурғандар менән тулы. Ҡурғандарҙы системалы ҡаҙыуҙар һөҙөмтәһендә (353 ҡәбер) XX быуат башында 20 мең әйберҙән торған бай коллекция йыйыла, һуңғараҡ улар Америкаға ташыла, унда 1934 йылда Нью-Йоркта асыҡ аукционда һатыла.
Гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гербтың күк полотноһында виноград тәлгәшен тотҡан ажарлы алтын грифон һүрәтләнгән. Грифон батырлыҡты, ҡаһарманлыҡты, ҡаршы сығыуҙы, һағайыуҙы сағылдыра. Ажарлы һыны көрәшкә әҙерлекте аңлата. Полотноның күк төҫө намыҫлылыҡты, ғәҙеллекте, тоғролоҡто, ныҡлыҡты аңлата. Алтын төҫө бөйөклөк, абруй, дәрәжә, байлыҡты кәүҙәләндерә. Виноград тәлгәше символик рәүештә замок хужаларының төп тармағын күрһәтә.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдан алып 2015 йылға тиклем һарайҙың реконструкцияһы һәм реставрацияһы үтә, уны 2014 йылдың яҙынан алып замокҡа хоҡуғы булған «MIRAG INVEST DOO» төҙөлөш компанияһы башҡара. Тергеҙеү эштәре башына замок комплексында тик ярым емерек йорт һәм ҡәлғә диуарҙарының ҙур булмаған ҡалдыҡтары ғына була. Әлеге ваҡытта замок тулыһынса тергеҙелгән[5].
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Stopar, Ivan, Dr.: Grajske stavbe v osrednji Sloveniji — V. Dolenjska (Bela Krajina), Viharnik, Ljubljana, 2007 (ponatis), ISBN 978-961-6057-40-0
- Вальвазор, Янез Вайкард: Die Ehre dess Hertzogthums Crain, 1689.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.
- ↑ Stories from the border of the empire: The Vinica Castle and the Semenič family, beginnings and first owners in light of new archival sources
- ↑ Vinica (grad, dvorec, grajska kapela) 2017 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ SI AS 176/N/N342/g/A08 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Grad Vinica: nekoč vojaška utrdba, danes pa luksuzni turistični objekt za zahtevnejše goste
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]