Винт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәхси компьютерҙарҙа ҡулланылған винт 6-32 (UTS)
Винт ярҙамында тоташтырыу

Винт (нем. Gewinde һүҙенән — һыр, пол. gwint һүҙе аша) — деталдәрҙе тоташтырыу өсөн эске һыры менән йәки улһыҙ беркетеү изделиелары[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Винтлы механизм Боронғо Грецияла ла (Архимед винты булараҡ) билдәле булған. Һуңыраҡ винт тураһында грек математигы Архит Тарентлы тауисирлама яҙып ҡалдыра. Б.э.т. I быуатта ағас тапшырғыстар Урта диңгеҙ буйы илдәрендә киң ҡулланылған. XV быуат Европаһында металлик винттар беркетеү изделиелылары рәүешендә бик һирәк булғандар[2]. Ҡул отвёрткалары (оригиналда — франц. tournevis[3]) 1580 йылдан иртәрәк барлыҡҡа килһәләр ҙә, тик XIX быуат башында ғына киң таралыу алалар[4]. Тәүҙә винттар төҙөлөштә беркетеүҙең күп кенә төрҙәренең береһе булып торған, шулай уҡ тимерсе һәм балта оҫтаһы һөнәрҙәрендә ҡулланылған. Артабан металлик винттар күп кенә етешереү тармаҡтарында киң таралыу ала.

Классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәләнәше буйынса винттар икегә бүленәләр:

  • беркетеү винттары (деталдәрҙе алынмалы тоташтырыу өсөн);
  • көйләү винттары (деталдәрҙе үҙ-ара нығытыу өсөн).

Винт элементтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Винттың төп элементтары[1]:

  • Цилиндрик үҙәк — винттың тишеккә инеүсе йәки материалға бороп индерелеүсе өлөшө. Винттың үҙәге өлөшләтә йәки тулыһынса һырҙар менән ҡапланған. Һрланған өлөштөң оҙонлоғо һәм һырҙың тәрәнлеге винт һәм тоташытырылыусы деталдәр материалдары буйынса билдәләнә һәм шулай уҡ һыр диаметрына ла бәйле[6].
  • Эшләпә — әйләндереү моментын тапшырыу өсөн хеҙмәт иткән винттың өлөшө. Гайка асҡысы өсөн фаскалар йәки отвёртка өсөн шлицтары була. Эшләпәнең һәм шлицтың формалары бик күп төрлө.

Эшләпә формалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эшләпә формаларының төрҙәре: (a) яҫы, (b) ҡабарынҡы, (c) түңәрәк, (d) бәшмәкле, (e) йәшерен, (f) ярым йәшерен

Тәғәйенләнеше буйынса артабанғы төп эшләпә формаларын айыралар:

  • Яҫы;
  • Ҡабарынҡы;
  • Түңәрәк — нигеҙҙә биҙәү маҡсатында;[7]
  • Бәшмәкле — сфера формаһында тәпәш эшләпә;
  • Йәшерен: яҫы тышҡы йөҙө менән конус рәүешендәге эшләпә, материалға уның өҫтө менән тигеҙләп батырып индерер өсөн тәғәйенләнә, шөрөптәр өсөн киң ҡулланыла;
  • Ярым йәшерен: аҫҡы өлөшө — йәшерендеке һымаҡ, әммә өҫтө — яҫы түгел, ә түңәрәтелгән[7].

Шлиц төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Screw Head - Slotted.svg

Тура (яҫы) шлиц
Screw Head - Phillips.svg

Әүернә рәүешендәге шлиц
Филлипс[8] (PH)
Screw Head - Pozidrive.svg

Әүернә рәүешендәге шлиц
Pozidriv/SupaDriv (PZ)
Screw Head - Square External.svg

Квадрат эшләпә
Screw Head - Robertson.svg

Робертсон шлицы
Screw Head - Hex External.svg

Алты ҡырлы эшләпә
Screw Head - Hex Socket.svg

Алты ҡырлы шлиц (Аллен)
Pin-in-hex socket screw drive 003.png

Ҡурсаулы алты ҡырлы шлиц
(pin-in-hex)
Screw Head - Torx.svg

Torx тибындағы шлиц(T, TX)
Screw Head - Torx Tamperproof.svg

Ҡурсаулы Torx (TR)
Screw Head - Tri-wing.svg

Tri-Wing шлицы
Screw Head - Torq-set.svg

Torq-set шлицы
Screw Head - Spanner.svg

Саталы асҡыс өсөн эшләпә
(Snake-eye)
Screw Head - Triple Square.svg

Triple square, XZN шлицы (12 нурлы йондоҙ)
Screw Head - Spline.svg

Spline шлицы (12 нурлы йондоҙ)
Screw Head - Double Hex.svg

Double hex шлицы (12 ҡырлы)
Screw Head - Polydrive.svg

Polydrive шлицы
Screw Head - One-way Clutch.svg

One-way шлицы
Screw Head - Bristol.svg

Бристоль шлицы
Pentalobular.svg

Pentalobe шлицы
(Apple изделиеларында ҡулланыла)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 ГОСТ 27017-86. Изделия крепежные. Термины и определения
  2. Am_Wood_Screws. Дата обращения: 30 апрель 2010. Архивировано 31 май 2012 года. 2011 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған.
  3. Rybczynski 2000, pp. 32–36, 44.
  4. Rybczynski 2000, pp. 34, 66, 90
  5. Справочник конструктора точного приборостроения, с.282
  6. Rybczynski 2000, pp. 75–99
  7. 7,0 7,1 George Mitchell. Carpentry and Joinery 205. Cengage Learning (1995).
  8. Филлипс на сайте Phillips Screw Company. 2017 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (инг.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]