Эстәлеккә күсергә

Винт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Винт (деталь) битенән йүнәлтелде)
Шәхси компьютерҙарҙа ҡулланылған винт 6-32 (UTS)
Винт ярҙамында тоташтырыу

Винт (нем. Gewinde һүҙенән — һыр, пол. gwint һүҙе аша) — деталдәрҙе тоташтырыу өсөн эске һыры менән йәки улһыҙ беркетеү изделиелары[1].

Винтлы механизм Боронғо Грецияла ла (Архимед винты булараҡ) билдәле булған. Һуңыраҡ винт тураһында грек математигы Архит Тарентлы тауисирлама яҙып ҡалдыра. Б.э.т. I быуатта ағас тапшырғыстар Урта диңгеҙ буйы илдәрендә киң ҡулланылған. XV быуат Европаһында металлик винттар беркетеү изделиелылары рәүешендә бик һирәк булғандар[2]. Ҡул отвёрткалары (оригиналда — франц. tournevis[3]) 1580 йылдан иртәрәк барлыҡҡа килһәләр ҙә, тик XIX быуат башында ғына киң таралыу алалар[4]. Тәүҙә винттар төҙөлөштә беркетеүҙең күп кенә төрҙәренең береһе булып торған, шулай уҡ тимерсе һәм балта оҫтаһы һөнәрҙәрендә ҡулланылған. Артабан металлик винттар күп кенә етешереү тармаҡтарында киң таралыу ала.

Билдәләнәше буйынса винттар икегә бүленәләр:

  • беркетеү винттары (деталдәрҙе алынмалы тоташтырыу өсөн);
  • көйләү винттары (деталдәрҙе үҙ-ара нығытыу өсөн).

Винттың төп элементтары[1]:

  • Цилиндрик үҙәк — винттың тишеккә инеүсе йәки материалға бороп индерелеүсе өлөшө. Винттың үҙәге өлөшләтә йәки тулыһынса һырҙар менән ҡапланған. Һрланған өлөштөң оҙонлоғо һәм һырҙың тәрәнлеге винт һәм тоташытырылыусы деталдәр материалдары буйынса билдәләнә һәм шулай уҡ һыр диаметрына ла бәйле[6].
  • Эшләпә — әйләндереү моментын тапшырыу өсөн хеҙмәт иткән винттың өлөшө. Гайка асҡысы өсөн фаскалар йәки отвёртка өсөн шлицтары була. Эшләпәнең һәм шлицтың формалары бик күп төрлө.
Эшләпә формаларының төрҙәре: (a) яҫы, (b) ҡабарынҡы, (c) түңәрәк, (d) бәшмәкле, (e) йәшерен, (f) ярым йәшерен

Тәғәйенләнеше буйынса артабанғы төп эшләпә формаларын айыралар:

  • Яҫы;
  • Ҡабарынҡы;
  • Түңәрәк — нигеҙҙә биҙәү маҡсатында;[7]
  • Бәшмәкле — сфера формаһында тәпәш эшләпә;
  • Йәшерен: яҫы тышҡы йөҙө менән конус рәүешендәге эшләпә, материалға уның өҫтө менән тигеҙләп батырып индерер өсөн тәғәйенләнә, шөрөптәр өсөн киң ҡулланыла;
  • Ярым йәшерен: аҫҡы өлөшө — йәшерендеке һымаҡ, әммә өҫтө — яҫы түгел, ә түңәрәтелгән[7].
Тура (яҫы) шлиц
Әүернә рәүешендәге шлиц Филлипс[8] (PH)
Әүернә рәүешендәге шлиц Pozidriv/SupaDriv (PZ)
Квадрат эшләпә
Робертсон шлицы
Алты ҡырлы эшләпә
Алты ҡырлы шлиц (Аллен)
Ҡурсаулы алты ҡырлы шлиц(pin-in-hex)
Torx тибындағы шлиц(T, TX)
Ҡурсаулы Torx (TR)
Tri-Wing шлицы
Torq-set шлицы
Саталы асҡыс өсөн эшләпә(Snake-eye)
Triple square, XZN шлицы (12 нурлы йондоҙ)
Spline шлицы (12 нурлы йондоҙ)
Double hex шлицы (12 ҡырлы)
Polydrive шлицы
One-way шлицы
Бристоль шлицы
Pentalobe шлицы(Apple изделиеларында ҡулланыла)
  1. 1,0 1,1 ГОСТ 27017—86. Изделия крепежные. Термины и определения
  2. Am_Wood_Screws. Дата обращения: 30 апрель 2010. Архивировано 31 май 2012 года. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.
  3. Rybczynski 2000, pp. 32–36, 44.
  4. Rybczynski 2000, pp. 34, 66, 90
  5. Справочник конструктора точного приборостроения, с.282
  6. Rybczynski 2000, pp. 75–99
  7. 7,0 7,1 George Mitchell. Carpentry and Joinery 205. Cengage Learning (1995).
  8. Филлипс на сайте Phillips Screw Company. 2017 йыл 6 апрель архивланған. (инг.)