Владимир Высоцкий һәйкәле (Воронеж)
Владимир Высоцкий һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 9 сентябрь 2009 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Жанр | паблик-арт[d] |
Һүрәтләнгән объект | Высоцкий Владимир Семёнович |
Владимир Высоцкий һәйкәле (Воронеж) Викимилектә |
В. С. Высоцкий һәйкәле Воронеждың Карл маркс урамының йәйәүлеләр йәрәй торған өлөшөндә Физкультура институтынан алыҫ түгел урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 21 авгусында Высоцкий һәйкәле урынлаштырыла һәм 9 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт икелә асыла. Һәйкәлдең авторы- Воронеж сығышлы скульптор Максим Дикунов, билдәле Воронеж скульпторҙары Иван Дикунов һәм Пак Эльзаның улы. Һәйкәл йырсыны ағас сәхнәлә ҡулына гитара тотоп, йырлап ултырған итеп һүрәтләй. Йырсы тамашасыларға йылмайып ултыра. Элек был урында гимнастар төркөмөнә ҡуйылған һәйкәл торған була, тик ваҡыт үтеүҙән һәйкәл емерелә башлаған һәм уны реставрациялау мөмкин булмай тип таныла.
Һәйкәл ҡуйыу идеяһын тормошҡа ашырыусы булып Воронеж ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы тора. Мәҙәни мираҫ буйынса комиссия ойошторола, унда Дикуновтар яһағын Высоцкий һәйкәленең 5 варианты ҡарала. Максим Дикуновтың эше һайлап алына[1].
Һәйкәл ҡуйған ваҡытта ҡала идаралығы етәксеһе Иван Чухнов әүҙем ҡатнаша, ул шулай уҡ Черняхов һәйкәлен дә ҙур тырышлыҡ күрһәтеп ҡотҡара. Шулай уҡ Высоцкий һәйкәлен ҡуйыуҙа ҡаланың баш рәссамы Евгений Барсуков һәм һәйкәлде финанслаусы Воронеж меценаты Владимир Бубнов ҙур тырышлыҡ күрһәтә[2].
Шулай уҡ күп ҡала халҡы алдында һәйкәлде асыу тантанаһында 9 сентябрҙә В. С. Высоцкийҙың ҙур улы — Никита Высоцкий, актёрҙар Валерий Золотухин, Светлана Светличная, Лариса Лужина, режиссёр Зайкин Владимир һәм Высоцкийҙың класташы, шағир Игорь Кохановский, ҡатнаша[3]. Автор үҙе эшләгән һәйкәл янында булмай, ләкин уның атаһы тантанала туранан-тура ҡатнаша.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ бер нисә сәбәптәр буйынса Воронежда Высоцкийға һәйкәл ҡуйыу идеяһы тәнҡитҡә дусар була. Беренсенән, ул бер ҡасан да Воронежда булмаған, икенсенән, һәйкәл ҡуйыу урынының физкультура институты янында тороуы логикаға ярашлы түгел — актёр бер ваҡытта ла ғәҙел тормош рәүеше менән дә билдәле түгел[4]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Высоцкий репертуарында физкультура һәм спортҡа бағышланған йырҙар күп, мәҫәлән, «Вратарь», «Утренняя гимнастика», «Марафон, или бег на длинную дистанцию» һәм башҡалар.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Һәйкәл асыуға тиклем
-
Һуң һәйкәл асыу
-
Һәйкәл асылған көн.