Владимир Высоцкий һәйкәле (Дондағы Ростов)
Һәйкәл | |
Владимир Высоцкий һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Пушкин урамы |
Скульптор | Анатолий Скнарин |
Бейеклеге | 3,4 м. |
Материал | бронза |
Владимир Высоцкий һәйкәле — 2014 йылдың йәйендә Дондағы Ростовта Пушкин урамында асылған бронза монумент[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылда Владимир Высоцкийға һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу ойошторола. Һәйкәлгә конкурс иғлан ителә һәм уның барышында скульпторҙарҙың тәҡдим иткән эштәре араһында Анатолий Скнариндың проекты еңеүсе тип табыла. Аҡса йыйыу менән ростовчандарҙың махсус төркөмө шөғөлләнә: ҡаланың бик күп урындарында иғәнәләр өсөн контейнерҙар ҡуйыла. Шулай уҡ хәйриә концерттары ойошторола. Һөҙөмтәлә, талап ителгән 2,5 миллион һумдың 500 мең һумы йыйыла. Монументты эшләү өсөн етмәгән сумманың ҙур өлөшөн Ростов эшҡыуары Иван Ссавидиҙың Хәйриә фонды бирә.
Мемориал 2014 йылдың 25 июлендә, шағирҙың вафатынан һуң 34 йыл үткәс, Пушкин урамында, Кино йортонан алыҫ түгел урында асыла. Тотош композицияның бейеклеге 3,4 метрға етә, шул иҫәптән актёр скульптураһы — 2,3 метр. Монумент бронзанан эшләнә: Высоцкий свитерҙа һәм салбарҙа сәхнәлә тора, ҡулында — гитара. Актёрҙың уң яғында сәхнә шаршауы күренә. Икенсе мәғлүмәткә ҡарағанда, шулай уҡ уң яҡта йәшен — шағирҙың сағыу һәм ҡыҫҡа тормошо символы тора.
Владимир Высоцкийға һәйкәл асыу тантанаһында яҡынса 200 кеше ҡатнаша[2].
Ҡалала Высоцкийға һәйкәлдән тыш, өҫтәмә рәүештә, артист булған урындарҙа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған[3].