Эстәлеккә күсергә

Волкенштейндың килем йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волкенштейндың килем йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Волкенштейндың килем йорто Викимилектә

Л. Ф. Волкенштейндың килем йорто Дондағы Ростовтың Станислав урамы һәм Гәзит тыҡрығы мөйөшөндә урынлашҡан бина. Төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы[1][2].

Тарихы һәм тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Л. Ф. Волкенштейн ( XX быуат башы)

Гәзит тыҡрығы яғынан йортта элекке хужаһы тураһында һөйләгән геральдик ҡалҡанды күрергә мөмкин. . Лев Филиппович (Исаак-Лейб Фишелевич) Волькенштейн (1858—1935) — Ростовта популяр адвокат, театр һөйөүсе һәм водевилдәр авторы, ҡустыһы — «Рәсәй тимер юлдары йәмғиәте» директоры, присяжныйҙар вәкиле Михаил Филиппович (Моисей Фишелевич йәки Фалькович) Волькенштейн (1859—1934) кеүек А.П. Чеховтың гимнзия буйынса иптәше[3], шулай уҡ публицистар Ф. А. Волькенштейн һәм О. А. Волькенштейндарҙың, шағир . М. Волькенштейндың, рәссам М. В. Добужинскийҙың һәм бухгалтер О. И. Волькенштейндың ағаһы булған.

Ике гимназисты уртаҡ мауығыуҙар — театр бәйләй. Береһе драматург, икенсеһе 1890 йылда Ростовта билдәле присяжны вәкиле, эшҡыуар Файн менән бергә ҡалала Асмолов театрының милектәше була[3].

Л. Ф. Волкенштейндың килем йорто. Арыҫландар менән геральдик ҡалҡан

Волкенштейн 1890 йылда һатып алған бина бер ҡатлы була. Классик ремонттан һуң, уны классик декор менән биҙәй. Ә көнсығыш стенаһыда арыҫландар менән геральдик ҡалҡан барлыҡҡа килә. Лев Филиппович Волкенштейн йортта ҡатыны Софья Ефремовна (?-1940)[4][5], ике ҡыҙы (Ольга һәм Алиса) һәм кескәй улы (һуңынан Парижа адвокат Юрий Волькенштейн, 1892—?) менән йәшәй.

1930 йылда бинаға ике ҡат өҫтәлеп төҙөлә. 1943 йылдың авгусынван уны Аҙау-Дон пароходсылығы биләй, ә һуңынан йорт тағы орлаҡ бинаһы була[3].

Йорттоң йәшәүселәре һуғышҡа тиклем йәшәгән күршеләренән был йортҡа А.П. Чехов килеп йөрөгәне тураһында ишетәләр[6]. Ә йорт хужаһының яҙмышы хаҡында уларға бер нәмә лә билдәле булмай. Был һорауға яуап «Онотолмаған ҡәберҙәр. Рәсәй сит иле. 1917—1997 йыл» тигән китапта Лев Волкенштейндың . Парижда 1935 йылдың 20 майында вафат булыуы тураһында әйтелә[4][7]. Эмиграцияла булған сағында ул «Иллюстрациялы Рәсәй» журналында хеҙмәттәшлек итә[4], уның биттәрендә Чехов тураһында хәтирәләр баҫылып сыға. Лев Волкенштейндың портреты «Приазовский край» гәзитенең 25-йыллығына арналған номерында күренеп ҡала. Лев Филиппович редакция юрисы булып иҫәпләнгән[8].

  1. Доходный дом Л.Ф. Волкенштейн. Дата обращения: 20 ноябрь 2018.
  2. Памятники регионального значения, находящиеся на учёте в Администрации Ростовской области на 1 января 2009 г. Дата обращения: 20 ноябрь 2018.
  3. 3,0 3,1 3,2 Волошинова, 2009
  4. 4,0 4,1 4,2 Незабытые могилы, 1999, с. 604
  5. // Последние новости. — Париж, 1940. — № 6861.
  6. Волошинова, 2010
  7. // Последние новости. — Париж, 1935. — № 5274.
  8. Варламова, 2010