Волкова Надежда Терентьевна
Волкова Надежда Терентьевна (24 июнь 1920 йыл — 26 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Харьков төбәгендә фашистарға ҡаршы көрәшкән йәшерен ойошмала һәм партизандар хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Украина комсомолының Харьков йәшерен өлкә комитеты секретарының элемтә тотоусыһы, Советтар Союзы Геройы (1965, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надежда Терентьевна Волкова 1920 йылдың 24 июнендә Харьков ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Документтарҙа милләтен урыҫ (әсәһе — йәһүд)[1][2] тип күрһәткән.
Бишенсе класҡа тиклем Харьковтың 6-сы мәктәбендә[3], уҡый, ҡалған уҡыуын Сумы өлкәһенең Конотоп ҡалаһы урта мәктәбендә тамамлаған.
Бөйөк Ватан һуғышы башында йылдарында Мордовия АССР-ының Инсар ауылына эвакуацияланған, унда медицина шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай. Госпиталдә эшләй[3]. 1942 йылда Мәскәү махсус партизандар мәктәбен тамамлай.
1942 йылдың октябрь башында комсомолка Надежда Волкова Украинаның Харьков комсомолы өлкә комитеты секретары Александр Щербактың элемтә тотоусыһы булып китә. Харьков өлкәһенә ҡараған Волчан районы партизан отрядына (отряд командиры М. В. Синельник)[3] ебәрелә.
Дошман тылында ул йәшерен отряд һәм йәшерен ойошма командованиеһы ҡушҡан йөкләмәләрҙе үтәй, Шебекино, Волчанск һәм башҡа ауылдарға разведкаға йөрөй, листовкалар тарата һәм ауыл халҡы менән әңгәмә үткәрә[3].
1942 йылдың 26 ноябрендә немецтар, Старица, Терновая һәм Рубежное ауылдары янында көстәрен туплап, отрядты ҡамау һәм юҡ итеү буйынса операция башлайҙар. 1942 йылдың 27 ноябрендә иртән иртүк отряды уратып алына, Н. Т. Волкова һәм Александр Щербак карателдәр эҙәрлекләп килгән партизан отрядының төп көстәрен ҡапларға тырыша. Был һуғышта Волкова һәм Щербак һәләк була[3].
Харьков өлкәһенең Волчанск [3] ҡалаһында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 май Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Волкова Надежда Терентьевнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волчанскиҙағы ҡәберенә һәм Харьковтағы Еңеү скверында (герой-комсомолецтар аллеяһындағы һәйкәл 2013 йылда Зеркальная Струя артындағы Еңеү скверында Мироносицкая сиркәүен төҙөгәндә юҡҡа сығарыла) Н. Т. Волкова һәйкәлдәре урынлаштырылған.
Волчанск ҡалаһында уның исемен йөрөткән урам һәм Конотоп ҡалаһындағы урта мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «в Харькове, поисковики обнаружили в архивах и проверили (с посещением мест жительства, опросом родственников и соседей) Героев Советского Союза Надежду Терентьевну Волкову и Ефима Андреевича Воиншина (увы, уже умерших) — с мамами еврейками, но русскими по 5-й графе паспортов»
Феликс Броневский. Вспомним всех поимённо 2014 йыл 6 октябрь архивланған. // газета «Еврейский мир» от 21 июня 2006 - ↑ Волкова Надежда Терентьевна — Герой Советского Союза 2014 йыл 6 октябрь архивланған. // «Книга памяти воинов-евреев, павших в боях с нацизмом»
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Милюха В. Сильнее смерти // Люди легенд: Очерки о партизанах и подпольщиках — Героях Советского Союза. — М.: Политиздат, 1975. — Вып. 5. — С.41—47.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волкова Надежда Терентьевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 281. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в Российской книжной палате 87-95382.
- Милюха В. Сильнее смерти // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — С. 81—87. — 447 с.
- Подвиги во имя Отчизны. — 2-е изд., пер. и доп. — Харьков: Прапор, 1985. — С. 135—137.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волкова Надежда Терентьевна . «Герои страны» сайты.
- Книга Памяти Харьковской области 2019 йыл 23 май архивланған.