Вологда дәүләт һөт хужалығы академияһы
Вологда дәүләт һөт хужалығы академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1911 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Валагодскі малочны інстытут һәм Вологодский молочный институт |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][1] |
Рәсми сайт | molochnoe.ru |
Н. В. Верещагин исемендәге Вологда һөт хужалығы дәүләт академияһы (ФГБОУ ВО Вологда ГМХА) — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы иң боронғо юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ Вологда составына ингән Молочное ауылында урынлашҡан.]
1911 йылдың 3(16) июнендә Николай II «Һөт хужалығы һәм һауын малсылығы мәсьәләләрен хәл итеү һәм был өлкәлә белемле эшмәкәрҙәрҙе практик һәм теоретик әҙерләү маҡсатында, Вологда һөт хужалығы институтын ойоштороу тураһында» Указға ҡул ҡуя. Институттың формалашыуында профессор А. Калантар ҙур роль уйнай.
1912—1917 йылдар дауамында институттың корпусы төҙөлөшө алып барыла. 1921 йылда 10 агроном һәм һөт хужалығы буйынса белгестәрҙең беренсе сығарылышы була.
1995 йылда юғары уҡыу йорто хәҙерге исемен ала. 1995 йылға тиклем Вологда һөт институты тип аталған була.
Академия составына ингән факультеттар:
- иҡтисад факультеты;
- технология факультеты;
- инженер факультеты;
- агрономия һәм урман хужалығы факультеты;
- биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы факультеты;
- технология колледжы (элек − урта технология факультеты).
Уҡыу көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса алып барыла. Ситтән тороп уҡыусылар өсөн дистанцион белем биреү системаһы ҡулланыла .
Академияһының Архангельскиҙа вәкиллеге бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ