Вологда селтәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. С. Пушкиндың «Лукоморье» поэмаһы мотивтары буйынса — «Руслан һәм Людмила»

Вологда селтәрерус. Волого́дское кру́жево — коклюшкалар (махсус ағас таяҡтар) менән үрелгән урыҫ селтәренең бер төрө;Вологда өлкәһендә киң таралған. Вологда селтәрендәге барлыҡ төп рәсемдәр бер төрлө киңлектәге, тигеҙ генә бормаланып торған, өҙөклөкһөҙ киндер таҫма менән башҡарыла (уны «вилюшка» тип атайҙар). Вологда селтәрен бәйләү өсөн яҫтыҡ-валик; коклюшка (артыш йәки ҡайындан); башлы энәләр; ҡаҙауыстар талап ителә. Вологда селтәрҙәре өсөн типик материал — ағартылған йәки эшкәртелмәгән етен. XVII быуатта селтәр оҫталары көмөш һәм алтын ептәрҙән селтәр бәйләү ысулдарын үҙләштергәндәр.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вологдала селтәр бәйләү шөғөлө XVI—XVII быуаттарға ҡарай, ләкин кәсеп булараҡ XIX быуаттың беренсе сирегенән йәшәй. Селтәр бәйләү башта Европала барлыҡҡа килгән, Италия һәм Фландрия селтәр етештереүҙең иң боронғо үҙәктәре булып һанала. Вологдала һөнәри рәүештә етештереү 1820 йылдан күренә, ул ваҡытта алпауыт крепостнойҙары Көнбайыш Европа илдәренекенә оҡшатып, күлдәктәргә һәм туҡымаларға селтәр ҡушып бәйләй башлағандар.

С. А. Давыдованың рәсми тикшереүҙәре күрһәткәнсә, крепостнойлыҡ осоронда, провинцияның барлыҡ алпауыт йорттарында Санкт-Петербургҡа һәм Мәскәүгә ебәрер өсөн селтәр етештереүсе «фабрикалары» булған. Ваҡыт үтеү менән, алпауыт оҫтаханаларынан селтәр туҡыу халыҡ мөхитенә күсә һәм халыҡ сәнғәтенең бер төрөнә әүерелә, урындағы халыҡтың ихтыяждарын һәм зауығын сағылдыра.

Селтәр бәйләү оҫталығы үҫешенә XIX быуатта Петербург Мария практик мәктәбе (рус. Мариининская практическая школа) тамамлаған таланттар — Анфия Фёдоровна һәм Софья Петровна Брянцевы, Рахиль Фиолетова һәм Анна Чурина булышлыҡ итә; улар меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы ошо һөнәргә өйрәтә[1]. 1893 йылда Вологда губернаһында 4000 селтәр оҫтаһы был кәсеп менән шөғөлләнә, 1912 йылда — 40 000.

ХХ быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1928 йылда Вологда ҡалаһындағы селтәр бәйләү һөнәри-техник мәктәбе асыла.

1930 йылда Вологда селтәр бәйләүселәр союзы булдырыла, 1935 йылда — уның нигеҙендә нәфис ижад лабораторияһы асыла[2].

XX быуаттың 30-сы йылдарында совет ысынбарлығын сағылдырған образдар барлыҡҡа килә. XX быуаттың 40-сы йылдарына тиклем үлсәмле селтәр, һуңыраҡ айырым әйберҙәр — яға, жабо, пелерина, шарф, галстук, бирсәткә һ.б.етештерелә башлай

Вологда селтәрҙәре бер нисә тапҡыр күргәҙмәләрҙә иң юғары бүләктәргә лайыҡ була: 1925 йылда 1925 йыл Парижда үткән заманса декоратив сәнәғәт һәм сәнғәт күргәҙмәһендә алтын миҙал, 1937 йылда Парижда — Гран-при, 1958 йылда Брюсселдә — алтын миҙал. Шул уҡ Брюссель күргәҙмәһендә «Русские мотивы» тип аталған селтәр пәрҙә иң юғары Гран-при премияһы менән бүләкләнә.

XXI быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 3 ноябрендә Вологда Кремль майҙанындағы элекке Дәүләт банкыһы йортонда Селтәр музейы асыла. Музейҙың дөйөм майҙаны — 1400 м², экспозиция майҙаны — 600 м². Төп экспозицияла Вологда өлкәһе, был традицион сәнғәт һөнәренең нигеҙе һәм үҫеше тураһында һөйләгән 500 -ҙән артыҡ әйбер тәҡдим ителә[3].

Вологда селтәре менән ундағы музей-ҡурсаулыҡта, Вологда селтәр музейында, Бөтә Рәсәй декоратив- ғәмәли һәм халыҡ сәнғәте музейында, шулай уҡ «Снежинка» селтәр фирмаһы музейында таныша алаһығыҙ.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кружево России. Вологодское кружево. М. А. Сорокина, 2001
  2. О.С. Попова, Н. И. Каплан. Русские художественные промыслы, Москва: Знание, 1984. — С. 62—64
  3. Сегодня в Вологде состоялось торжественное открытие «Музея кружева» 2011 йыл 11 август архивланған.