Халыҡ сәнғәте кәсептәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Халыҡ сәнғәте кәсебе әйберҙәре

Халыҡ сәнғәте кәсептәре (халыҡ һөнәрселеге) — ҡул аҫтындағы материалдарҙан ябай ҡоралдар ярҙамында изделиелар эшләү. Кәсептең был традицион төрө ижади эшмәкәрлек төрҙәре менән бай һәм унда әйберҙәр ҡулдан яһала.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һөнәрҙәре ниндәйҙер кимәлдә ауыл кәсебенән баш ала. Шул сәбәпле көнкрештә кәрәкле предметтар эшләнә, улар ҡатмарлы конструкциялар менән байытыла. Ауыл кәсептәре борондан, кешелеккә көнкүреш өсөн яңы ҡоралдар һәм предметтар кәрәк булған мәлдән башланыуы билдәле. Төрлө халыҡтарҙа, төрлө төбәктәрҙә һәм өлкәләрҙә сәнғәт һәм мәҙәниәт айырыла, тимәк, уларҙың кәсептәре лә айырыла. Халыҡ сәнғәте кеүек үк, халыҡ кәсебе бик йыш дини, мәҙәни һәм, хатта, сәйәси инаныстарға бәйле була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ сәнғәт кәсептәре боронға, йорт кәсептәрнә һәм ауыл һөнәрҙәренә барып тоташа. Һуңыраҡ баҙарға эшләгән, куст кәсептәре, шулай уҡ шәхси оҫтаханалар барлыҡҡа килә. Улар капиталистик баҙраға йәлеп ителә, әммә бик йыш фабрика тауарҙары дәғүәселеген күтәрә алмай. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында күп кенә илдәрҙә халыҡ кәсептәре тергеҙелә башлай, улар көнкүреш әйберҙәрен сәнәғәттә кәпләп етештереүгәә ҡаршы ҡуйыла.

СССР-ҙа сәнғәт кәсептәренең айырым оҫталары артелдәргә һәм кооперативтарға берләшә, был план үтәү артынан ҡыуып сифаттың төшөүенә килтерә.

Урыҫ халыҡ кәсептәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙә: Федоскин миниатюраһы, Тагил һәм Жостов биҙәктәре, Абрамцево-Кудринск һырлауы, Ростов финифте, Талашкино оҫтаханалары, Палехс миниатюраһы, Крестец сигеүе, Вятка селтәре, уйынсыҡтар (Дымков, Абашев, Каргопольск һәм Филимонов), гжель, Тула ҡоралдары, металды кубачин эшкәртеүе һәм башҡадлар[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные художественные промыслы России: история, география и культура / Аманжолова Д. А. и др. — М., 2012. — 291 с.