Эстәлеккә күсергә

Ворона ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ворона» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны10320 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты12 август 1994 йыл 
Урынлашыуы
52°31′29″ с. ш. 42°36′52″ в. д.HGЯO
РФ субъектыТамбов өлкәһе

voroninsky.ru
Рәсәй
Точка
«Ворона» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Ворона ҡурсаулығы Викимилектә

Воро́на ҡурсаулығы (рус. Воро́нинский запове́дник) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Ворона йылғаһы үҙәнендә (Хопёр йылғаһының уң ҡушылдығы), урман-дала зонаһында, Тамбов өлкәһенең Кирсановский һәм Инжавин райондары территорияһында урынлашҡан.

Ҡурсаулыҡ 1994 йылдың 12 авгусында Үҙәк Рәсәйҙең һаҡланып ҡалған урман-дала экосистемаларын һаҡлау маҡсатында ойошторола. Уның тирәләй майҙаны 11260 гектар тәшкил иткән һаҡ зонаһы билдәләнгән.

Ҡурсаулыҡтың майҙаны — 10320 гектар. Ул 2 ҙур һәм 10 бәләкәй кластерҙан тора:

Атамаһы Майҙаны, га
1 Инжавин урман массивы 3422,0
2 Кирсанов урман массивы 5329,8
3 «Бибка» төбәге 23
4 «Варваринская» төбәге 55
5 «Земляное» төбәге 209
6 «Субчая» төбәге 171
7 «Ольховка» төбәге 182
8 «Ольховый куст» төбәге 137
9-10 «Берёзовый куст» төбәге 108
11 «Боброво» төбәге 656
12 «Кипец» төбәге 27,2
Семёнов-Тян-Шанский Пётр Петрович

Ҡурсаулыҡтың төҙөлөү тарихы күренекле рус географы В. П. Семёнов-Тянь-Шанский исеме менән тығыҙ бәйләнгән, ул XX быуат башында бында «әрәмәлек паркы» төҙөргә тәҡдим иткән. «Әрәмәлек» — айырым, үтә алмаҫлыҡ һыубаҫар туғай урманы. Уны тергеҙеү һәм өйрәнеү ҡурсаулыҡтың төп бурысы булып тора. 1902 йылда «Россия. Полное географическое описание нашего отечества. Настольная и дорожная книга для русских людей. Том 2» китабында П. П. Семенов-Тянь-Шанский былай тип яҙа:

Ворона йылғаһы буйындағы япраҡлы урмандар бик яҡшы һаҡланған, унда башлыса имән, тал, ҡайын, саған, ҡара саған, ҡорос ағастары үҫә. Йылға буйында ауылдар күп булыуға ҡарамаҫтан, бөтә был әрәмәлек беҙҙең көндәргә тиклем үҙенең бөтә матурлығын яҡшы һаҡлаған.

Файл:VPSemenov tan shansky.jpg
Вениамин Петрович Семёнов-Тян-Шанский, Петр Петровичтың улы

1916 йылда Петр Петровичтың улы В. П. Семенов-Тян-Шанский, уникаль урмандарҙы һаҡлау маҡсатында, Воро́на йылғаһы буйында «Әрәмәлек» ҡурсаулығын ойоштороу проектын әҙерләй. Ике зона — урман-дала һәм дала зоналары сигендә урынлашҡан был урмандар, даланан иҫкән ҡоро елдәрҙән кәртәләп, төбәктең иң матур һәм таҙа йылғаларының береһен һаҡлап ҡала. «Әрәмәлек» Рәсәй географик йәмғиәтенең экологик комиссияһы исеменән төҙөлгән ҡурсаулыҡтарҙың географик селтәренең иң тәүге проектына индерелгән. 1917 йылдың 19 (1 ноябрендә) Рәсәй география йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау комиссияһы В. П. Семенов-Тянь-Шанский докладын тикшерә.

1989 йылдың декабрендә, заманса ҡурсаулыҡты ойоштороуға әҙерлек алып барып, Тамбов педагогия институты, өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы, тәбиғәтте һаҡлау буйынса өлкә комитеты белгестәре былай тип яҙа: «…Ворона йылғаһы үҙәненең хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы төрлө һәм үҙенсәлекле…»[1].

Белгестәрҙең инициатив төркөмө ҡурсаулыҡтың урынын һәм сиктәрен нигеҙләй.

Ҡурсаулыҡ климаты уртаса континенталь.

  • Йылдың иң йылы айы — июль (уртаса һауа температураһы +19,7), иң һыуыҡ ай — ғинуар (-11). Абсолют минимум — −33, максимум — + 40. Уртаса йыллыҡ температураһы — +4,5. Температура ноябрь башында 0-дән түбәнәйә. Беренсе ҡырау уртаса 2 октябрҙә, һуңғыһы — 2 майҙа. Һыуыҡтар уртаса 23 ноябрҙән 15 мартҡа тиклем дауам итә.
  • Иң күп яуым-төшөм май айынан сентябргә тиклем була. Дымлы көндәр һаны (көндөҙгө сағыштырмаса дымлылығы 80 % һәм унан да юғары булғанда) 114 — 115-кә етә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме йылына 450 мм-ҙан 570 мм-ға тиклем тәшкил итә.
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге — 4,3 м/с.[2].

Ворона ҡурсаулығының төп территорияһы Ворона йылғаһы бассейны йылғалары үҙәндәрендә урынлашҡан. Уның төп һыу артерияһы — Ворона йылғаһы, ул Дон йылғаһы бассейнына ҡараған Хопра йылғаһының ҡушылдығы. Ҡурсаулыҡ сиктәрендә Ворона йылғаһына уң яҡтан — Иноковка, Паревка, Ржавка йылғалары, һулдан — Вяжля, Карай, Балыклей йылғалары ҡоя.

Туристические маршруты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Маршруттың мәғлүмәт стенды

«Ҡурсаулыҡ һуҡмаҡтары» экологик һуҡмағы 1997 йылда ойошторолған. Был ҡурсаулыҡтың төрлө тәбиғәт объекттары аша үткән һәм экологик белем биреү өсөн файҙаланыла торған күрһәтмә маршруты.

Оҙонлоғо — 5 км. Маршруттың оҙайлығы — 3 сәғәт. Апрелдән октябргә тиклем ҡулланыла. Айына экологик һуҡмаҡ аша һәр береһендә 15 — 20 кеше булған 6 төркөм үтә ала.

Инжавино-Бар тау маршруты

Маршрут түбәндәге тарихи-тәбиғәт объекттары аша үтә: Инжавино ауылы; Семеновка ауылы; Таллыҡ; Михинский ауылы; Якутино ауылы; Паревка ауылы; Бар тауы; Изге сығанаҡтар. Маршруттың төп иҫтәлекле урыны — Бар тауы. Бында ҡурсаулыҡтың бөтә территорияһын тиерлек күрергә мөмкин. Оҙонлоғо 20 км. Экскурсия ваҡыты 4 сәғәт тәшкил итә. Хәрәкәт заказсының автобусында тормошҡа ашырыла. Маршрут миҙгелле: май айынан октябргә тиклем файҙаланыла.

«Ҡурсаулыҡ күлдәре» маршруты

Күсмә экскурсия маршруты түбәндәге тарихи һәм тәбиғәт объекттары буйлап үтә: Инжавино ҡасабаһы; Ворона йылғаһы; Ворона йылғаһының һул ярындағы ауылдар (Ясачный Балыклей, Карай Салтыково, Карай Пущино); Кара йылғаһы; «Ерек ҡыуағы» төбәге; Кипец ауылы; Кипец күле.

Оҙонлоғо 40 км һәм 4 сәғәт дауам итә. Транспортты заказсы автобусы башҡара. Маршрут май айынан октябргә тиклем ҡулланыла.