Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Воронежский инженерно-строительный институт, Воронежский авиационный институт, Воронежский инженерно-строительный институт, Воронежский ордена Трудового Красного Знамени инженерно-строительный институт, Воронежская государственная архитектурно-строительная академия, Воронежский государственный архитектурно-строительный университет һәм Варонежскі інжынерна-будаўнічы інстытут |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Алмаштырылған | Воронеж дәүләт техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | vgasu.vrn.ru[1] |
Каналдың URL-ы | cchgeu.ru/press/news/rss/ |
![]() | |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Воронежского государственного архитектурно-строительного университета[d] |
![]() |
Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты (ГАС Воронеж) — Воронеж ҡалаһындағы 2016 йылдың йәйенә тиклем үҙ аллы булған юғары уҡыу йорто. Әлеге ваҡытта Воронеж дәүләт техник университеты менән берләштерелгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1930 — Воронежда Төҙөлөш юғары техник уҡыу йорто төҙөлә.
1932 — Юғары техник уҡыу йорто Воронеж инженер-төҙөлөш институты итеп үҙгәртелә.
1941 — Воронеж инженер-төҙөлөш институты Воронеж авиация институтытип үҙгәртеп ҡорола.
1944 — Элекке исеме кире ҡайтарыла (Воронеж инженер-төҙөлөш институты).
1981 — ВИСИ-ның исеме Воронеж Ҡыҙыл Байраҡ орденлы инженер-төҙөлөш институтына үҙгәртелә.
1986 — 13 майҙа Воронеж инженер-төҙөлөш институтының командаһы (капитаны — Олег Песков) яңынан тергеҙелгән телевизион КВН-дың беренсе уйынында ҡатнашып, Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты командаһын еңә. 1987 йылдың апрелелендә үткән ярым финал уйынында, сезондың буласаҡ чемпионынан — Одесса джентльмендары командаһынан еңелә.
1993 — институт Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш академияһы (ВГАСА) тип үҙгәртелә.
2000 — академия Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты (ВГАСУ) тип үҙгәртелә, ул 2003 йылдың 17 ғинуарында юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрына Юғары профессиональ белем биреү дәүләт белем биреү учреждениеһы Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты булараҡ индерелә.
2011 — май айында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының бойороғо менән юғары уҡыу йорто Юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы "Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты' тип атала башлай.
2016 — март айында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының бойороғо менән Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты Воронеж дәүләт техник университетына ҡушылыу формаһында, Воронеж өлкәһендә төбәк терәк университет ойошторолоу сиктәрендә, үҙгәртеп ҡорола[2].
Институттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Архитектура институты
- Юл-Транспорт институты (элекке Механика-автомобиль юлдары)
- Төҙөлөш-технология институты
- Төҙөлөштә инженер системалары институты
- Төҙөлөш институты
- Иҡтисад, менеджмент һәм мәғлүмәт технологиялары институты (иҡтисад һәм идара итеү факультеты ҡушылған)
- Урта профессиональ белем биреү институты
Журналдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университетының Фәнни хәбәрҙәре Төҙөлөш һәм архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Журнал рецензиялаусы фәнни журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән; йылына 4 тапҡыр сыға, (март, июнь, сентябрь, декабрь)[3][4]
Журналдың инглиз телле версияһы бар «Scientific and Engineering of State University of the Herald Voronezh Architecture Civil. Construction and Architecture».
Баш мөхәррире — Суровцев Игорь Степанович, техник фәндәр докторы, профессор (Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты)!
Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты халыҡ-ара сертификатҡа эйә, был уның тамамлаусыларына донъяның 140 илендә инженер вазифаһында эшләү мөмкинлеге бирә. Университет төҙөлөш факультеттарының Европа ассоциацияһы ағзаһы булып тора. 2004 йылда сифат өсөн халыҡ-ара приз менән бүләкләнә[5].
Университеты ғалимдары тарафынан тимер юлдар системаһын камиллаштырыу өсөн бер нисә инновацион сиселеш тәҡдим ителә, Воронеж һыуһаҡлағысына реновация проекты эшләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Открытый ISNI для организаций
- ↑ Приказ о реорганизации ВГТУ и ВГАСУ . Дата обращения: 2 сентябрь 2016. Архивировано 24 сентябрь 2016 года. 2016 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Официальный сайт журнала
- ↑ Страница журнала на сайте Воронежского государственного архитектурно-строительного университета 2010 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Воронежский Государственный Архитектурно-Строительный Университет. Приглашение. 2005 год.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт университета 2020 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.
- Российское образование