Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Мәскәү дәүләт төҙөлөш Университеты» (милли тикшереү университеты)
(МДТУ (МТУ))
Халыҡ-ара исеме

Moscow State University of Civil Engineering

Элекке исеме

В. В. Куйбышев исемендәге Мәскәү Инженер-төҙөлөш Институты

Девиз

Киләсәкте төҙөргә өйрән!

Асылған йылы

1921

Ректор

Волков Андрей Анатольевич, техник фәндәре докторы, профессор

Президент

Теличенко Валерий Иванович, техник фәндәре докторы, профессор

Студенттар

17 519

Сит ил студенттары

1000

Магистратура

500

Докторҙар

178

Уҡытыусылар

928

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Юридик адресы

129337, Мәскәү ҡалаһы, Ярославль шоссеһы, 26-сы өй

Сайт

http://www.mgsu.ru

Наградалары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Белем Биреү Учреждениеһы «Мәскәү Дәүләт Төҙөлөш Университеты» (милли тикшереү университеты)1993 йылға тиклем В. В. Куйбышев исемендәге Мәскәү Инженер-төҙөлөш Институты — Рәсәйҙәге иң ҙур техник университеттарҙың береһе, төҙөлөш буйынса Рәсәй Федерацияһы юғары уҡыу йорттары ассоциацияһының тармаҡ университеты.

Ректорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2003 йылдын декабрь айынан 2013 йылға тиклем Ректор вазифаһын техник фәндәре докторы, профессор Теличенко Валерий Иванович башҡарҙы. 2013 йылда яңы ректор һайланды. В. И. Теличенко Президент вазифаһына күсте.
  2. 2013 йылдан ректор вазифаһын Волков Андрей Анатольевич башҡара

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Князь Дмитрий Васильевич Ухтомский 1749 йылда Рәсәйҙә беренсе архитектура-төҙөлөш мәктәбен аса. Ошо мәктәптә Матвей Казаков, Иван, Старов, Александр Кокоринов уҡынылар. 1804 йылда Кремль учелищеһы төҙөлә. Киләсәктә ул Мәскәү Һарай архитектура училещеһы булып китә.

1897 инженер М. К. Прироров Мәскәүҙә төҙөлөш курстары аса.

1902 йылда архитектор И. А. Фомин беренсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төҙөлөш курстары ойоштора.

1905 йылда Н. В. Марковников беренсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн техник һәм төҙөлөш курстары аса.

1909 йылда Фомин һәм Морковников курстары берләшә. Улар нигеҙендә 1916 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Политехник институт асыла.

1907 йылда шулай уҡ Урта төҙөлөш училещеһы асыла. Унда дүрт бүлек була: архитектура-төҙөлөш, гидртотехник, мәҙәниәт-техник, юлдар төҙөү.

1919 йылда Урта төҙөлөш училещеһы Беренсе Мәскәү төҙөлөш техникумына үҙгәртелә. 1920 йылда техникум ВТУЗ статусы ала.

1918 йылда Мәскәү Юғары Техник Училешеһының составында төҙөлөш факультеты асыла.

1921 йылда Мәскәү Инженер-төҙөлөш Институты асыла. Уның беренсе директоры Шишкин Захар Нестерович була.

Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетының «свечка» йорто – Мәскәү вуздарының танылған бинаһы

2010 йылдан университет милли тикшеренеү университеты статусты конкурс аша алды.

2011 йылда МДТУ составына Мәскәү дәүләт торлаҡ-комуналь хужалығы академияһы инә.

Институттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исем Ҡысҡа исем Нигеҙләнғән көн Директор (декан) Сайт
Төҙөлөш һәм архитектура институты ИСА 2005 Сенин Николай Иванович — техник фәндәре кандидаты, профессор isa-mgsu.ru 2020 йыл 24 февраль архивланған.
Төҙөлөштә иҡтисад, идара итеү һәм информацион технологиялар Институты ИЭУИС 2005 Семернин Дмитрий Андреевич — иҡтисад фәндәре кандидаты euis.mgsu.ru
Энергетик һәм гидротехник төҙөлөшө институты ИГЭС 2011 Анискин Николай Алексеевич — т. ф. д. vgt.mgsu.ru
Инженер-экологие төҙөлөш һәм механизация инситуты ИИЭСМ 2011 Степанов Михаил Алексеевич — т. ф. к., профессор
Фундаменталь мәғариф институты ИФО 2005 Ковальчук Олег Александрович — т. ф. к. ifo.mgsu.ru
Халыҡ-ара һәм тел коммуникациялар инситуты ИМОЯК - Гусева Ольга Борисовна — т. ф. к. http://intermgsu.ru/ 2014 йыл 30 апрель архивланған.
Мытищи филиалы ПГСф. 1974 г. Кравчук Петр Павлович pgsf.ru 2021 йыл 28 ғинуар архивланған.
Төҙөлөштә инженер именлеғе институты ИИБС - Святенко Инна Юрьевна — т. ф. к. iibs.ru 2012 йыл 5 июнь архивланған.
Торлаҡ-коммуналь комплексы Институты ИЖКК 2011

Танылған уҡыусылар һәм студенттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абелев, Марк Юрьевич
  • Андрианов, Сергей Николаевич
  • Гуревич, Александр Витальевич
  • Ғәбәссов Радик Фәтик улы, техник фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты Төҙөлөш механика кафедраһы профессоры [1].
  • Высоцкий Владимир
  • Дыховичная, Нина Абрамовна
  • Жандарёв, Ильдар Вильгельмович
  • Ильичёв, Вячеслав Александрович
  • Кирсанов, Николай Михайлович
  • Лапидус, Азарий Абрамович
  • Мельников, Александр Григорьевич - техник фәндәре докторы.
  • Петров, Владилен Васильевич
  • Резник, Семён Ефимович
  • Росляк, Юрий Витальевич
  • Севенард, Юрий Константинович
  • Соболев, Валентин Алексеевич
  • Соколовский, Вадим Васильевич
  • Хаджибаронов, Сергей Павлович
  • Хорошавин, Анатолий Иванович
  • Ципурский, Илья Лазаревич
  • Чувахин, Дмитрий Степанович
  • Якубович, Леонид Аркадьевич

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [ http://mgsu.ru/universityabout/Struktura/Kafedri/StroyMeh/sotrudniki-kafedry/ Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты Төҙөлөш механика кафедраһы]