Эстәлеккә күсергә

Воскресенский сиркәүе (Түбәнге Новгород)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воскресенский сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1884
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Воскресение Иисуса Христа[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Епархия Нижегородская епархия[d]
Архитектура стиле Урыҫ стиле[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Нижний Новгород (правый берег, часть 5)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт voskresenskiy.prihod.ru
Указания, как добраться улица Шевченко, 1-а
Карта
 Воскресенский сиркәүе (Түбәнге Новгород) Викимилектә

Воскресение Христова хөрмәтенә сиркәү — Түбәнге Новгородта тергеҙелеүсе православие сиркәүе. Түбәнге Новгород һәм Арзамас епархияһының Түбәнге Новгород благочиние округы составына инә. 1884-1886 йылда төҙөлгән. Совет йылдарында өлөшләтә емерелгән һәм икмәк заводы итеп ҡайтанан һалынған. 2004 йылдан алып тергеҙелә.

1884 йылдың 6 майында Ямская биҫтәһендә Воскресенский ғибәҙәтханаһы һалына башлай. Ул Түбәнге Новгород сауҙагәре А. И. Приезжев һәм Түбәнге Новгород почетлы граждандары В. А. Соболев, И. С. Кварталов аҡсаһына төҙөлә[1]. Уның фасады һәм эске күренеше фасонлы кирбес ҡулланып биҙәлә, штукатуркаһыҙ. Дүрт бағаналы өс нефлы сиреге тәпәшәк башлы ҡеүәтле яҡтылыҡ барабаны менән тамамлана. Өс ҡатлы ҡыңғырауҙар манараһында Византия архитектураһы мотивтары күҙәтелә, был XIX быуат аҙағында ҙур яңылыҡ булып тора. Төп ҡанаттағы иконостас рус стилендә эшләнгән һәм алтын ялатылған һыр менән биҙәлгән.

1886 йылдың 2 июнендә баш тәхет Воскресение Христова хөрмәтенә һәм көньяғы — Евангелсы Изге Апостол Иоанн Богослов хөрмәтенә изгеләндерелә. 1887 йылдың 13 майында Төньяҡ ҡанаты святитель Николай Чудотворец һәм изге мученик Александр Римский хөрмәтенә изгеләндерелә.

Воскресенский сиркәүе бер сатырлы була, уның дөйөм майҙаны 750 м², ә ҡыңғырау манараһының бейеклеге 40 метр тәшкил итә.

1900-1912 йылдарҙа сиркәү, яңы ҡанаттар өҫтәп, киңәйтелә. Төньяҡ ҡанаты изгеләндерелмәй ҡала, ә көньяғы 1912 йылда Серафим Саровский хөрмәтенә изгеләндерелә.

1920 йылда ғибәҙәтхана ябыла. Ҡыңғырау манараһы емерелә, бина өлөшләтә үҙгәртеп ҡорола. Сиркәүҙә кинотеатр, склад урынлаша, 1942 йылдан алып 1990 йылдар уртаһына тиклем — икмәк заводы була.

Тышҡы һүрәттәр
Вид до разрушения колокольни и завершений
Здание церкви до реставрации (2005)
Здание церкви с восстановленной главкой (2010)

1999 йылда сиркәү бинаһы Түбәнге Новгород епархияһына кире ҡайтарыла. 1999 йылда ҡорамдың төкәтмәһендә ғибәҙәт ҡылыуҙар тергеҙелә.

Реставрация эштәре 2004 йылда башлана. 2005 йылда йорттоң өҫкө ҡоролмалары, эске таяуҙар, һүтеп алынып, яңынан ҡорола, ҡыйыҡ яһала, ваҡытлы иконостас ҡуйыла. Ҙурайтылған күләмле кирбес менән элекке кирбес стена алмаштырып һалына.

2010 йылда тергеҙеү буйынса эштәр әүҙемләштерелә, бағыусылар советы ойошторола, Түбәнге Новгород һәм Арзамас архиепискобы Георгий етәкселегендә күп тапҡырҙар кәңәшмәләр үткәрелә[2][3][4][5][6] Июнь һәм июлдә архиепископ Георгий сиркәүҙә Божественная литургия үткәрә.[7][8].

Архиепископ Георгий 2011 йылдың 25 июнендә ҡыңғырау манараһы көмбәҙен һәм тәреһен, шулай уҡ ҡыңғырауҙарҙы изгеләндерә[9]. Июлдә Рус Изге -Пантелеимон монастырынан великомученик һәм целитель Пантелеимон иконаһы килтерелә[10]. Воскресенский сиркәүе өсөн был икона Афон монахтары тарафынан махсус яҙылған. 1917 йылдағы революцияға тиклем сиркәүҙә изге великомученик Пантенлеймондың оло сиркәү иконаһы һәм уның мәйетенең киҫәксәләре һаҡланған булған. Сиркәү ябылғас һәм таланғас, икона эҙһеҙ юғала.

2013 йылдың 4 майында, Великая Суббота көнө, митрополит Георгий сиркәүҙең көмбәҙҙәрен һәм тәреһен изгеләндерә, шунан һуң тәре сиркәү өҫтөнә мендереп ҡуйыла[11].

2014 йылдың 7 ғинуарында сиркәүҙең ҡанаты Серафим Саровский хөрмәтенә, 22 ноябрь — Изге Апостол һәм Евангелсы Иоанн Богослов хөрмәтенә изгеләндерелә.

Сиркәү мәхәлләһендә балалар йәкшәмбе мәктәбе һәм өлкәндәр өсөн лекторий эшләй. 2009 йылдың 16 февралендә сиркәү руханийы итеп протоиерей Владимир Цыбышев тәғәйенләнә[12].

  1. Церковь Воскресения Христова. temples.ru. Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года.
  2. Рукавишников, Андрей Архиепископ Георгий провел совещание о восстановлении Воскресенского храма в Нижнем Новгороде (фото). Нижегородская епархия (11 июнь 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2012 йыл 10 сентябрь архивланған.
  3. Рукавишников, Андрей Архиепископ Георгий провел совещание о восстановлении Воскресенского храма в Нижнем Новгороде (фото). Нижегородская епархия (11 июль 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2012 йыл 7 сентябрь архивланған.
  4. Высоцкая, Светлана Состоялось очередное совещание о восстановлении церкви в честь Воскресения Христова в Нижнем Новгороде (фото, видео). Нижегородская епархия (15 август 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
  5. Жидков, Николай Архиепископ Георгий провел совещание по восстановлению церкви Воскресения Христова в Нижнем Новгороде (фото, видео). Нижегородская епархия (28 ноябрь 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2012 йыл 13 сентябрь архивланған.
  6. Жидков, Николай Состоялось очередное совещание по восстановлению церкви в честь Воскресения Христова в Нижнем Новгороде (фото). Нижегородская епархия (26 декабрь 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2012 йыл 9 сентябрь архивланған.
  7. Рукавишников, Андрей Архиепископ Георгий совершил Божественную литургию в храме в честь Воскресения Христова (фото, видео). Нижегородская епархия (11 июнь 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2012 йыл 6 сентябрь архивланған.
  8. Рукавишников, Андрей Архиепископ Георгий совершил Божественную литургию в храме в честь Воскресения Христова (фото, видео). Нижегородская епархия (11 июль 2010). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 9 август 2012 года. 2012 йыл 9 сентябрь архивланған.
  9. Фалина, Татьяна Архиепископ Георгий освятил купол, крест и колокола для колокольни восстанавливающегося Воскресенского храма (фото, видео). Нижегородская епархия. Дата обращения: 5 июль 2011. Архивировано 8 июль 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.
  10. Высоцкая, Светлана Протоиерей Владимир Цыбышев: «Новая икона целителя Пантелеимона - точная копия утраченной святыни». Нижегородская епархия (9 август 2011). Дата обращения: 17 август 2011. Архивировано 8 июль 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.
  11. Митрополит Георгий освятил купол и крест нижегородского храма в честь Воскресения Христова(недоступная ссылка), Нижегородская митрополия, 4 мая 2013 года
  12. Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий Указ № 68 от 16 февраля 2009 года. Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 8 июль 2012 года. 2012 йыл 5 сентябрь архивланған.