Эстәлеккә күсергә

Во-ле-Виконт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Во-ле-Виконт
франц. Vaux-le-Vicomte
Нигеҙләү датаһы 1656
Рәсем
Дәүләт  Франция[1][2]
Административ-территориаль берәмек Мэнси[d][1][2] һәм Муазне[d][1]
Урын Garden of Château Vaux-le-Vicomte[d]
Хужаһы Николя Фуке[d], Edme Sommier[d], Patrice de Vogüé[d] һәм Jean de Vogüé[d]
Әҫәр заказсыһы Николя Фуке[d]
Архитектор Луи Лево[d]
Архитектура стиле архитектура классицизма[d]
Рәсми асылыу датаһы 17 август 1661
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1], исторический памятник классифицированный[d][1], исторический памятник классифицированный[d][1], исторический памятник классифицированный[d][1], исторический памятник классифицированный[d][1] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Рәсми сайт vaux-le-vicomte.com
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d], (ii)[d] һәм (iv)[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 23 363
Страница учреждения на Викискладе Château de Vaux-le-Vicomte
Категория для внешности элемента Category:Exterior of the Château de Vaux-le-Vicomte[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Château de Vaux-le-Vicomte[d]
Карта
 Во-ле-Виконт Викимилектә

Во-Ле-Виконт (франц. Château Vaux de-le-Vicomte) — XVII быуаттың классик француз усадьба-һарайы, Мелёндың Париждан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Во һәм Мелёндың виконты, Людовик XIV янындағы финанс суперинтенданты Николя Фуке өсөн 1658—1661 йылдарҙа төҙөлгән.

1641 йылда 26 йәшлек Фуке Фонтенбло һәм Венсенела король резиденцияларын тоташтырған юлға яҡын ерҙә ҙур булмаған Во-ле-Виконт поместьеһын һатып ала. 15 йылдан һуң, Францияла баш финансист вазифаһына еткәс, Фуке шул уҡ ваҡыт өсөн иң яҡшы шәхси һарай төҙөргә ниәтләй, бының өсөн өс оло профессионалды — архитектор Луи Левоны, ландшафт архитекторы Андре Ленотрҙы һәм интерьерҙар буйынса рәссам Лебрен Шарльды саҡыра. Өс оҫтаның хеҙмәттәшлеге Людовик XIV стиленең беренсе өлгөһө булған ҡомартҡы барлыҡҡа килтерә, ул архитектура, эске биҙәү һәм парк ландшафты берҙәмлегенә таянған. Төп йорт дүрт яҡтан һыулы йырын менән уратып алынған. Тәбиғи һуғарыу арҡаһында (электән участкала ике йылға аға) Ленотр Фуке өсөн партерҙар, фонтандар һәм каналдар менән даими парк ойоштора. Парк тирәләй һөрөнтө ерҙәрҙә һарай менән бер үк ваҡытта урман ултыртыла.

1661 йылдың 17 авгусында Фуке тантаналы өй туйы үткәрә, унда Мольер һәм Лафантен сығыш яһай. Зиннәтле һатып алған нәмәһе Кольбер тарафынан (башҡа ғәйепләүҙәрҙән тыш) Фукеға ҡаршы һөжүм итеү өсөн ҡулланыла, король ризалыҡ бирә, һәм 5 сентябрҙә Фукены Д 'Артаньян ҡулға ала. Король Во-ле-Виконтты конфискациялай; Лево, Ленотр һәм Лебрен командаһы Версалдә король һарайын төҙөүгә күсә. Фуке үҙе 1680 йылда төрмәлә вафат була, әммә уның ҡатыны конфискациянан һуң ун йыл үткәс Во-ле-Виконтты кире ҡайтарып ала. Фукеның улы вафат булғандан һуң замок маршал де Вилларға күсә. Француз инҡилабы ваҡытында герцог Вилларҙар һарайҙа йәшәүен дауам итә, сөнки эргә тирәләге крәҫтиәндәр хужаларға изге эштәре өсөн рәхмәт белдерә. Париждан хужаларҙы сығарып, һарайҙы емереү тураһында бойороҡ килгәс, герцог ҡатыны, замок хужабикәһе, сәнғәт буйынса Комитетҡа замокты һаҡлап ҡалыу буйынса үтенес менән мөрәжәғәт итә. Замокты емермәйҙәр, әммә герцогтарҙы унан сығаралар.

Вилларҙарҙан һуң һарай Шуазельдарға күсә. 1840 йылда герцог Шуазель-Прален замокта үҙенең ҡатынын үлтерә; усадьба 30 йылға бушап ҡала. 1875 йылда уны аукциондан Альфред Сомьеға, шәкәр сәнәғәтсеһенә, ташландыҡ хәлдә һаталар. Сомье һәм ландшафт архитекторы Габриэль Десталье хеҙмәттәре менән усадьба тергеҙелә.

Во-Ле-Виконт бөгөнгө көнгә тиклем шәхси милек булып ҡала (граф Вогюэларҙыҡы).

Во-ле-Виконт һарайы бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итә. Йәйге миҙгелдә Во-ле Виконтта кистәрен шәмдәр яндырып романтик барыуҙар ойошторола: һарайҙа һәм паркта 2000 май шәм ҡуйыла һәм музыка яңғырай[3].

  • Во-ле-Виконт йорто һәм баҡсаһы 1979 йылғы «Лунный гонщик» фильмында тиҫкәре персонаж Уго Дракстың калифорния резиденцияһы «ролен» үтәй.
  • 1998 йылда, күпмелер ваҡыт Людовик XIV резиденцияһы булып хеҙмәт иткән был усадьбала, «Человек в железной маске» фильмы төшөрөлә.

Туристар өсөн практик кәңәштәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр һеҙ шоссе буйлап автомобилдә сәйәхәт итһәгеҙ, иҫәпкә алығыҙ, Во-ле-Виконт замогы Мелёндан көнсығыштараҡ 7 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, ул, үҙ сиратында, Париждан 46 км көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Мелёнға тиклем А-4 автострадаһы буйлап барырға мөмкин (Мелён Сенарға).

Әгәр һеҙ поезда барырға булһағыҙ, һезгә ябай поезда Мелёнға барып етергә мөмкин (40 минут, 13,40 евро), ул Лион вокзалынан китә, ә һуңынан рейс автобусына күсеп ултыраһығыҙ, һеҙҙе ул туранан-тура һарайға килтерә (тик ял көндәрендә, ҙур интервал менән).

Әгәр автобус менән файҙаланырға мөмкинлек булмаһа , һеҙ, әлбиттә, һуңғы 7 саҡрымды йәйәү үтә алаһығыҙ, әммә такси алһағыҙ, уңайлыраҡ булыр (яҡынса 18 евро). Такси урыны вокзал алдында тора, һәм шунда уҡ телефон номерҙары күрһәтелгән, әгәр буш такси юҡ икән, улар буйынса шылтыратырға мөмкин[4]

  • Замки Франции
  • Список французских замков по векам
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 base Mérimée (фр.)ministère de la Culture, 1978.
  2. 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Замок и парк Во-ле-Виконт (Vaux le Vicomte) (ru-ru), В Париж !. 2 апрель 2018 тикшерелгән.