Хижняков Вячеслав Фадеевич
Вячеслав Фадеевич Хижняков | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
1999 12 май — 2004 5 апрель | ||||
Президент: | Борис Николаевич Ельцин Владимир Владимирович Путин | |||
Алдан килеүсе: | Юрий Фёдорович Яров | |||
Дауамсы: | Александр Алексеевич Котенков | |||
| ||||
1997 — 2000 | ||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||
Дауамсы: | Виктор Петрович Водолацкий | |||
Тыуған: | 6 февраль 1952 (72 йәш) СССР, РСФСР, Сахалин өлкәһе, Ноглики ауылы | |||
Белеме: | Дон дәүләт техник университеты | |||
Һөнәре: | инженер-ҡойоусы, сәйәсмән, казак Казачий чин: Казак генералы | |||
Эшмәкәрлеге: | дәүләт эшмәкәре | |||
Наградалары: |
|
Хижняков Вячеслав Фадеевич (6 февраль 1952 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле (1999—2004), «Бөйөк Дон ғәскәре» ғәскәри казак йәмғиәтенең беренсе атаманы (1997—2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вячеслав Фадеевич Хижняков 1952 йылдың 6 февралендә Сахалин өлкәһенең Ноглики ауылында тыуған. 1975 йылда Дон дәүләт техник университетын «инженер-ҡойоусы» һөнәре буйынса тамамлай.
1969—1975 — Волгодонск химия комбинаты слесары.
1975—1983 — мастер, өлкән мастер, ҡойоу цехы башлығы, «Пишмаш» производство берекмәһенең баш металлургы (Кировоград).
1983—1986 — Волгодон радиотехник аппаратура заводы план-диспетчер бүлеге башлығы.
1987—1990 — етештереү һәм һатыу буйынса директор урынбаҫары, Волгодон тәжрибә-эксперименталь заводының партия комитеты сәркәтибе.
1990—1991 — Волгодон халыҡ депутаттары ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары (иҡтисад мәсьәләләре буйынса яуаплы).
1991—1996 — Ростов өлкәһе Волгодонск ҡалаһы хакимиәте башлығы.
1993 йылда «Выбор России» партияһынан Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа һайланыу өсөн тауышҡа ҡуйыла. Һайланмай.
1996—1999 — губернатор кәңәшсеһе, Ростов өлкәһе губернаторының казактар һәм экология мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.
1997—2000 — «Бөйөк Дон ғәскәре» ғәскәри казак йәмғиәтенең беренсе атаманы.
1999—2004 — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле.
2004 йылдан алып — Үҙәк федераль округта Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (2002) — халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[1]
- Анатолий Кони миҙалы (Рәсәй Федерацияһының юстиция министрлығы)
- III дәрәжә изге кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ)
Дәрәжәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на сайте www.c-society.ru
- Атаман со Старой площади(недоступная ссылка)
- Биография на сайте www.whoiswho.ru(недоступная ссылка)
- Биография на сайте www.lobbying.ru 2016 йыл 8 март архивланған.
- Исполнительная власть г. Волгодонска.(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 6 февраля 2002 г. № 147 «О награждении орденом Дружбы Хижнякова В. Ф.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 06.09.1999 № 1167 «О присвоении квалификационного разряда Хижнякову В. Ф.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 января 1999 г. № 3 «О присвоении высшего чина атаманам войсковых казачьих обществ»
Алдан килеүсе: Юрий Фёдорович Яров |
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле 1999—2004 |
Һуңынан килеүсе: Александр Алексеевич Котенков |