Эстәлеккә күсергә

Вәлиева Резеда Тәфҡәлүн ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}
Жанр:

шиғыр, поэма, сценарий

Вәлиева Резеда Тәфҡәлүн ҡыҙы (1930 йылдың 1 майы, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1932 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылында тыуған) — Татарстандың балалар яҙыусыһы, шағир, йыр текстары авторы, тәржемәсе.

Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан (элекке АБССР-ҙың Үрге Ҡыйғы районы).

1934—1957 йылдарҙа Ҡыйғы һәм Салауат райондарында мәктәп директоры булған ике Ленин орденлы Вәлиев Тәфҡәлүн Хаммат улының ҡыҙы.

Тормош һәм ижад юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Тәфҡәлүн Вәлиев директор булып эшләгән Лаҡлы мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡый башлай, 1947 йылда Малаяҙ районы Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Владимир Ильич Ленин исемендәге Ҡаҙан дәүләт университеты филология факультетының татар бүлегенә уҡырға инә.

1952—1985 йылдарҙа — университетты тамамлағандан һуң, ул Ҡаҙанда Татар китап нәшриәтенең йәштәр һәм балалар редакцияһы редакторы.

1960 йылда — тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.

1962—1983 йылдар — ун биштән артыҡ китабы баҫыла.

1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы

2013 йылдың 17 апрелендә Ҡаҙан ҡалаһының 33-сө мәктәбендә Резеда Вәлиева менән ижади осрашыу булып үтте. Уҡыусылар шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләне, һүрәттәр конкурсында ҡатнашты, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Концерттан һуң шағирә автографын таратты һәм хәрмәтле ҡунаҡтар китабына яҙма ҡалдырҙы, шулай уҡ мәктәп китапханаһына әҫәрҙәрен бүләк итте.

Атаһы Вәлиев Тәфҡәлүн Хаммат улы 1937 йылда Лаҡлы крәҫтиән йәштәре, бер аҙҙан тулы булмаған урта (йәки: ете йыллыҡ) мәктәбен етәкләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оҫта етәксе, йәмәғәт хеҙмәткәре булып таныла. Был йылдарҙа Салауат районы мәктәптәре араһында Лаҡлы урта мәктәбе алдынғы коллектив булараҡ билдәлелек ала. Директорҙың тынғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында ул һәр саҡ маҡтаулы урынға лайыҡ була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Иҫке Ҡаратаулы мәктәбен етәкләй.

Апаһы Рәүзиә Тәфҡәлүн ҡыҙы үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына китә, зенитсы булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң Ҡаҙан ҡалаһында йәшәне. Татар Асср-ы Хөкүмәт аппаратында эшләне.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999)

Резеда Вәлиеваның балалар һәм өлкәндәр өсөн 30-ҙан артыҡ шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылды.

Уның шиғырҙары тематика яғынан күп төрлө, лирик кәйефе буйынса берҙәм, балаларҙы тыуған тәбиғәткә һәм халҡына һөйөү рухында, ҡыйыу, зирәк һәм эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Уларға йомшаҡ лиризм һәм тәрән ихласлыҡ хас.

  • «Ватан саҡыра» (Родина зовёт)
  • «Мөхәббәтем» (Любовь моя)
  • «Аҡ юлдарҙа» (Светлые дороги)
  • «Ауылым таңдары» (Деревенские рассветы)

Балалар өсөн йыйынтыҡтары:

  • «Минең дуҫтарым» (Мои друзья)" (1960)
  • «Ҡанатлы жайдаҡ (һыбайлы)» (Крылатый всадник) (1966)
  • «Зәңгәр болон әкиәте» (Сказка голубой поляны) (1971)
  • «Әсәйемә бүләгем» (Подарок матери) (1978)
  • «Зәңгәр иртә» (Голубое утро) (1980)
  • «Шиңмәҫ сәскәләр» (Пусть не вянут цветы) (1983)
  • «Өләсәйгә барабыҙ» (Едем к бабушке) (1994)
  • «Бәләкәстәр китабы» (Книга малышей)" (2000) һ. б.
  • «Китмә, һөйөү!» (Не покидай меня любовь)" (1998) йыйынтығына инә:

лирик шиғырҙар

  • «Яҡты йондоҙом» поэмаһы (Моя яркая звезда) (Ясноглазая моя) — о душевной красоте и благородстве женщины-матери, вдовы фронтовика.
  • «Пионерка Гөлназ» (Пионерка Гульназ) менән «Ҡанатлы жайдаҡ (һыбайлы)» (Крылатый всадник) (1985) поэмалары.

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үҫкән ауыл балаларының тормошон сағылдырған поэтик йыйынтығы ябай кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең кешелеклелеге һәм яғымлылығы тураһында: «Яҡты яр» (Светлый берег)" (1985)

Композитор Әнүәр Бакиров уның шиғырҙарына йырҙар яҙған:

  • «Әсә һағышы» (Материнская тоска)
  • «Һүнмәҫ йырым һин» (Песня моя не умрёт)

Татар теленә нәфис тәржемәләре:

  • Агния Львовна Барто. «Беҙҙең байрам» (Наш праздник, 1972)
  • С. В. Михалков. «Дуҫым менән икебеҙ» (Мы с приятелем вдвоём, 1981)
  • Н. М. Верзилин. «Робинзон эҙҙәренән» (По следам Робинзона, 1958, 1975)
  • Н. В. Попов. «Андрейҙың йәшлеге» (Юность Андрея, 1960)
  • Л. И. Смилянский. «Сашко» (1961)
  • Л. Ф. Воронкова. «Апай» (Старшая сестра, 1965)
  • В. П. Тельпугов. «Ленин тураһында хикәйәләр» (Рассказы о Ленинe, 1980)

Ноталы йыйынтыҡтар текстарының редакторы, шул иҫәптән:

  • «Ватан саҡыра» (Родина зовёт) Композитор Әнүәр Бакиров йырҙары, Ҡаҙан, Татар китап нәшриәте, 1967
  • «Аҡ юлдарҙа (Светлые дороги)» Композитор Әхмәт Хәйретдинов йырҙары, Ҡаҙан, Татар китап нәшриәте, 1981
  • Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы