Вәхитов Салауат Венер улы
Вәхитов Салауат Венер улы (6 июнь 1961) — Башҡортостан Республикаһыда йәшәп, урыҫ телендә ижад итеүсе журналист, шағир һәм яҙыусы. Телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты (1994), доцент (2000). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Венер улы Вәхитов 1961 йылдың 6 июнендә Красноярск крайы Ачинск ҡалаһында тыуған[1].
Башҡорт дәүләт университетының «Урыс теле һәм әҙәбиәте» факультетын тамамлаған (1987). 1987—1991 йылдарҙа — мәктәптәрҙә, 1991 йылдан юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы булып эшләй[2]).
Филология фәндәре кандидаты (1994). Диссертацияһының темаһы — «Производные наименования со значением лица в русском языке XI—XII вв. (мотивационный аспект)» (1994).
1995 йылдан — өлкән уҡытыусы, 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының урыҫ теле кафедраһы доценты.
2001—2011 йылдарҙа — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Вагант» нәшриәт-полиграфия комплексы директоры.
2012 йылдан — «Бельские просторы» журналының яуаплы секретары (Башҡортостан)[3].
Төрлө нәшриәттәрҙә баҫылған әҙәби әҫәрҙәр авторы. Төп фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — лексикография һәм жаргонология.
Өфөлә йәшәй.
Китаптар авторы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Прощай, рубиновое небо…» (2007)
- «Люби меня всегда» (2007)
- «Пушкин 37-го года» (2010)
- «Разбитое сердце Адель» (2013)
- «Хорошие люди» (2014)
- «Любовь 24 часа» (2015)
- «Страсти по Борхесу и другие истории» (2016)[4].
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Наименование камня» (1998)
- «Словарь наименований драгоценных и поделочных камней» (1999)
- «Словарь устойчивых выражений уфимского сленга» (2001, ике тапҡыр ҡабаттан нәшер ителә — 2003 һәм 2004 йылдарҙа)
- «Музыка от Трахтенберга» (2003)
- «Карточная терминология и жаргон XIX в.» (2007)
- «Словарь уфимского сленга начала XXI в.» (2010)[5]
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә Рәсәй «ЛиФФт» фестиваленең Көмөш миҙалы (2016).
- "Собака. RU"журналы премияһы («Искусство» номинацияһы, 2011)[6].
- Бөтә Рәсәй «Чеховский дар» китап премияһы («Необыкновенный рассказчик» номинацияһы).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://brsbs.ru/ru/golosa-molodyh-poetov/vahitov-salavat-minuty-poezii/26782
- ↑ http://brsbs.ru/ru/golosa-molodyh-poetov/vahitov-salavat-minuty-poezii/26782
- ↑ https://www.gukit.ru/person/vahitov-salavat-venerovich-0(недоступная ссылка)
- ↑ https://ridero.ru/books/salagin/
- ↑ https://www.gukit.ru/person/vahitov-salavat-venerovich-0(недоступная ссылка)
- ↑ https://www.gukit.ru/person/vahitov-salavat-venerovich-0(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1](недоступная ссылка) Салават Венерович Вахитов
- [2] 2018 йыл 10 февраль архивланған. Вахитов Салават Венерович
- [3] Салават Вахитов
- [4] Вахитов Салават. Минуты поэзии