В. А. Закруткин йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
В. А. Закруткин йорт-музейы
Асылған ваҡыты 1986
Урынлашыуы Рәсәй, Ростов өлкәһе, Кочетовская станицаһы

В. А. Закруткин йорт-музейыРәсәйҙең Ростов өлкәһе Кочетовская станицаһындағы әҙәби-мемориаль музей. Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының структура бүлексәһе булып тора.

Тарихы һәм һүрәтләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кочетовская станицаһында В. А. Закруткин йорт-музейын асыу тантанаһы 1986 йылдың 26 апрелендә була.

Билдәле яҙыусы һәм әҙәбиәтсе, СССР дәүләт премияһы һәм Сталин премияһы лауреаты Виталий Александрович Закруткин (1908—1984) өс тиҫтә йылдан артыҡ Дон ерендә йәшәй һәм эшләй. Закруткин, Михаил Шолохов кеүек үк, яҙыусы тормошоноң үҙенсәлекле «дон» стилен кәүҙәләндерә.

Кочетовская станицаһында яҙыусы «Матерь человеческая», «Йөҙөп йөрөгән станица», «Донъяның яралыуы», «Мать сыра земля», «Цвет лазоревый» һәм башҡа әҫәрҙәрен яҙа[1]. Бынан тыш, ул район, ә аҙаҡ өлкә Советы депутаты була. Закруткин хәстәрлеге менән станицала яңы ун йыллыҡ мәктәп, ҡасабаға юл төҙөлә, Семикаракорск станицаһында сиркәү тергеҙелә. Шулай уҡ ул урындағы совхозды төҙөкләндерергә ярҙам итә, уның тырышлығы менән икмәкхана төҙөлә, теплоходтар өсөн пристань йыһазландырыла.

Музей экспозицияһы авторҙары Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы П. Ибалаков һәм Рәсәй журналистар Союзы ағзаһы В. Тихомирова.

2004 йылда йорт-музей Муниципаль бюджет учреждениеһы Семикаракорск тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы"ның структура бүлексәһе булып китә. Йорт-музей фондында 6868 экспонат бар. Улар бөтәһе лә яҙыусының ҡатыны H.В. Закруткина тырышлығы, шулай уҡ өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән йыйылған[2].

В. А. Закруткиндың Йорт-музейында бөтәһе лә яҙыусы тере ваҡыттағы кеүек һаҡланған. Уның ҙур булмаған ағас йорто емеш-еләк баҡсаһы, ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар менән уратып алынған, уларҙың бөтәһе лә Виталий Александровичтың үҙе тарафынан ултыртылған. Һикәлтәнең киң баҫҡыстары верандаға, ә артабан бүлмәләргә илтә. Яҙыусының кабинетында боронғо эш өҫтәле, боронғо өҫтәл лампаһы, яҙыу приборы, төрлө сувенирҙар урынлашҡан. Йәнәшәлә үҙе эшләгән кәштәләрҙә яҙыусының ике меңдән артыҡ китабы булған китапханаһы урын алған. Ял бүлмәһендәге стеналарҙа ― казак ҡылыстары, боронғо ярым даға күренешендәге патронташ ҡуйылған. Фронт буркаһы, бекеш, бинокль һәм ҡыҫҡа хәнйәр почётлы урында эленеп торалар[1].

Яҙыусының ҡәбере усадьба территорияһында урынлашҡан[1].

Йорт-музей бөтә Семикаракорск районының мәҙәни үҙәгенә әйләнгән. Бында йыл һайын «Закруткин яҙы» үтә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Музей В.А. Закруткина. special.donland.ru. 26 февраль 2017 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Елена Александровна Пугачёва, Алексей Сергеевич Злыгостев. Ergonomic-Data.com , E-Mail webmaster@historic.ru Памяти Виталия Закруткина. rostov-region.ru. 26 февраль 2017 тикшерелгән.