Эстәлеккә күсергә

Гайрабетовтарҙың айырым йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Гайрабетовтарҙың айырым йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Азатлыҡ майҙаны, 14
Төҙөлгән ваҡыты 1880 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100035000объект № 6100035000

1880

Гайрабетовтарҙың айырым йорто (Искидаров йорто) — Дондағы Ростов ҡалаһының Азатлыҡ майҙанында урынлашҡан йорт. Бина 1880 йылда төҙөлгән. Тәүҙә сауҙагәр Карп Гайрабетовтың туғандары ҡулында була. XX быуат башында бинаны фабрика хужаһы Марк Искидаров һатып ала[1][2]. 2011 йылда айырым йортта Урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы[3][4] урынлаша. Гайрабетовтарҙың айырым йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[5] статусына эйә.

Айырым йорт сауҙагәр Карп Гайрабетовтың вариҫтары аҡсаһына Дондағы Нахичевань ҡалаһында (хәҙерге Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетар районы составында) 1880 йылда төҙөлгән. XX быуат башында йортто фабрикант, Нахичевань ҡала йәмәғәт банкы директоры Марк Искидаров һатып ала, ул бинаны реконструкциялай.

1920 йылда бина национализациялана. Унда яҙыусы Мариэтта Шагинян һәм уның апаһы Магдалина нигеҙ һалған Врубель исемендәге Нахичевань сәнғәт мәктәбе урынлаша. 1920-се йылдар аҙағында был йорттоң беренсе ҡатында Пушкин исемендәге ҡала китапханаһы урынлаша, ә икенсе ҡатында — пионерҙар клубы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинаның ҡыйығы һәм фасадының деталдәре өлөшләтә зыян күрә. 1947 йылда бина китапханаға бирелә. 1950-се йылдарҙа парад ишеге эргәһендәге тротуарҙы тулыһынса ҡаплап торған ҙур балкон-япма һүтеп алына. 2000-се йылдар аҙағында бина насар хәлдә һәм ремонтлауға мохтаж була.

2007 йылда Сурба Хач храмы Әрмән Сиркәүенә кире ҡайтарып бирелә. Элек унда урынлашҡан урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы Гайрабетовтарҙың айырым йортона күсерелә. Бинала ремонт башлана, ул 2011 йылда тамамлана. 2011 йылдың 25 ноябрендә урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы ҡабат асыла.

Архитектураһы һәм биҙәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы кирбес йорт планда Г рәүешле конфигурациялы[6]. Бинаның фасады архитектураһы һәм биҙәлешендә төрлө стиль элементтары бергә ҡушылған. Мәрмәр биҙәүҙәр, тимер конструкциялар, беренсе ҡаттағы ҙур тәҙрәләр модерн стиле өсөн хас. Фасадтың ҡатмарлы ритмик структураһы классицизм өсөн хас.

Фасадтарҙың сығынтылары семәрле стенка (аттика) һәм бинаның колонналарға таянған өҫкө горизонталь өлөшө (антаблемент) менән тамамлаған. Тәүҙә йорттоң төньяҡ мөйөшө көмбәҙе менән иғтибарҙы тартып торған (хәҙер юҡҡа сыҡҡан). Азатлыҡ майҙанына сыҡҡан фасадының үҙәк өлөшөн эркер (бинаның стенанан тышҡа сығып торған өлөшө) биҙәй. Икенсе ҡатта тәҙрә уйымдары ярым түңәрәк менән тамамлана. Ишек өҫтөндә ҡойолған семәрле таяуҙарҙа ҙур балкон эшләнгән. Фасадты һылап яһалған биҙәктәр, пилястралар, һәм декоратив штукатурка биҙәй.

  1. Пролетарский район. Памятники архитектуры района. Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  2. Черницына В.А. Особняк Гайрабетовых (Искидарова). voopiik-don.ru (28 ноябрь 2011). Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  3. В Ростове-на-Дону открылся Музей русско-армянской дружбы. yerkramas.org (27 ноябрь 2013). Дата обращения: 9 ноябрь 2013. 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
  4. Анна Лебедева. В Ростове-на-Дону открылся Музей русско-армянской дружбы. noev-kovcheg.ru. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  5. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  6. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 29—30.
  • Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — ISBN 5-8456-0489-3.
  • Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь. — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.