Эстәлеккә күсергә

Гамбург Кунстхаллеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гамбург Кунстхаллеһы
нем. Hamburger Kunsthalle
Нигеҙләү датаһы 1868[1]
Рәсем
Менеджер/директор Александр Клар[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гамбург-Митте[d][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Урын Альтштадт[d][2]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Альстер[d]
Милке Portrait of Henri Rochefort[d] һәм Triptych: Holy Family with Saints Catherine and Barbara[d]
Архитектор Герман Филип Вильгельм фон дер Худе[d][3] һәм Georg Theodor Schirrmacher[d][3]
Рәсми асылыу датаһы 1868
Мираҫ статусы heritage monument in Hamburg[d][1]
Адрес Glockengießerwall 5, 20095 Hamburg
Почта индексы 20095
Рәсми сайт hamburger-kunsthalle.de
Тасуирлау биттәре fritzschumacher.de/gesel…
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 7879
URL-адрес онлайн-каталога hamburger-kunsthalle.de/…
Страница учреждения на Викискладе Hamburger Kunsthalle
Карта
 Гамбург Кунстхаллеһы Викимилектә

Көмбәҙле музей бинаһы

Гамбург Кунстхаллеһы (нем. Hamburger Kunsthalle) — Гамбургтағы художество музейы. 2016 йылдан алып музей етәксеһе Кристоф Мартин Фогтхерр.

Музей үҙ-ара тоташтырылған ике бинала урынлашҡан, ә бина үҙәк тимер юл вокзалы һәм Альстер йылғаһы яр буйы урамы араһында, ҡасандыр ҡаланы һаҡлаусы ҡәлғә диуарҙары урынында урынлашҡан. Музейҙың дөйөм күргәҙмә майҙаны 13 000 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Гамбург Кунстхаллеһында традиция булараҡ XIX быуат коллекцияһы үҙәк урынды биләй. Әммә музейҙа шулай уҡ боронғо оҫталар һәм модернизм бүлектәре бар. Хәҙерге заман сәнғәте әҫәрҙәре өсөн бөтөн бина комплексы бүленгән. Гравюра кабинетында 100 000 ашыу бит һаҡлана.

Аристид Майоль. Йылға. 1939

Музей бинаһы һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гамбург ҡалаһында художество музейы төҙөү 1817 йылдан алып сәнғәт һөйөүселәр союзы берләштергән ҡала халҡының инициативаһы булып тора. 1846 йылда улар тейешле талаптар менән ҡала хакимиәтенә мөрөжөғөт итәләр. Ҡала ер участкаһы бүлә, унда 18631869 йылдарҙа архитекторҙар Георг Теодор Ширрмахер һәм Герман фон дер Худе етәкселегендә Кунстхалленың кирбес бинаһы төҙөлә. Уға 19121921 йылдарҙа архитектор Фриц Шумахер тарафынан ҡабырсаҡлы эзбизташтан көмбәҙе хәтерҙә уйылып ҡалыусы флигель терәтеп һалына.

1937 йылда Гамбург Кунстхаллеһының 74 сәнғәт әҫәре дегенератив сәнғәт тип атала һәм конфискациялана.

1978 йылдың июлендә, ремонт эштәре башҡарыу өсөн музейҙа сигнализация өҙөлгәндә, Гамбург Кунстхаллеһынан дөйөм хаҡы 2 миллионға яҡын немец маркаһына тигеҙ булған 22 картина урлана.

1995 йылда музей биналар комплексы «Хәҙерге заман галереяһы», Освальд Матиас Унгерс проекты буйынса ҡомташтан тура мөйөшлө бина менән тулылана.

Эшләү дәүеренең тәүге йылдарында музей коллекцияһы, үҙ осоро зауығына яуап биргән, бүләк ителгән сәнғәт әҫәрҙәре иҫәбенә тулыландырыла.

Тик Кунстхалленың 1886 йылда вазифаһына ингән тәүге директоры Альфред Лихтварк арҡаһында ғына Кунстхалле коллекцияһына ҡараш системалы була башлай. Музейҙа мастер Бертрам, мастер Франке һәм Хинрик Фунхоф вәкәләтлегендә урта быуат сәнғәте бүлеге барлыҡҡа килә. Ләкин сәнғәт тупланмаһы өсөн экспонаттар һайлағанда XIX быуат сәнғәтенә айырым иғтибар бүленә. Кунстхалле, Лихтварк менән дуҫ булған Макс Либерман, Ловис Коринт, Андерс Цорн, Эдуар Вюйар, Пьер Боннар һәм Гамбург күренешен һүрәтләгән башҡа рәссамдарҙың әҫәрҙәрен һаҡлай. Теодор Хагендың Гамбург портының бер нисә пейзажы тәҡдим ителгән. Альфред Лихтварк киң йәмәғәтселекте Каспар Давид Фридрих, шулай уҡ Филипп Отто Рунге ижады менән таныштыра. Лихтварк етәкселегендә маҡсатҡа ярашлы рәүештә хәҙерге заман рәссамдары Адольф фон Менцель һәм Вильгельм Лейбль һүрәттәре туплана.

Голланд оҫталарының һәм гравюра кабинетының коллекцияһы музейға васыят ителгән сәнғәт әҫәрҙәренән барлыҡҡа килә. Импрессионистарҙың һүрәттәре Гамбургта Макс Либерманн йоғонтоһо арҡаһында барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә.

Лихтварк директор булған саҡта шулай уҡ 2499 тәңкә һәм миҙалдар туплана, уларҙың бер өлөшө аҡса кабинетына ҡуйылған.

Быға тиклем Бременда Кунстхаллены етәкләгән, Лихтварктың вариҫы Густав Паули ваҡытында, Гравюра кабинеты фондтарына ғилми ҡараш ҡулланыла. Коллекцияла билдәле рәссам-экспрессионистар Оскар Кокошка һәм Франц Марк эштәре барлыҡҡа килә.

Хәҙерге заман галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хәҙерге заман Галерея бинаһы

1995 йылда төҙөлгән музей бинаһында, Ломбардсбрюкке (нем. Lombardsbrücke) күперенән алыҫ түгел, модернизм һәм поп-артҡа арналған алмаш күргәҙмәләр үтә.

  • Peter Prange: Deutsche Zeichnungen aus dem Kupferstichkabinett der Hamburger Kunsthalle 1450—1800. 2 Bände, Verlag Böhlau, Köln/Weimar 2006, ISBN 978-3-412-35305-6
  • Милюгина Е. Г. Кунстхалле. Гамбург. М.: Белый город, Редакция «Воскресный день», 2014. 200 с.: 164 ил. (Музеи мира) ISBN 978-5-7793-4622-1
  1. 1,0 1,1 реестр культурного наследия
  2. 2,0 2,1 https://www.hamburg.de/contentblob/10402400/2db07d825ac0fa5e0aa094179118e8e4/data/denkmalliste-xml-datei.zip / под ред. DSH Agency
  3. 3,0 3,1 https://www.hamburger-kunsthalle.de/stiftung-fuer-die-hamburger-kunstsammlungen-erwirbt-vier-bronzeaffen-aus-der-reihe-malerstamm-von