Эстәлеккә күсергә

Гейдар мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Гейдар мәсете
әзерб. Heydər Məscidi
Баҡыла Гейдар мәсете
Баҡыла Гейдар мәсете
Ил Әзербайжан Әзербайжан
Ҡала Баҡы
Архитектура стиле Ширван-Апшерон архитектураһы
Төҙөлөш 20122014 йылдар
Төп даталары:
2014 йылдың 26 декабре - мәсетте рәсми рәүештә асыу

2014

Гейдар мәсете (әзерб. Heydər Məscidi) — Әзербайжандың элекке президенты Гейдар Алиев исемендәге мәсет[1], Баҡының Бинагадин районында урынлашҡан[2].

Гейдар мәсетен төҙөү тураһында ҡарарға Гейдар Аливетың улы, Әзербайжан Республикаһының президенты Илһам Алиев тарафынан 2012 йылдың уртаһында ҡул ҡуйыла. 2012 йылдың сентябрендә төҙөлөш башлана һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — 2014 йылдың аҙағында төҙөлөш тамамлана.

2014 йылдың 26 декабрендә мәсетте рәсми рәүештә асыу тантанаһы була, бында Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Алиев һәм уның ҡатыны Мехрибан Алиева, Төньяҡ Кавказ мөфтөйҙәре координацион советы рәйесе Ҡарасай-Черкесияның мөфтөйө Исмаил Бердыев, Рус православие сиркәүенең Баҡы һәм Әзербайжан епархияһы башлығы Александр, Тау йәһүдтәренең Баҡы дини общинаһы рәйесе Мелих Евдаев, Рәсәй Федерацияһы Кавказ мосолмандары диниә назаратының тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Кавказ мосолмандары диниә назаратының рәйесе шәйех-уль-ислам Аллахшукюр Пашазаде ҡатнаша[3]

Мәсеттең эргә-тирәләге территория менән бергә майҙаны 12 мең квадрат метрҙы биләй. Мәсет бинаһының майҙаны — 4200 квадрат метр. Фасады Ширван-Абшерон архитектураһы стилендәге махсус таш менән тышланған. Һәр бер дүрт манараның бейеклеге 95 метр тәшкил итә. Мәсет эсендә махсус биҙәү элементтары ҡулланылған, ә көмбәҙ ситтәрендә изге Ҡөрьәндән аяттар киртеп яҙылған. Төп көмбәҙҙең бейеклеге 55 метр, икенсеһенеке — 35 метр тәшкил итә.[3]

Мәсет артабанғы адрес буйынса урынлашҡан: Әзербайжан, Баҡы ҡалаһы, Бинагадин районы, Гамза Бабашов урамы, AZ 1107.[4]