Генерал Курнаков йорто
Иҫтәлекле урын | |
Генерал Курнаков йорто
Генерал Курнаков йорто | |
Ил | Рәсәй |
Адрес | Новочеркасск, Атаман урамы, 28 |
Төҙөүсе | Семен Курнаков |
Нигеҙләнгән | 1910 йыл |
Генерал Курнаков йорто —Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһы, Атаман урамы 8—се йорт. Күп кенә тарихи документтарҙа телгә алына һәм ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе[1]. Унда ғәскәр өсөн ҙур һәм мөһим тарихи ваҡиғалар үткәрелгән.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Генерал Семен Курнаков йорто беренселәрҙән булып Новочеркасскиҙа барлыҡҡа килгән. Ул документтарҙан күренеүенсә, 1810 йылда[2]төҙөлгән. 1812 йылдың 10 июне менән билдәләнгән, шул заман кешеләренең әйтеүе буйынса, ҡаланың иң матур ҡоролмаларының береһе булған. Өй хужаһы йыш ҡына Новочеркасскиҙа архитектура ҡорамалары төҙөү мәсьәләләре менән булышҡан. 1817 йылдың 9 майында ошо йортта бик бай тантаналы байрам ойошторола[3]: атамандың улы Иван Матвеевич туй үткәрә. Уның кәләше атаман Степан Данилович Ефремовтың ейәнсәре булған. 1818 йылда генерал йортонда ҡалаға батша Александр I килеү хөрмәтенә бал үткәргәндәр[4]. Ваҡыт уҙғас бина казак Шейкин ҡулына милеккә күсә. Ул элекке генерал йортон яңынан төҙөтеп һалдыра, 1870-се йылдарҙа был бина «Европа» ҡунаҡханаһына әйләнә. Унда күбеһенсә ижади һөнәр эйәләре төшөп йөрөгән. 1930-сы йылдарҙа ҡунаҡхана студенттар дөйөм ятағына әүерелдерелә. XXI быуатта йортта Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты студенттарының дөйөм ятағы.
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был бейек цоколле. ике ҡатлы таш йорттоң селтәрле металл менән рәшәткәләнгән балконы һәм ҙур колонналары бар. Йорттоң алғы яғында күп һанлы тәҙрәләр. Башта өй алдында бәлкәй генә эскәмйәләр ҡуйылған майҙансыҡ булған, хәҙер уның урынында Александров баҡсаһы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дом генерала Курнакова//Новочеркасская централизованная библиотечная система 2017 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Дореволюционная история Новочеркасска
- ↑ Краеведческие записки, Том 1, Музей, 1994, С. 38
- ↑ Официальный сайт города Новочеркасск