Эстәлеккә күсергә

Георгий Мушников урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георгий Мушников урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Мушников Георгий Иустинович
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 1110 ± 1 метр
Почта индексы 450039 һәм 450043
 Георгий Мушников урамы (Өфө) Викимилектә

Георгий Мушников урамы — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының ИНОРС биҫтәһендә урынлашҡан[1]

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы Георгий Мушников хөрмәтенә аталған[2][3]

Бөгөнгө көндә райондың төп транспорт артерияһы булып тора. Урамдың оҙонлоғо километрҙан ашыу. Инорс менән Черниковка биҫтәләре араһындағы транспорт бәйләнешен яҡшыртыу өсөн Лихачев сәнәғәт үҙәгенән Машиналар етештереү урамына тиклем урамды оҙонайтыу пландары күҙ уңында тотола[4]

Почта индексы — 450039, 450043, ОКАТО коды — 80401370000.[5]

Урам Фронт бригадалары урамынан башлана. Өфө йылғаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 750 метр һуҙыла. Баландин бульвары менән киҫешкәс, төньяҡҡа ҡарай борола һәм 500-ләп метрға һуҙыла.

Урамда йәмәғәт транспортының «Йорт өсөн тауарҙар магазины», «10-сы магазин», «Георгий Мушников урамы» туҡталыштары урынлашҡан.

  • Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан
  • Журнал «Бельские просторы»- В честь героев
  • ufarama.ru — Улица Мушникова