Георгий манараһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георгий манараһы
Нигеҙләү датаһы XVI быуат
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (Кремль и монастыри)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Указания, как добраться Кремль, 4Б (восточная часть)
Карта
 Георгий манараһы Викимилектә

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5210024004объект № 5210024004

Георгий манараһы (Егорьевский манараһы) — Түбәнге Новгород кремленең иң көнсығышындағы манара. Манара Борисоглебский һәм Дары башнялары араһында, Волга йылға ярының иң ҡашында, Чкалов баҫҡыстары башланған ерҙәге Валерий Чкалов һәйкәле янында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Манара ХVI быуат менән даталана[1]. Манараның атамаһы манараға йәнәш торған посад Георгий сиркәүе[2],  йә булмаһа Георгий йорто — ҡала һарайына нигеҙ һалыусы кеше исеменән алынған[3].

1785-1786 йылдарҙа манараның тештәре көпләнелә һәм манара төрлө склад биналарына әүерелдерелә[3].

1943 йылда Түбәнге Новгородта монументаль Чкалов баҫҡыстары төҙөлә башлай һәм ул төҙөлөш 1949 йылда тамамлана. Был баҫҡыс Георгий манараһы янындағы лётчик Валерий Чкалов һәйкәле янында ярҙан Волгаға түбән төшкән ерҙә төҙөлә[1].

1953 йылда манара ҡала властары булышлығында тергеҙелә [3].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Манара дүрт ҡатлы квадрат формалы. Уның түбәнге ҡаты хәҙерге ваҡытта бөтөнләй тиерлек ер аҫтында тора, өҫкө ҡаты менән төрлө үткәүелдәргә ҡуйылған баҫҡыстар системаһы менән тоташа. Баҫҡыстар стена ҡаттарындағы һайғауҙарға беркетеп эшләнгән[3].

Манараның үҙәк бинаһы (төп бинаһы) был үткәүелдәрҙән айырым тора һәм Георгий манараһы ҡапҡаһына рәшәткә төшөрөлөп ябылғанға тиклем, үтәнән-үтә юллы[3]була. Ҡапҡа ҡатмарлы ҡаршылыҡтар системаһы менән һаҡланған — уға барып етер алдынан дошманға оҙон ағас күперҙән үтергә кәрәк була, һуңынан — ауыр ҡалҡан рәүешендәге күтәрелә  торған күперҙе, ул күперҙең вертикаль торғандағы бейеклеге 5,3 м тәшкил итә һәм 3,52 м бейеклектәге ҡапҡа уйымын ҡаплап тора. Күтәрмәле күпер беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡланған ҡоролма[1]. Манараға инеү юлы мөйөшлө бөгөлмәле, шунлыҡтан уның аша үтәләй тура атып булмай[3]. Төп бинаның стеналарында хәрби печуралар түшәлгән.[1].

Өсөнсө ҡатта дүрт ҡабырға хәрби камералары бар, дүртенсе ҡатта — тешле бойница эшләнгән.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]